

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренән тыш йәшәүҙе хәҙер күҙ алдына килтереп тә булмай. Тормошобоҙ ошо тармаҡ менән тығыҙ бәйләнгән. “Башинформ” агентлығында вакцинациялау темаһына үткән брифингта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ведомствола эшләгән 3 880 хеҙмәткәрҙең 76 проценты прививка яһатҡанын белдерҙе.
“Мин үҙем дә “Спутник V” вакцинаһын тәүгеләрҙән булып яһаттым һәм социаль селтәргә шул хаҡта мәғлүмәт һалдым. Фекерҙәр төрлө булды, әлбиттә. Минеңсә, һәр етәксе хеҙмәттәштәренә өлгө күрһәтергә тейеш, абруйлы, ышаныслы етәкселәр артынан барыусылар һәр саҡ табыла. Вакцинацияның төрлө ауыр сирҙәрҙән һаҡлаусы ҡалҡан икәнлеге меңәр тапҡыр раҫланған бит инде. Хеҙмәттәштәребеҙҙең күпселеге хәлде аңлап ҡабул итте, тик бер мәл вакциналар килтереүҙә өҙөклөк булыуы ғына эште тотҡарланы.
Торлаҡ милекселәре ширҡәттәрендә 30 меңгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың 50 проценты бөгөн прививка яһатҡан, был етерлек кимәлдә түгел, 20 авгусҡа был һан 80 процент тәшкил итергә тейеш. Ресторан, фитнес-клубтарһыҙ ҙа йәшәп була, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан башҡа бер көн дә тормош көтөп булмай. Ҡалаларҙа һыуһыҙ, йылыһыҙ, канализацияһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк, әгәр авария осрағы килеп тыуһа? Тармаҡтың эшмәкәрлеген һис кенә лә туҡтатырға ярамай! Тимәк, бөгөнгө хәлдең ҡатмарлығын иҫәпкә алып, барыбыҙға ла вакцина яһатыу мөһим. Әгәр ҙә коронавирустың яңы тулҡыны беҙҙе аяҡтан йыҡһа, тармаҡ ике-өс йылға артта ҡаласаҡ тигән һүҙ”, – тип борсолоуын белдерҙе етәксе.
Брифингта Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының торлаҡ-коммуналь хужалығы берекмәһе директоры Артур Шәһәрғәзин үҙҙәрендә вакцинацияның нисек ойошторолоуын һөйләне. “Эйе, беҙҙә лә икеләнеүселәр етерлек булды, имеш, вирусҡа ҡаршы организм үҙе көрәшергә тейеш”, “сир юҡ ул, уйлап сығарылған”, прививкалар зарарлы... Тик тормош һәр нәмәне яйлап үҙ урынына ҡуйҙы, ысынбарлыҡ барыһын да еңде. Ике фажиғәле осраҡ халыҡты һиҫкәндерҙе, бер көн генә температураһы күтәрелеп ауырыған хеҙмәткәребеҙҙе тиҙ арала юғалтыуҙан шаңҡып ҡалдыҡ. Карантинда ултырҙыҡ. Биләмәне хеҙмәтләндереүҙе башҡа Торлаҡ-файҙаланыу идаралығына тапшырырға тура килде. Дуҫ-иш араһында юғалтыуҙар артты... Шуға күрә бары вакцинаның ғына мәкерле сирҙән һаҡлаясағына ышанабыҙ.
Берекмәнең коллектив килешеүендә антиесемдәргә тест биреүҙең ойошма иҫәбенә башҡарылыуы, прививка яһатҡандан һуң бер ял көнө бирелеүе нығытылған. Яҡындарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе сир йоғоуҙан һаҡлау өсөн мотлаҡ вакцина яһатырға кәрәк”, – тине ул.
Алан Марзаев төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең абруйына баҫым яһай, сөнки вакцинацияның уңышлы барыуы өсөн яуаплылыҡ улар иңенә һалынған. “Беҙгә локдаундар кәрәкмәй, бюджет аҡсаһының ярҙамға мохтаж предприятиеларға йүнәлтелеүе арҡаһында беҙҙең тармаҡ ремонт эштәрен өс тапҡырға ҡыҫҡартты. Был хәлгә киләсәктә юл ҡуйырға ярамай, шуға барыбыҙға ла вакцина яһатырға кәрәк”, – тине Алан Марзаев.
- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.