

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы ҡарамағындағы коллегияның 2021 йылдың тәүге яртыһындағы эш йомғаҡтарына арналған ултырышында сығыш яһаны.
Башҡортостан етәксеһе үҙенең телмәрендә идаралыҡтың күләмле һәм яуаплы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын билдәләне. “Был айырыуса коронавирус пандемияһы осоронда асыҡ сағылды. Атап әйткәндә, санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын бөтәһе лә күрҙе”,– тине ул.
– “Роспотребнадзор” менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берлектәге эше һөҙөмтәһендә коронавирус менән сирләгәндәр һанының киҫкен артыуына юл ҡуйылманы, йөҙҙәрсә мең кешенең һаулығы һәм ғүмере һаҡлап ҡалынды, ковидты лабораторияла асыҡлау алымдары әлегә тиклем ҡулланылмаһа ла, халыҡҡа ауырыуҙы лабораторияла диагностикалау мөмкинлеге тәьмин ителде. Һеҙ эште йылдам үҙгәртеп ҡороп, йөҙҙәрсә хеҙмәткәрҙе уҡытып сығарҙығыҙ, медицина ойошмаларына экспресс-тестар менән ярҙам иттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Июль аҙағына Башҡортостан COVID-19 менән ауырыу кимәле буйынса илдә 82-се урынды биләй. Һеҙгә йәнә бер тапҡыр республика халҡы исеменән ҙур рәхмәт әйтергә теләйем!
Республика Башлығы Мария Александровна Скотарева етәкселегендәге Гигиена һәм эпидемиология үҙәге командаһының, бактериологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Лилиә Флүр ҡыҙы Кәлимуллинаның, эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Тамара Ҡасим ҡыҙы Олейниктың хеҙмәтен айырып билдәләне. Ә “Роспотребнадзор” идаралығында ковидҡа ҡаршы көрәшкә етәксе урынбаҫарҙары Александр Сергеевич Жеребцов, Галина Яковлевна Пермина, бүлек белгестәре етәкселек иткән. Хеҙмәткәрҙәр Лира Әмир ҡыҙы Фәрүәзоваға, Лилиә Нәжип ҡыҙы Аҡбашеваға, Елена Сергеевна Шакироваға, Дамира Сәғит ҡыҙы Йәнтүринаға, Юлия Германовна Берзинаға, Вероника Геннадиевна Говороваға һәм башҡаларға төбәк Башлығы айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Көсөргәнешле эш һөҙөмтәһендә беҙ эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуйманыҡ, хатта тиҫтәләгән илдән бик күп ҡунаҡтар ҡатнашлығында Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек күләмле сараны үткәреү шарттарында ла, – тине Радий Хәбиров. – Августа Спорт көрәше буйынса донъя беренселеген дә, “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалын да уңышлы уҙғарырбыҙ, сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫбыҙ, тип ышанам.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, әле төп бурыс – халыҡты күмәк вакцинациялау. Уның һөҙөмтәһендә төбәктә тотороҡло эпидемиологик хәлде һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
– “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығы – бик көслө, татыу профессионалдар командаһы. Хеҙмәттәшлегебеҙ нығыр, тип ышанам. Республикабыҙ файҙаһына яҡшыраҡ һәм әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Ул барыһына ла һаулыҡ, именлек һәм яуаплы хеҙмәттә уңыштар теләне.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Роспотребнадзор” белгестәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, маҡтаулы исемдәр бирҙе.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, хеҙмәттең көйлө эше һәм республика власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш һөҙөмтәһендә коронавирус менән ауырығандар һанының кинәт артыуына юл ҡуйылманы. Контроль эшмәкәрлеге нигеҙендә быйыл алты айҙа халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау өлкәһендәге талаптарҙы боҙоуҙың 12,5 мең осрағы теркәлгән.
Республика вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин министрлыҡ менән “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы араһындағы үҙ-ара эш итеү кимәлен юғары баһаланы.
- Лилиә Дәүләтбәкова әҙерләне.