Йәмғиәт
30 Июль 2021, 07:03

Бал ҡорттары менән нисек эш итергә?

Балын яратһаң, бәләһен дә ярат.

Халыҡ мәҡәле.

 Бал ҡортоноң йәшәйешен үҙләштергәс, хәҙер эш башлаусы умартасыларға бал ҡорттарын тәрбиәләү, улар менән нисек эш итеү, ҡорттарҙы үрсетеү хаҡында кәңәштәр һәм тәҡдимдәр бирергә мөмкин.

 Асыуын ҡабартма...

 Төрлө тоҡомло бал ҡорттары ояларын ҡарауға төрлөсә яуап бирә. Кавказ, Карпат ҡорттары һәм уларҙың ҡатнаш тоҡомо кеүек үк, көньяҡ тоҡомло ҡорттар ҙа, ғәҙәттә, үҙҙәрен тыныс тота. Уларҙың күсен биткә селтәр кеймәйенсә, хатта күрекһеҙ ҡарарға мөмкин. Ҡайһы саҡта урта Рәсәй тоҡомло бал ҡорттарын да бит селтәрһеҙ, әммә төтәткес файҙаланып ҡарарға була. Урта Рәсәй ҡорттарының танылған ырыуы (популяция) булған ҡырағай башҡорт солоҡ (бөрйән) ҡорттары – иң яуыз, уҫал һәм агрессив ҡорттар, шуның өсөн улар менән эшләгәндә биткә битлек кейергә, күрек тә ҡулланырға кәрәк.

Кешеләр умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнһә лә, бал ҡорттарына билдәле дәрәжәлә йоғонто яһаһа ла, улар ҡулға эйәләшеп китмәгән. Ҡорттар кешегә күнегеп бармай һәм үҙенең хужаһын танымай. Кешеләр, шаяртып: «Хужаһын танып саҡмайҙар», – тиһә лә, уларҙа йорт малы ғәҙәте юҡ, инстинктҡа ғына буйһоноп йәшәйҙәр. Уның ҡарауы, кеше ҡорттарға «күнегә», «өйрәнә» барып, улар менән эш итеү алымдарын киңәйтә. Ҡорттарҙың тыныслығы кешенең эш итә белеүенә лә бәйле.

Бал ҡорттарында һиҙеү тойғоһо ныҡ үҫешкән, уларҙы ҡырҡыу еҫтәр ныҡ ҡуҙғыта. Умартасының кейеме лә шулай уҡ ҡорттарҙың тәртибенә йоғонто яһай. Унан теге-был сит еҫ сығып торорға тейеш түгел. Хатта таҙа, яңы ғына йыуылған халатта ла үҙенсәлекле, ҡорттарҙы ҡуҙғытыусы еҫ була. Шуның өсөн уны кейер алдынан елләтәләр, тирләтеүсе йылы йөн һәм синтетик кейем кейергә ярамай. Йөнтәҫ булырға ла тейеш түгел, сөнки ҡорттар унда бутала ла асыуы ҡуба. Улар менән эш иткәндә аҡ халат йәки төҫлө туҡыманан тегелгән комбинезон иң яҡшы кейем һанала. Салбар балаҡтарын ойоҡбаштарға тығырға, ә күлдәк йәки халат еңенең осон резинкаларға кәрәк.

Ҡорттар менән эшләрҙән алда шәхси гигиенаны һаҡларға, ҡулдарҙы һәм битте яҡшылап йыуырға ҡушыла. Эш иткәндә үҙеңде тыныс һәм ышаныслы тоторға кәрәк. Әгәр ҙә ҡулда йәки тән буйлап ҡорт йөрөһә, тыпырсынып китергә ярамай, ә уны тыныс ҡына алып, осороп ебәрергә кәрәк. Ҡорт өҫтөнә баҫһаң йәки уны ҡыҫһаң, ул саға. Тәүге осорҙа бик ҡурҡһағыҙ, таҙа бирсәткә кейеп эшләргә мөмкин, ләкин ҡорттар бирсәткә аша ла саға ала. Резина бирсәткәлә ҡул тирләй, ә тир еҫен ҡорт яратмай.

Ҡорттарҙы ҡарағанда күрек иң кәрәкле ҡорал булып иҫәпләнә. Уны ҡулланыуҙан боронғо замандарҙа урман менән бергә умарталыҡтар ҙа янған икән, һәм был янғындар умарталарҙан бал запасын алып киткән, тип аңлаталар.

Умарталарҙа аҙыҡ запасы аҙ һәм ҡорттар ас булғанда, бал йыйыу булмағанда уларҙың асыулы һәм сағыусан икәнлеге күҙәтелә. Әгәр ҙә йыйым булһа, умартаға бик күп бал һуты килһә, улар зыянһыҙ була. Бөрләтәүе бал менән тулы ҡорттар сағыу өсөн ҡорһағын бөгөргә ауырһына.

Ояны йыш ҡарау ҡорттарҙы тынысһыҙландыра, уларҙың эшенә ҡамасаулай һәм күстең биологик ритмын боҙа. Юҡҡа-бушҡа күсте тикшерергә ярамай. Бер ҡарағанда эштәр комплексын башҡарыу кәңәш ителә. Мәҫәлән, яҙ күстә инә ҡорттар барлығы, аҙыҡ запасы тикшерелә, умартаның төбө таҙартыла, оя ҡыҫҡартыла һәм өҫтәп аҙыҡ – баллы рамдар йәки шәкәр шәрбәте бирелә. Умартаны асҡанға тиклем кәрәкле ҡоралдарҙы – күрек, сөрөк, умартасы ҡасауы, ҡанат йәки щетка, рамдарҙы – һәм шул әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн йәшник әҙерләргә кәрәк. Тикшереү өсөн иң яҡшы ваҡыт йылы ҡояш, елһеҙ көн үҙәге, температураның күләгәлә +12-14 градус булыуы хәйерле. Бындай көндә бик күп өлкән бал ҡорттары умартала булмай һәм эшләргә ҡамасауламай (өлкән ҡорттар саға), ә йәш ҡорттар артыҡ ҡуҙғып бармай. Ҡорттарҙы бал йыйыу булмаған, үтә ныҡ эҫе, ҡоро көндәрҙә мөмкин тиклем ҡарамаҫҡа кәрәк. Һауа торошо алмашынған саҡта, көслө ел иҫкәндә, көн һалҡынса, болотло, ямғырлы булып торғанда һәм күк күкрәү алдынан ҡорттар асыулы һәм йышыраҡ сағыусан була. Ауырыу, ҡоротҡостар килеү, умартаны йыш асыу, уға ҡағыу, һуғыу, шулай уҡ ағыулы үҫемлектәргә (һаҙанаҡ, тилебәрән, бүре йүкәһе, аҡһырғаҡ һ.б.) ҡуныу уларҙың асыуын ҡабарта.

 Ҡорт сағыуына сыҙамаһаң...

 Күсте тикшереү алдынан умартаның кейәһенә бер-ике ағым төтөн өрҙөрәләр. Ояны ҡарағанда умартаның һул яғында тороп эшләйҙәр. Әгәр ҙә ярҙамсы булһа, ул ҡаршы яҡтан тороп эшләй. Умартаның алдында, ҡорт осҡан ерҙә тороп эшләргә ярамай. Ҡапҡасты – умартаның ҡыйығын – һаҡлыҡ менән генә асалар һәм уны умартаның артҡы стенаһына күректе уға уңайлы ултыртырлыҡ йәки элеп ҡуйырлыҡ итеп һөйәп ҡуялар. Ҡапҡасҡа йылытҡыс яҫтыҡты ла һалалар. Киндер япманың мөйөшөн күтәреп, рамдар өҫтөнә (әммә ояға түгел) төтөн ағымы өрҙөрәләр. Әгәр ҙә умарта рамдар менән туп-тулы булһа, ул саҡта ваҡытлыса тикшергәнсе бер-ике рамды һурып алалар һәм өҫтө ябыулы күсермәле йәшниккә ҡуялар. Унан оялағы рамдарҙы умартасы ҡасауы менән шылдыралар һәм һаҡлыҡ менән генә ҡырынлатып һурып сығаралар, бында рамдарҙың сите менән инәне йәки ҡорттарҙы умартаның стенаһына ҡыҫып үлтермәү сараһы күрелә. Алынған рамды умарта өҫтөндә вертикаль итеп, аҙ ғына ҡырыныраҡ тоталар. Рамды лыпын ятҡырып тоторға ярамай, сөнки балауыҙ һығылып төшөргә һәм һынырға мөмкин. Бынан тыш, күҙәнәктәрҙән һеркә киҫәктәре төшә һәм яңы бал һуты ағып тама. Ҡаралған рамдарҙы запас киндер япма менән ябып торалар. Әгәр ҙә умартанан рамды алыу талап ителһә, уны һул ҡул менән өҫкө бурсаһынан йәки эләктергестәренән тоталар ҙа аҫҡа – умартаның төбөнә табан төшөрәләр. Уң ҡулдың йоҙроғо менән һул ҡулдың суғына йәки рамдың планкаһына һуғалар. Былай эшләгәндә ҡорттарҙың күпселеге кәрәҙҙән айырыла, ә ҡалғандарын ҡанат, щетка йәки яңы үлән һеперткеһе менән ҡағып төшөрәләр. Үрсемле, инә ҡорт көбө күҙәнәкле рамдарҙы ҡағырға ярамай, ә ҡорттарҙы уларҙан һепереп төшөрәләр. Ояны ҡарағас, рамдарҙы элекке урынына шылдырып ҡуялар. Әгәр ҙә ваҡыт уңайһыҙ булһа һәм ҡорттарҙың ҡуҙғыуы форсат бирмәһә, рамдарҙы ҡаршы яҡҡа ҡуймаҫҡа мөмкин, ә элек алынғандарын иң һуңғылар итеп ҡуйырға кәрәк. Күсте ҡараған саҡта инә ҡортто умартанан тышҡа төшөрмәҫ өсөн иғтибарлы булыу талап ителә. Шулай итмәгәндә, күсте инәһеҙ ҡалдырырға мөмкин.

Күрек өсөн яныу материалы булып ҡоро ағас сөрөгө йәки йомшаҡ тоҡомло ағас хеҙмәт итә, сөнки төтөн эҫе булырға тейеш түгел. Ағас бәшмәге яҡшы һәм әкрен яна. Ул ағастың түңгәктәрендә, япраҡлы ағастарҙың олононда үҫә. Күреккә эштән сыҡҡан рамдар йәки иҫке киндер япмалар киҫәктәрен өҫтәү насар булмаҫ, былай иткәндә төтөн ҡорттарҙы тынысландырыусы хуш еҫлегә әйләнә. Күреккә үлгән ҡорттар эләгергә тейеш түгел, сөнки улар янғанда тереләре ныҡ ҡуҙғый. Ҡайһы бер умартасылар ҡорттар ныҡ асыуланғанда һәм агрессивланғанда төтәткескә иҫке балауыҙ киҫәктәре һала, шул уларҙы тынысландыра. Күрек яҡшы янһын өсөн уны вертикаль хәлдә ҡуялар (төтөн тартыу көсәйә). Яныуҙы кәметеү кәрәк булғанда иһә күректе ятҡыралар. Уға үтә лә ҡоро сөрөк һалырға ярамай, сөнки уны өрҙөрткәндә күпләп осҡон сыға. Бындай сөрөктө еңелсә генә еүешләтергә кәрәк. Эш тамамланғандан һуң күректе һүндерәләр. Уның ҡапҡасын асалар, яныусы сөрөктәргә һыу ҡоялар һәм махсус соҡорға түгәләр. Күректең ҡапҡасындағы ҡором ҡырып төшөрөлә, ә тишектәре таҙартыла.

Бал ҡорттарын ҡарағанда түбәндәге ҡағиҙәне үтәргә кәрәк: “яйлап ҡына ашыҡ”, йәғни кисекмәҫтән һәм бөгөн башҡараһы эште иртәгәгә ҡалдырма, ә ҡорттар менән эшләгәндә ашыҡмағыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, сөнки ҡорттар бик ныҡ ҡуҙғый, ярһып китеп, саға башлай. Инә ҡортто ҡыҫып үлтермәү өсөн бик иғтибарлы булырға һәм үҙеңде йыйнаҡ тоторға кәрәк. Һәр сағыу кеше менән ҡорттар күсенең үҙ-ара мөнәсәбәте боҙолоуын раҫлай.

Әгәр ҙә ҡорттарҙың асыуланыуы арҡаһында эште тамамларға форсат булмаһа, умартаны асыҡ килеш ҡалдырып китергә ярамай. Шундай халыҡ әйтеме лә бар: «Кем дә кем ҡорт сағыуына сыҙамай һәм умартаны асыҡ килеш ташлап китә, ул кеше умартасы түгел».

 Ҡорт саҡҡанда ярҙам итеү

 Умартасылыҡ шөғөлөн башлап, ҡайһы бер умартасы-һәүәҫкәрҙәр үҙен бал ҡорто саҡҡанда аллергик реакцияға дусар булыу мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Ҡорттар менән эш иткән умартасыла ла, уның менән бер ниндәй элемтәһе булмаған кешелә лә, осраҡлы һәм бер тапҡыр ғына ҡорт саҡҡан әҙәмдә лә аллергия ҡуҙғыуы ихтимал.

Умартасыларҙа, ғәҙәттә, тиҙ генә иммунитет – ҡорт ағыуын ҡабул итмәүсәнлек – тыуа. Сағылыу әллә ни ауыртмайынса үтә, ҙур булмаған шеш барлыҡҡа килә лә, был хәл үтеп тә китә. Әммә әүҙем иммунитет ныҡлы түгел (6 айға тиклем). Умартасыларҙың яҙ башында ҡорт сағыуына йәй аҙағына ҡарағанда һиҙгерерәк булыуы ла ошоноң менән аңлатыла. Организмда тыуған иммунитет даими түгел һәм ҡорттан сағылыу аралығы ҙур булғанда ул юғалып ҡала. Умартасылар эштә ҙур өҙөклөк яһағандан һуң, үлемесле хәлгә тиклем ауыр ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә.

Бер тапҡыр бал ҡортонан сағылыу теләһә ниндәй бөжәк өсөн дә үлем ҡурҡынысы менән янай. Хайуандарға һәм кешегә һөжүм иткәндә ҡаяу ҡорттоң тәненән бик тиҙ ысҡына (ә ул үҙе үлемгә дусар була) һәм сағылыусының тәнендә ҡала, был иһә ҡорттарҙың ояһын туҙҙырыусы дошмандарға ҡаршы көрәштә сағыуҙың файҙалылығын күтәрә.

Ҡорттар бал йыйыу тамамланған ваҡытта, һыуыҡ көндә кеше йәки хай­уан уларҙың осоу юлында эләккән осраҡта нығыраҡ саға. Ҡатын-ҡыҙ һәм бигерәк тә кескәй балалар ҡорт сағыуҙы ир-атҡа һәм өлкән кешеләргә ҡарағанда ауырыраҡ кисерә. Шуның өсөн йөклө ҡатын-ҡыҙға умарталыҡҡа барырға һәм умарталарға яҡын йөрөргә ярамай, юғиһә ҡорт сағыуҙан бала төшөргә мөмкин. Бәләкәй балалар ҙа сағылыуҙан һаҡланырға тейеш. Кешеләр араһында шулай уҡ ҡорт ағыуына бик ныҡ һиҙгер, уны кисерә алмаған кешеләр ҙә осрай.

Әгәр ҙә һеҙҙе ҡорт саҡһа, бик тиҙ генә ҡаяуҙы һурып алырға һәм ауыртҡан урынға һыуыҡ һыуға сылатып таҙа сепрәк ябырға, уны бер нисә тапҡыр алыштырырға, яндырыу туҡтағансы шулай дауам итергә кәрәк. Һыуыҡ тәьҫире һөҙөмтәһендә тире тартыла, бының менән ул өлөшләтә ағыуҙы ла тышҡа һурып сығара, ә һыу уны йыуа. Ғәҙәттә, ҡорт саҡҡан урын, көслө янып, ауырта башлай. 1-3 мм радиуста тире ағарып китә. 1-3 минуттан һуң гиперемия (ҡан ағымы көсәйеүе) үҫеше һәм, киҫкен ҡыҙарып, шешенеү башлана. Шеш 15-20 минуттан һуң ҙурая, саҡҡан урында төйөн кеүек кенә аҡһыл ҡыҙыл урын барлыҡҡа килә, уның уртаһында капилляр зарарланған хәлдә, ҡан тамсыһы ағып сыға. Сағылған урындағы реакция менән бер үк ваҡытта хәл бөтөү, тын ҡурылыу, баш әйләнеү, күкрәк ҡыҫылыу, тирелә сабыртыу, тәндә кесерткән биҙгәге билдәләре менән ҡысыныу күренештәре булырға мөмкин. Был күренештәр ҡорттан сағылғандан һуң 5-15 минут үткәс барлыҡҡа килеүе һәм бер-ике тәүлеккә, һирәк осраҡта бер аҙнаға һуҙылыуы ихтимал.

Күп ҡорттан сағылғанда күңел болғаныу, баш ауыртыу, шыбыр тиргә батыу, температура күтәрелеү рәүешендә ауыр ағыуланыу (интоксикация) күҙәтелә. Ҡайһы саҡта уҡшыу һәм эс китеү осраҡтары була, ҡыҫҡа ваҡытлы аң юғалтыу ҙа күҙәтелә. Яңаҡты, телде, тамаҡты йәки аңҡауҙы һәм ирендең лайлалы тиресәһен ҡорт сағыу бигерәк тә ҡурҡыныс. Тамаҡ йәки тамаҡ төбөнөң лайлалы тиресәһе шешенһә, был иһә тын быуылыуға (асфиксияға) килтерергә мөмкин, һөҙөмтәлә кеше быуыла һәм үлә.

Күҙҙең ҡараһын (роговица) ҡорт сағыу бигерәк тә ныҡ хәүефле: тиҙ арала күреү һәләте насарая, күҙ ҡараһы төҫһөҙләнә, киңәйә, күҙ ағына (склера) ҡан һауа. Күҙ ҡараһы ҡатлауы зарарланғандан һуң күҙ ҡабағының ситтәре шешә. Был күренештәр 7-10 көнгә тиклем һаҡлана һәм һуңынан күҙҙең күреүе аҡрынлап элекке хәленә ҡайта. Күҙҙе ҡорт саҡҡанда күҙ эсендә ҡан баҫымының күтәрелеүе һәм күреү һәләтенең кәмеүе (глаукома) һәм күҙ яҫмығының (хрусталик) тоноҡланыуы (катаракта) барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Бал ҡорто ағыуына аллергия булған кешеләрҙә бер бөжәктең сағыуына ауыр аллергик реакция (анафилактик шок) күҙәтелә  һәм тын алыу үҙәгенең фалижынан үлем килергә мөмкин. Шуның өсөн кем дә кем ҡорт ағыуына аллергиянан яфалана, уға умартасылыҡ менән шөғөлләнеү эшенән баш тартырға кәңәш итәбеҙ.

Рафиҡ НОҒОМАНОВ, Әмир ИШЕМҒОЛОВ. “Умартасы кәңәштәре” китабынан

Читайте нас