Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 12:21

“Гөлмәрфүғә” килен төшөрә

Милләтебеҙ бәрәкәтен арттырып йәшәргә яҙһын.

Һөйөп үҫтергән балаһы

Тапҡан ғүмерлек йәрен.

Атай-әсәйгә шунан да

Ҙур шатлыҡ бармы тағын!

Борондан ҡалған йола был,

Ниәт иттек изге уй:

Йәш ғаиләнең аҡ юл башы

Фатихалы ошо туй, –

тип, инде бик күптәргә таныш “Гөлмәрфүғә” исемле йылы, көләс усаҡтың хужалары – Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәгән Миләүшә менән Әнәс Ҡыҙрасовтар ошо көндәрҙә улдары Ниязға килен алып ҡыуанды.

  Йола үтәү –изге ғәмәл

 Ауыл туйы... Ниндәйен дә ихлас, матур байрам ул!

Күрше генә Вәзәм (Бәләкәй Арыҫланғол) ауылынан үҙ яртыһын тапҡан Нияз менән Гөлиәнең дә ғаилә байрамы тик изге ниәттәргә, матур төҫтәргә мансылып башланып китте. Һау мөхитле ғаиләлә матди байлыҡҡа ҡарағанда эске рухтың ҡиммәтерәк икәнен һеңдереп үҫкән егет тә, сағыу таланты менән бала саҡтан кеше иғтибарынан арыған, иманлы, дини ғаиләлә тәрбиәләнгән  ҡыҙ  ҙа шау-шыулы туй үткәреүҙән ҡырҡа баш тартты. Аш-һыу тәләфләп, артығын түгеп, ҙур залдар тултырғансы ҡунаҡ йыйыу ғәҙәти хәлгә әйләнеп киткән заманда улай килешерме, тип икеләнгән атай-әсәйҙәр баҫымына ҡаршы ла ныҡ торҙо улар. Йәш ғаиләнең аҡ юл башы айыҡ ауыл тип иғлан ителгән Әбештә бер тамсы эскелекһеҙ ҙә күркәм байрам эшләргә мөмкин икәненә ныҡлы дәлил булды.

Туй – ике йәш йөрәктең мөнәсәбәттәре шәриғәт менән нығытылғандан һуң ойошторолған оло мәжлес, байрам, ғаиләлә ҡыуаныслы, шатлыҡлы ваҡиға уңайынан үткәрелгән тантана төрө.  Халҡыбыҙ элек-электән туйға ҙур иғтибар бүлгән. Ул нисек үтһә, йәш парҙың киләсәге лә шулай була тигән фекер йәшәй. Һәр ырыуҙың үҙ йолалары булған, улар теүәл үтәлгән. Был туйҙа ла “Гөлмәрфүғә”ле йортҡа килен төшөрөүҙең бик күп матур йолалары башҡарылды.

Кейәү егет киленде алып ҡайтырға күрше ауылға юлланды. Нәҫел-ырыуы егәрле, йүнсел, оҫта ҡуллы булыуы менән дан тотҡан Суриндарҙың атай нигеҙендә төпләнеп, үҙ ҡулдары менән сынъяһау ағас йорт һалған Рәүф Тәлғәт улының ихатаһы ҡыҙ оҙатыуҙың күңелле лә, һағышлы ла мәшәҡәттәренән мәж килә. Күрше-күлән, туған-тыумаса йыйылған. Тәмле аш-һыуҙары, йомшаҡ теле менән хөрмәт ҡаҙанған йорт хужабикәһе,  биш бала әсәһе Әлфиә ханым йорт алдына, һый тултырып, өҫтәл ултыртҡан. Гөлиә менән Ниязға изге теләктәрен теләп, кейәү йортона оҙаталар.

Һылыу ҡыҙҙы тиҙ генә ысҡындырып ебәрмәй әле вәзәмдәр, тимер аттың “ат башын” тотоп, йолаһын ҡылып, кейәү егеткә ҡаршылыҡ күрһәтәләр. Бүләктәр менән ҡыуандырғас ҡына, оҙатыусылар ҡул болғап, бәхетле ғүмер теләп, тороп ҡалды.

Ҡыҙ биргән өйҙөң ҡото китмәһен өсөн, кейәү ҡапҡанан сыҡҡанда, тәңкә, кәнфит һәм ваҡ әйберҙәр һибеп ҡалдырҙы. Бала-сағаның һәр туйҙа ла иң көткән өлөшө ошо йолалыр ул. Кинәнеп юл буйынан Әбеш менән Вәзәм араһынан сик булып ағып ятҡан Һаҡмар күперенә тиклем аҡса, тәмле һый сүпләп сыр-сыулашты улар.

Һандыҡ-һандыҡ бирнә, күстәнәс, йыуаса тейәлгән машиналар ҡыҙ йортонан ҡуҙғалды. “Бик матур ҡыҙҙы эләктерҙе Нияз, бәхеттә, шатлыҡта ғына йәшәһендәр”, “Матур урынға килен булып төшә Гөлиәбеҙ, шәп егетте ҡаратҡан, бик мәслихәт!” – тип, күрше-тирә йәштәргә хәйерле юл теләп, сөкөрләшә-сөкөрләшә сәйле табын янында ҡалды.

Килен ҡаршылау

 Әбештәр иһә мәж килеп килен ҡаршыларға әҙерләнә. Йәштәр ауылда төпләнмәгән был заманда йортҡа  килен төшөрөү – һағынып көтөлгән шатлыҡ ул. Бәхете күҙҙәренән түгелеп торған бейем (ҡәйнәне был яҡта шулай тиҙәр – авт.) – Миләүшә апай килененең аяҡ аҫтына аҡ мендәр түшәп, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алды. 

Килдеңме имен генә,

Киленем, киленгенәм!

Уҙ йортомдоң түренә

Төклө аяғың менән!

Аҡ мендәргә баҫҡандай,

Аҡ бәхеттәр юлыңа!

Аҡ һөт имгән бала бул,

Тоғро йәр бул улыма.

Ҡурҡҡандарың буш булһын,

Юрағаның юш килһен,

Аҡланһын бар өмөттәрең,

Әйҙә, түрҙән уҙ, килен! –

тип алғышланы киленен шиғри күңелле хужабикә.

Мотлаҡ үтәлергә тейеш матур йола – бал-май ҡаптырыу ҙа – килендең балдай татлы, майҙай йомшаҡ һүҙле, көләс йөҙлө булырына ишара:

Балдай татлы телле бул,

Бал ҡортондай эшсән бул,

Балда, майҙа йөҙөп йәшә,

Бал ҡортондай күсле бул.

Эшең, көнөң уң булһын,

Ашың, һыуың мул булһын,

Һүҙең балдай, йөҙөң айҙай,

Күңелең майҙай булһын! –

тип теләктәрен дә, өгөт- нәсихәтен дә теҙҙе бейем кеше. Еңгәйҙе көтә-көтә көтөк булып бөткән бикәстәре билен сисеп, бүләк алды. Был матур күренеш килен кешене тотҡарлап торған бәйҙәрҙе сисеп, үҙ араларына алыуҙы аңлата.

Килендең үҙе кеүек үк матур бирнә һандығы ла бар. Шул һандыҡтың эсенә, әйтерһең, донъяның бөтә матурлығы һыйған. Ул шундай йәмле, ҡәҙерле булып, йортҡа инергә рөхсәт көтөп ултыра. Әммә килендең еңгәйҙәре тиҙ генә был хазинаны тоттороп ебәрмәй әле. Кейәүҙән бүләк өмөт итеп, һатыулашып-һатыулашалар. Кейәүҙең туғандары был ҡоҙасаларҙың күңелен күреп йырлап та, бейеп тә ҡарай.

Һандыҡҡа хужа булып торған мыҡты еңгәйҙе ризалатып, мул ғына бүләк биреп, һатып алынғас, һандыҡ та килен артынан өй түренә менеп ҡунаҡланы. Байрамға йыйылған ололар: “Һандыҡтың эсе тулы ниғмәт булһын, хужабикәһенә һәр ерҙә хөрмәт булһын”, – тип теләктәр әйтеп торҙо.

Йорт хужаһы Әнәс ағай алыҫтан килгән ҡоҙа-ҡоҙаларҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Хәләл ризыҡтар, милли эсемлектәр менән тулған табында һәүетемсә һөйләшеп, танышыуҙы Әбеш менән Вәзәм ауылы йәштәренең иң хөрмәт иткән инәйҙәре, һәр парҙың, һәр йәш йөрәктең серҙәше, кәңәшсеһе, оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән Нәсимә апай Ибраһимова башҡарҙы. Үҙе Вәзәм ҡыҙы булып, Әбеш ауылына килен булып төшөп, бөтә ғүмерен кешеләрҙең йәнен, тәнен дауалауға (табип булмаһа ла) бағышлаған изге күңелле был кешенең әйткән нәсихәттәренә, табындағы һәр кеше тураһында матур һүҙҙәренә ҡоҙасалар ғына түгел, ҡоҙалар ҙа йөрәкһеп, күҙҙәренә йәш алып тыңланы.

