Йәмғиәт
29 Июль 2021, 06:00

Ҡотло булһын тыуған көн!

Бөгөн Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тыуған көнөн билдәләй.  

Ҡотло булһын тыуған көн!Ҡотло булһын тыуған көн!
Ҡотло булһын тыуған көн!

Бөгөн – Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың тыуған көнө. Күркәм байрамы айҡанлы, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Рөстәм Динислам улын ҡайнар ҡотлай, эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләй!

“Бәйләнештә” селтәрендә Рөстәм Шәриповтың сираттағы яҙмаһы оҡшаны. “Таусылар төйәге Бүребай ауылы һуңғы йылдарҙа әүҙем төҙөкләндерелә, – тип шатлығы менән уртаҡлашҡан Рөстәм Динислам улы. – Был төбәккә айырыуса йәш ғаиләләр нигеҙ ҡорорға тырыша. Һүҙ ҙә юҡ, үҙ өйөңә күсеү өсөн иң беренсе инженер коммуникациялары кәрәк. Инфраструктура булдырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн беҙ Бүребайҙағы яңы кварталға газ индереүҙе тамамлайбыҙ. М. Аҡмулла, М. Кәрим, Таусылар һәм Төньяҡ урамдары газ менән тәьмин ителәсәк”. 

Афарин, хәйбуллалар! Эштәрегеҙ һәр саҡ шулай уң барһын! 

Фото: Рөстәм Шәриповтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас