

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө "Инвестсәғәт"тә Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" халыҡ-ара аэропортында төҙөләсәк заманса ҡунаҡхана комплексының концепцияһы ҡаралды.
Проекты тәҡдим иткән "Стройтех" компанияһы директоры Юлия Кулагина белдереүенсә, яңы отель Ibis Styles халыҡ-ара бренды менән эшләйәсәк һәм өс йондоҙло класҡа ҡараясаҡ.
"Өфө" аэропортының генераль директоры Александр Андреев та был проекты хупланы. Уның әйтеүенсә, аэровокзалдағы әлеге ҡунаҡхана заман талаптарына яуап бирмәй. Әгәр яңы отель сафҡа керһә, иҫкеһен аэропорттың хужалыҡ-етештереү хеҙмәттәре өсөн файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Проекттың дөйөм хаҡы - 917 миллион һум, инвестор уны 2024 йылдың июль айына сафҡа индерергә ниәтләй. Ҡунаҡханала бөтәһе 150 номер, ресторан, фитнес-клуб буласаҡ, шулай уҡ төрлө конференциялар, форумдар үткәреү өсөн урындар ҡаралған. Яңы сафҡа инәсәк өр-яңы отелдә 120 хеҙмәткәргә эш урындары булдырыласаҡ.
Проекты тормошҡа ашырыу буйынса ике яҡлы килешеү төҙөлгән. "Инвестсәғәт"тә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла был проектты хупланы һәм уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерҙе. Был осраҡта улар һалым буйынса льготалар аласаҡ.
"Бер нисә йыл дауамында беҙ "Өфө" аэропортын масштаблы яңыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ. Былтыр эске һауа юлдарының яңы корпусын тамамланыҡ, терминалдың дөйөм күләме ике тапҡырға артты, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - 2022-2023 йылдарҙа өс терминалды дөйөм архитектура концепцияһына берләштерәбеҙ һәм үҙәк секторҙың вокзал янын яңыртасаҡбыҙ. "Өфө" аэропорты Рәсәйҙә иң заманса һәм уңайлы аэропорттарҙың береһенә әйләнәсәк. Һәм яңы ҡунаҡхана беҙҙең пландарға иң уңышлы "тултырыусы" буласаҡ".
Фото: "Башинформ".