

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков Балтик флотының һыу өҫтө караптары 128-се бригадаһының “Зирәк” гвардия корветын ҡараны. Сара муниципалитет делегацияһының Балтийск ҡалаһына сәфәре сиктәрендә булды.
Делегация составында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән эш итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Артур Ғафаров, “Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ берләшмәһе” йәмғиәте рәйесе Юлай Моратов, ҡала Советы депутаттары Андрей Борисов һәм Марат Вәсимов, “БПО “Прогресс” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Марат Тимеров бар ине.
Осрашыу сиктәрендә яҡтар Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм гвардия корветы араһындағы хеҙмәттәшлек, шефлыҡ бәйләнештәре сиктәрендә эш итеү буйынса пландар хаҡында һөйләште. Әйткәндәй, 2019 йылдың 1 мартында бортта документҡа ҡул ҡуйылғайны.
Ҡунаҡтарға карап буйынса экскурсия, хәрби частарҙа хеҙмәттең нисек үтеүен күрһәттеләр. Үҙ сиратында Өфө делегацияһы диңгеҙселәрҙе Хәрби-Диңгеҙ флотының 325 йыллығы менән ҡотланы.
- Яуап визиты менән булыуыбыҙға ныҡ шатбыҙ. Бигерәк тә тантана сәбәбен, Рәсәйҙең барлыҡ иғтибары диңгеҙселәребеҙгә йүнәлтелгән байрам көндәрен, иҫәпкә алһаҡ - тип белдерҙе Сергей Греков. - Һеҙ хәрби хеҙмәтегеҙҙе лайыҡлы үтәйһегеҙ, Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәрендә хеҙмәт итәсәк йәш яҡташтарыбыҙға ҡаһарманлыҡ, шәп хәрби әҙерлек миҫалы булып тораһығыҙ. Килешеү ваҡытында карап экипажы беҙгә, Өфөгә, килгәйне, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ буйынса бихисап дәрестәр ойошторолдо. Уҡыусылар менән осраштыҡ, шулай уҡ “Зирәк” корветында осрашыуҙар үткәрҙек. Хәҙер экипажды Башҡортостанда үтәсәк байрамдарға, Республика көнөнә саҡырабыҙ.
Әйткәндәй, былтыр декабрҙә корветта хеҙмәтте Өфөнән туғыҙ саҡырылыусы тамамлағайны. Әлеге ваҡытта контракт буйынса Башҡортостандан бер егет хеҙмәт итә. Ул да тырышлығы, тәрбиәһе менән башҡаларҙан айырылып тора. Көҙгө саҡырылыш ваҡытында диңгеҙселәр рәтен баш ҡалабыҙҙан буласаҡ саҡырылыусылар менән тултырырға планлаштыралар.
Балтийск ҡалаһына барған саҡта делегация Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотына нигеҙ һалған Петр I һәм Калининград ҡалаһындағы Еңеү паркындағы 1200 гвардеец һәйкәленә сәскәләр һалды.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.