Матур-матур шиғыр юлдарына үрелеп барған теләктәр үә кәңәштәр йәштәр йөрәгенә һеңмәй ҡалмаҫ, иншалла (тамада тигән һүҙ оҡшамай, әммә тамада ролен алып барған кеше нәҡ ошондай булырға тейештер, тигән уй яралды күңелдә).

Көс-дәрт ташып торған Рифат менән Йыһангир ҡоҙалар: “Көрәгә килә, көрәгә!” – тип һамаҡлап, ҡымыҙ, буҙа алып инделәр. Шифалы милли эсемлектәр эсеп, уйын-көлкө менән аралашып, табын дауам итте. Ауылдың оҫтаби­кәләре – фермер Рәзилә Илем­бәтова эшләгән ҡымыҙ, башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Бохарбаева эшләгән буҙа эсеп туйғыһыҙ тәмле шул! Ҡамыр аштары оҫтабикәһе Әлфиә Әбделмәнованың төрләп-төрләп бешергән бәлештәре бигерәк тәмле ине. Бар ҡунаҡтар исеменән ҙур рәхмәт уларға.

Кейәү егеттең ҡәрсәһе (атаһы­ның әсәһе – авт.), мөнәжәтсе Вәлимә инәй Ҡыҙрасова, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ йыр­ҙарын оҫта башҡарып, мәжлескә йәм өҫтәне. Килендең ҡәрсәһе Люциә инәй Сурина менән улар табындың мәртәбәле ҡунаҡтары булды. Ейән-ейәнсәрҙәреңдең байрамында хөрмәтле булып ултырыуҙар – ниндәй бәхет!

Табын – табын менән, әммә йома намаҙы ваҡытын белдереп, аҙан тауышы ишетелгәс тә, туйҙағы ҡоҙаларҙың – мәсеткә, ҡоҙағыйҙарҙың намаҙлыҡтар артына йүнәлгәне лә бер мәртәбә булды. Ысынында, бында ғәжәп итерлек бер нәмә лә юҡ – иманлы кеше өсөн ғәҙәти, фарыз ғәмәл булып, барса туйҙарҙа ла күҙәтелһә ине ошо хәлдәр, тиергә генә ҡала.

 Һыу юлы

 Йома намаҙынан һуң, хәйерле сәғәттә бикәстәр киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһын атҡарҙы. Ололар ҙа ҡарап ҡына ситтә тороп ҡалманы. Кәләш алған ғәййәрле саҡтарын һағынған  ҡоҙалар ҙа, килен булып төшөп, һыу башлаған нескә талдай саҡтарын хәтерләп моңһоуланған ҡоҙағыйҙар ҙа был күркәм йолала ҡатнашып, гармунға ҡушылып йырлап, көйәнтәле ҡыҙ артынан эйәрҙе.

Килен балаҡай иңдәренә ятҡан көйәнтә лә бик үҙенсәлекле: 30 йыл элек Миләүшә апай үҙе лә нәҡ ошо көйәнтәне иңдәренә элеп, ошо урамға килен булып төшкән. Ауылдың хөрмәтле кешеләре булып, тормош иптәше Әнәс ағай менән бергәләп өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ауылда иң оҙаҡ бергә матур йәшәгән парҙарҙың береһе булған Әнисә менән Сәлимйән Әминевтәрҙең ҡоҙоғона һыу алырға килгән йәш парҙы хужалар ихлас ҡаршыланы. Әнисә апай баҡса емештәрен теҙеп, тәмле бәлештәрен бешереп, өҫтәл дә әҙерләп ебәргән. Ә Сәлимйән ағай ҡоҙоҡ тирәһен матурлап, сәскәләр менән биҙәп тә ҡуйған.

Йорт хужаһы – ғүмер буйы киномеханик булып эшләп, үҙ образында “Еңмеш” фильмында төшкән хөрмәтле аҡһаҡал. Алты балаға ғүмер биреп, ҡартайған көндә матур итеп йорт төҙөп сығып, бөтә ейәндәренә йыл да ҡолон инселәп, ейәнсәрҙәренә бирнә һандығы теүәлләп ҡуйып, ауылға бер йәм булып йәшәй улар.

Йәш килен, йола шартына тура килгәнсә, хужаларға, һыу башлаған бикәсенә бүләк биреп, һыу эйәһенең ризалығын алып, ҡоҙоҡ эргәһенә тәңкәләр һибеп ҡалдырҙы. Уның һыу алып ҡайтҡанын ҡапҡа төбөнә йыйылған бала-саға, күрше-күлән түҙемһеҙләнеп көтә ине инде. Ошондай ҙа матур  ихлас теләктәрҙән генә ҡойоноп тулған, алмалы көйәнтәлә бәүелеп ҡайтҡан күнәктәрҙәге һыу нисек тәмле булғанын белһәгеҙ икән!

