Йәмғиәт
30 Июль 2021, 06:30

“Илгә килгән афәтте еңеү өсөн тик бер сара бар”

Беҙ Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән кешеләрҙән коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыуға мөнәсәбәттәре тураһында һораныҡ. Улар фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Һөйләшеү барышында йәштәрҙең дә, ололарҙың да прививкаға ыңғай ҡарашта булыуы асыҡланды.

Азат ИШКИНИН, 35 йәш, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Мин Себерҙә эшләп йөрөйөм. Унда барып еткәс, ике аҙна буйы һаулыҡты тикшерәбеҙ. Вакцина яһатҡандан һуң бындай тикшереүҙең кәрәге булмаясаҡ икәнен белгәс, мин шунда уҡ прививка эшләтергә риза булдым, сөнки ғаилә менән бергә ял итеү өсөн ваҡытым күберәк ҡаласаҡ.

Вакцина яһатыу өсөн сиратҡа эштә яҙылдым. Бер нисә көндән шәфҡәт туташтары килеп, укол ҡаҙап та китте. Иртәгәһенә әҙерәк ҡыйын булып, хәл бөтөп торҙо. Йәнә бер көндән тән ауыртыуы бөттө. Икенсе вакцинаны ауырыраҡ кисерҙем һәм теүәл бер көндән ҡәҙимге йәшәү рәүешенә ҡайттым.

Был прививканы һәр кем мотлаҡ эшләтергә тейеш, тип уйлайым. Эштә күп кеше менән аралашам, шуға күрә, өйгә ҡайтҡас, ғаиләмдең һаулығы өсөн борсолам. Вирусты вакцинаһыҙ туҡтатып булмай икән, мин мотлаҡ эшләтеү яҡлы.

Айгөл АҠБАЕВА, 46 йәш, Күгәрсен районы:

– Коронавирустан вакцина барлыҡҡа килгәс тә мотлаҡ яһатырға теләнем. Ҡурҡыу тойғоһо булманы, сөнки был үлемесле вирусты еңеү өсөн тик бер сара бар.

Беренсе вакцинаны 10 февралдә һалдылар, уны эшләр өсөн үҙем иҫәптә торған поликлиникаға барҙым. Прививканан һуң бер көн буйы ҡулым һыҙлап торҙо. Икенсеһен 3 мартта яһатҡас, быуындарым ауыртты, тән ҡыҙыулығы булды. Себерҙәге барлыҡ хеҙмәттәштәрем дә прививка эшләтте һәм еңел кисерҙе. Һәр кеше уны яһатырға тейеш, тип уйлайым, сөнки, ғалимдар әйтеүенсә, коронавирусты вакцинаһыҙ еңеп булмаясаҡ.

Анастасия ЗАЯЦ, 18 йәш, Өфө ҡалаһы:

– Вакцинаны майҙа эшләттем. Ул ваҡытта “кеше күпләп йөрөгән урындарҙа сертификат кәрәк буласаҡ” тигән талап юҡ ине. Әлбиттә, вакцина яһатыуға был сәбәп түгел, иң мөһиме – үҙеңдең яҡындарыңдың сәләмәтлеген ҡайғыртыу.

Сит илдәргә сығып, хәүефһеҙ сәйәхәт итергә лә мөмкинлек тыуа. Вакцинаны эшләтеүҙән ҡурҡманым, ләкин прививканан һуң хәл кергәнсе көндәлек эштәремде ситкә ҡуйып торҙом. Беренсе прививканан һуң тән температураһы 38 градустан юғарыраҡ күтәрелде һәм ике тәүлек буйы төшмәне. Әлбиттә, күңелһеҙ хәл, шулай ҙа был күренеш вакцинаның эшләүе тураһында аңлата. Икенсе прививканан һуң ҡулым ғына әҙерәк ауыртып торҙо. Температура булмағанға шатландым, сөнки был көндә имтихан тапшырырға кәрәк ине.

Прививканы мотлаҡ эшләтергә кәрәк – ул беҙгә ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу өсөн юл аса. Мин вакцинаны үҙем уҡыған университеттың һаулыҡ һаҡлау бүлмәһендә яһаттым, сөнки унда сират ҙур түгел. Әсәйем дә март айында прививка эшләтте һәм еңел кисерҙе.

Нурзилә ФӘТҠУЛЛИНА, 63 йәш, Ишембай районы:

– Вакцинаны май айында үҙемдең ихтыяр көсөмә таянып эшләттем. Ике көн дауамында әҙерәк хәлһеҙлек, тән ҡыҙыулығы булды, шулай уҡ ҡан баҫымы күтәрелде, әммә бер ҙә ҡурҡыныс тойолманы. Ни өсөн тигәндә, мин үҙем дин юлын һайлағас, мәсеттәргә күп йөрөргә һәм кешеләр менән аралашырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларым коронавирус менән сирләне. Шуның өсөн вакцина – һаҡлыҡ сараһы, тип иҫәпләйем.

Бөгөн прививканы яһатырға кәрәк, сөнки кешегә тыуғас та бөтә ауырыуҙарҙан ҡурсалау өсөн календарь буйынса даими вакцина эшләйҙәр. Коронавирус күп кешене яҡты донъянан алып китте. Илгә килгән ҡурҡыныс ауырыуға кәртә ҡуйырға кәрәк, ә бының төп юлы – вакцина.

Минең йәштәге һәм өлкәнерәк кешеләргә коронавирустан прививка эшләтеү – ҡаты сирҙән ҡотолоу өсөн мөһим сараларҙың береһе

 - Гөлназ ҮТӘГӘНОВА яҙып алды.

Читайте нас