

Бөрйән районының Байназар ауылында балаларына терәк-таяныс, йәштәргә үрнәк булып йәшәгән, гөрләтеп донъя көткән оло йәштәгеләр бихисап. 92-се йәшен ваҡлаған Рәхимйән Байназаров та – әүҙем тормош алып барыуы, оптимист рухлы булыуы менән күптәргә өлгө. Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы 1930 йылда донъяға килгән.
Бәпесенә ай ҙа тулмаған әсәһе ауыр эштән өҙлөгөп ауырып китә. Ул ваҡытта Бөрйәндә дауахана булмай, Рәхимйәнде олатай-өләсәй ҡулында ҡалдырып, йәш ҡатынды Темәскә алып китәләр. Шулай күкрәк һөтөнән иртә айырылырға тура килә сабыйға. Ул йылда бәпестәр күп тыуа ауылда, Рәхимйән тиңдәштәренә “һөттәш” булып үҫә. Оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң, бәхеткә күрә, әсәһе йүнәлеп сыға, әммә башҡа балаға уҙа алмай.
Ғаиләлә бер үҙе генә үҫһә лә, малайға иркәләнеү тәтемәй. Ата-әсәһе көндәр буйы колхозда тир түгә, Рәхимйән йорт-ҡура тирәһендә булышып, эшкә күндәм булып буй еткерә. Ун бер генә йәшендә ҡәһәрле һуғыш башлана, атаһы яуға китә, әсәһе менән икеһе генә тороп ҡалалар.
– Ир-ат иген сәсеп киткәйне, ул йылда уңыш ныҡ уңды. Ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро игенде ураҡ менән көлтәгә урып, эҫкерткә һалып ҡуйҙы. Ҡыш буйы шунан ашлыҡ һуҡтырҙылар. Әсәйем көнө-төнө колхоз эшендә бил бөктө. Атайым бәләкәй генә йорт һалған ине, шунда йәшәнек. Ҡыш утын яғы наҡыҫ булды. Ауыл эргәһендә бер бөртөк ағас ҡалманы. Беҙ, үҫмер малайҙар, билдән көрт йырып, сана менән утын ташый торғайныҡ. Аслыҡ-яланғаслыҡты, нужаны күп күрелде инде, – тип көрһөндө әңгәмәсем.
Ауыр заманалар булһа ла, мәктәптә уҡытыу туҡтатылмай. Рәхимйән белемгә тартыла, әммә, эшсе көсө етешмәгәс, тиҫтерҙәре менән бергә алтынсы класҡа бармай, колхоз эшенә егелә. Атаһы, һуғыштан ҡулһыҙ ҡайтып, урмансы булып урынлаша, әммә оҙаҡ эшләй алмай. Рәхимйән уның урынына бер нисә йыл урман хужалығында ла хеҙмәт итеп ала. Һуңынан колхозда комбайнсы ярҙамсыһы, комбайнсы була.
Шул йылдарҙа МТС-ҡа таҡта ярыу ҡорамалы ҡуялар, әммә эш рәтен белгән кеше таба алмай аҙапланалар. Техника менән булышырға яратҡан Рәхимйән тиҙ төшөнә яңы ҡорамалдың серҙәренә. Яҡшы белгес булараҡ, төрлө ауылдарға саҡыра башлайҙар, үҙ ғүмерендә туғыҙ ауылда пилорама ултыртыша ул.
1949 йылда егетте Ҡыпсаҡ ауылы һылыуы Вәсилә менән таныштыралар. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡороп, атай йортонда төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы ете бала донъяға ауаз һала. Байназаровтар йорттарына төкәтмә эшләй. Ғаиләләре ишәйгәс, атай нигеҙендә ҙур итеп өр-яңы йорт һалып инәләр. Вәсилә Сабирйән ҡыҙы тәүҙәрәк колхозда, шунан оҙаҡ йылдар май йыйыусы булып эшләй. Рәхимйән Мөхәмәтйән улы 23 йыл нефть базаһы тармағында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
– Бер-беребеҙҙе аңлап, татыу йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем ҡаты ауырыуҙан бик иртә мәрхүм булды. Балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, барыһы ла иҫән-һау, үҙ донъяларын көтә, балалар үҫтерә. Миңзәләбеҙ – уҡытыусы. Ғәлиә фельдшерлыҡҡа уҡып, хеҙмәт юлын үтте. Ғәлийән, Ғәлиулла, Азат улдарыбыҙ шофер һөнәрен һайланы. Зәйтүн Күмертауҙа йәшәй, вахта ысулы менән Санкт-Петербургта эшләй, Хәмдиәбеҙ – ауылда. Ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр килеп, хәлде белешеп йөрөй, – тип шатлығы менән уртаҡлашты һүрәтләмә геройы.
Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ауылдаштарының ихтирамын тойоп, бәхетле ғүмер кисерә аҡһаҡал. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, зиһене теүәл, атлап йөрөүҙәре лә йәштәрҙекенән ҡалышмай. Илдә барған ваҡиғалар, сәйәсәт, донъя яңылыҡтары тураһында ла хәбәрҙар әңгәмәсем. 2019 йылда ауыл советының хәрби иҫәп буйынса белгесе Гүзәл Атанғолова ярҙамында Рәхимйән Байназаров һуғышта хәбәрһеҙ юғалған яҡын ғына туған ике ағаһының ҡайҙа ерләнгәндәрен асыҡлаған.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт” девизын алға ҡуйып йәшәгән аҡһаҡал йорт-ҡура, баҡса тирәһендәге эштәрҙе лә ихлас башҡара. Байназаровтарҙың йорто ауылдың биръяғында урынлашҡан. Рәхимйән Мөхәмәтйән улының “тимер аты” ла бар. Берәй ергә йомошо төшһә, велосипедына атлана ла елдерә.
Коронавирусҡа ҡаршы прививканы ла ауылда тәүгеләрҙән булып ҡаҙатҡан ул.
– Беренсе уколды алғанда ла, икенсеһенән һуң да үҙемде ҡәҙимгесә тойҙом. Ә хәҙер, ҡурҡмай, кешеләр менән иркен аралашам. Бөтәһенә лә, бигерәк тә йәштәргә кәңәшем шул: прививка яһатығыҙ. Был зәхмәтте шулай берҙәм тотонһаҡ ҡына, еңеп булыр, – тигән теләктәрен еткерҙе әңгәмәсем.
– Оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт йәшәүҙең сере нимәлә? – тип һораным аҡһаҡалдан.
– Күп нәмә кешенең үҙенән тора. Бына мин дә, ҡайһы ваҡыт ауырыҡһынып ятып алһам да, тәнем ҡатмаһын тип кире тора һалам. Хәрәкәт итеү, эшләп йөрөү – үҙе дауа бит ул. Кешеләр менән аралашығыҙ, кәйефегеҙҙе юҡ-бар өсөн төшөрмәҫкә тырышығыҙ. Тормош матур, ҡәҙерен белегеҙ, – тип йылмайҙы ул.
- Римма Солтанова.