Килен алып ҡайтҡан һыу менән самауыр тултырып, тәмле сәй ҡай­натып эскәс, дәртле таҡмаҡ­тарға бейеү ҙә, ысын-ысындан ҡыҙыҡлы уйындар ҙа гөрләне. Был тәңгәлдә инде оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар менән эшләп, тәжрибә лә, оҫталыҡ та туплаған Нурсилә Ибраһимованың ойоштороу һәләтенә һоҡланырға ғына ҡала.

Әҙәпле, күңелле уйындарҙа йәше-ҡарты рәхәтләнеп уйнаны. Иман юлындағы ҡоҙалар ҙа күңел асып уйнарлыҡ, бер яҙығы булмаған уйындар ойоштороп, туй мөхитен йәнләндереп ебәрҙе шулай Нурсилә апай.

Ҡоҙа-ҡоҙалар уйнап-бейеп күңел асҡан арала ике-өс төрлө йылы ашын өлгөртөп, “Гөлмәрфүғә” эргәһендә зыр әйләнгән Рәзилә Илембәтова апайҙың ғәмәлдәре тағы бер һоҡландырҙы. Йорт хужабикәһе Миләүшә апайҙың айырылмаҫ дуҫы, ауыр саҡтарҙа йыуанысы, ошондай мәшәҡәтле мәлдәрендә таянысы булған йән әхирәте иртә таңдан инде ҡаҙан эргәһендә ҡайнай. Шуныһы ҡыуаныслы: хужалар үтенес менән мөрәжәғәт иткән бер кем дә, – үҙ туғанымы, сит кешеме, – “ҡуй” тип әйтмәй, ысын күңелдән ярҙам итә. Ауыл халҡының ихласлығы – уның күркәмлеге лә ул.

“Хуш тояғы”

 Ҡоҙалар килтергән бүләктәрҙе табындағы бар ҡунаҡтарға тарат­ҡас, “хуш тояғы”на ваҡыт етте. Ҡоҙалар матур табын, һый-хөрмәт өсөн рәхмәт әйтеп, ҡайтырға рөхсәт һораны. Йорт хужаһы булған ҡо­ҙалар матур килен үҫтереп биргән өсөн уларға алғыш әйтте. Ә йәштәр, тулҡынланып, ата-әсәйҙәренә йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, изге кәңәштәренә, нәсихәттәргә ҡолаҡ һалып йәшәргә вәғәҙә бирҙе. Күңелдең иң нескә ҡылдарын сыңлатҡан матур байрам өсөн башҡа төрлө шау-шыулы тамашалар ҙа, бер-береңдән уҙҙырып әҙерләнгән һый-хөрмәт тә артыҡ шикелле.

Туй тип аталған күп мәжлестәрҙең ҙур залдарҙа саҡырылған йырсыларҙы тыңлап, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыңдың кем икәнен дә йүнләп белә, таный алмай, официанттар килтергән төрлө ризыҡ янында самауыр сәйенә зарығып уҙғандары ла бихисап хәҙер.

Быуаттар буйы тапшырыла килгән йолаларҙы үтәгән өсөн дә бик матур һәм нигеҙле булған заманса башҡорт  туйының шаһиты ла, ҡунағы ла булыу ғүмергә юйылмаҫ йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килеп, быуындан-быуынға тапшырылған эшмәкәрлек һәм ғөрөф-ғәҙәт, рухи байлыҡ, күҙаллауҙар булған милли йолаларҙы сәхнәләштермәй генә, ғәҙәти көнкүрештә, ошондай ғаилә байрамдарында һәм башҡа сараларҙа ҡулланыу – үҫеп килгән быуынға әхлаҡи тәрбиә биреүҙең мөһим шарты. Йәштәр ҙә, балалар ҙа бындай байрамдарҙа күргән, башҡарған матур күренештәрҙең йола ғына түгелен йәшәй килә аңлар, иманым камил.

Тыуған тупраҡтан көс алып, нығынып, эргәһендә ҡарағайҙай һөйгән йәре, сылтырап аҡҡан көмөш һыуы, хәләл ризыҡ йүнләр усағы булған йәш киленгә киләсәктә нәҫел дауам итер балалар үҫтереп, милләтебеҙ бәрәкәтен арттырып, тыныс зәңгәр күк аҫтында “Гөлмәрфүғә”не дөрләтеп йәшәргә яҙһын.

 -Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА.

 Хәйбулла районы.

Читайте нас: