

Ләйсән ЗӘЙНЕТДИНОВА 1996 йылдың 6 майында Өфө ҡалаһында тыуа. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамлай, Башҡорт дәүләт университетының финанстар иҡтисады һәм эшҡыуарлыҡ институтында уҡый.
Ләйсән – билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡыҙы. Сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә ҡыҙҙа, ҡумыҙ, гитара, ҡурайҙа уйнай белә. Бынан тыш, уның үҙенә генә хас сәхнә юлы бар – Ләйсән ди-джейлыҡ, йәғни көйҙәр сығарыу менән шөғөлләнә, киләсәктә көйҙәрен бар донъяға яңғыратырға йыйына.
Ул сәйәхәтсе лә – Ер шарының Ләйсән булмаған иле ҡалдымы икән? Ҡытайҙа ла йәшәп ала, Дубайҙа, Төркиәлә лә була. Ҡайҙа ғына барһа ла, үҙе менән гел башҡорт милли уйын ҡоралдарын ала, сит ил халыҡтарын башҡорт мәҙәниәте, башҡорт моңо менән таныштырыуҙы үҙенең бурысы тип һанай.
Ләйсән эшҡыуарлыҡ менән дә ҡыҙыҡһына, ғаиләләрендә милли биҙәүестәр һатыу эшен йәйелдергәндәр, был бизнес менән ихлас шөғөлләнә ҡыҙ.
“Һин “килеп сыҡмай” тигән һүҙҙәрҙән көслөрәк, сөнки һинең ышанысың бар” – ошолай яңғырай Ләйсәндең тормош девизы.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.
- Рубриканы Айгөл ЙӘМИЛЕВА алып бара.