Йәмғиәт
29 Июль 2021, 14:25

Первушино аэродромы ҙур сараға саҡыра

Акция барышында пилотаж төркөм һауала 12 сәғәт үткәргән, 13 мең километр ара үткән. Һауалағы шоуҙы 20 мең кеше ҡараған!

Первушино аэродромы ҙур сараға саҡыраПервушино аэродромы ҙур сараға саҡыра
Первушино аэродромы ҙур сараға саҡыра

24 июлдә Первушино аэродром комплексының пилотаж төркөмө Башҡортостандың Спорт министрлығы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” тип аталған илһөйәрлек акцияһы ойошторҙо. Республиканың Нефтекама, Күмертау, Белорет, Сибай, Октябрьский ҡалаларында, Йәрмәкәй районында 40 минутлыҡ сағыу шоуҙар ойоштороп, балаларға һәм үҫмерҙәргә техниканы ҡарау мөмкинлеге биреп, конкурстар һәм уйындар менән сағыу саралар үткәрҙе. Акция барышында пилотаж төркөм һауала 12 сәғәт үткәргән, 13 мең километр ара үткән. Һауалағы шоуҙы 20 мең кеше ҡараған!

Был саранан тыш, Первушино аэродромында бөгөн II Бөтә Рәсәй авиация конгрессы эш башлай. Сара өс көн дауамында барасаҡ. Аваицияға уҡытыу үҙәктәре ассоциацияһы семинар ойоштора, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Сараларҙы ябыу тантанаһы 31 июлгә 13.00 сәғәткә билдәләнгән. Көндөҙгө концерт программаһынан һуң самолеттар күккә күтәреләсәк. Унан һуң авиация техникаһы менән фотоға төшөргә мөмкинлек буласаҡ.

Сарала ҡатнашырға теләге булғандар аэродромдың сайтында теркәлеү үтергә тейеш.

 

Фото: Первушино аэродромы сайтынан. 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас