Йәмғиәт
29 Июль 2021, 04:30

Милли музей Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу нөктәләрен өйрәнә

БР Милли музейы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын асыҡлаусы эҙәрмәнлек экспедицияһында ҡатнашты.

Милли музей Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу нөктәләрен өйрәнәМилли музей Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу нөктәләрен өйрәнә
Милли музей Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу нөктәләрен өйрәнә

"Беҙҙең музей Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын асыҡлаған эҙәрмәнлек экспедицияһында ҡатнашты", - тип хәбәр ителә БР Милли музейының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ундағы мәғлүмәттәр буйынса, 15 июлдән 23 июлгә тиклем Краснодар өлкәһе Туапсе районында "Сиктәге фронт" тип аталған хәрби-археологик экспедиция уҙған. 
"Башҡортостандан "Ватан" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Радик Үмәрғәлин һәм БР Милли музейы археология бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Александр Ҡотоев совет һәм немец хәрби позицияларын, окоп һәм блиндаждарҙы өйрәнгән.

"Яугир һалдаттарҙың яҙмыштарын асыҡлауға ла ғилми хеҙмәткәрҙәр тос өлөш индерҙе", - тип хәбәр итә Милли музей хеҙмәткәрҙәре.

Тарихи белешмә: 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышы бәрелештәре Краснодар өлкәһе Туапсе районында сентябрҙән алып декабргә тиклем бара. Германияның фашист баҫҡынсылары өсөн Туапсены алыу ғәйәт ҙур роль уйнаған. 

 

Фото: https://vk.com/museumrb?z=photo-156412368_457247199%2Fwall-156412368_4194 

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас