Йәмғиәт
30 Июль 2021, 06:42

Оҙон ғүмер сере нимәлә?

“Зәңгәр зоналар” тип йөрөтөлгән урындар барлығын беләһегеҙме? Планетабыҙҙың оҙон ғүмерле кешеләр күп йәшәгән биләмәләрен шулай тип атайҙар икән. Әлегә ғалимдар шундай биш урынды асыҡлаған: Италияның Сардиния утрауындағы Барабаджа төбәге, Грециялағы Икария, Япониялағы Окинава  утрауҙары, Калифорниялағы Лома Линда йәмғиәте, Коста-Рикалағы Никоя ярымутрауы.

“National Geographic” журналы ошо биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең оҙаҡ йәшәү сере феноменын асыҡлаған.

Физик әүҙемлек.

Ер шарының иң оло кешеләре үтә көсөргәнешле булмаған физкультура менән шөғөлләнә икән. Тәбиғи хәрәкәттәр, көсөргәнеш уларҙың йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Мәҫәлән, улар лифт урынына – баҫҡыс буйлап атлап менеүҙе, автомобилгә ҡарағанда, велосипедты өҫтөн күрә, йәйәү йөрөргә ярата.

Калорияларҙы кәметеү.

Окинавалар Конфуцийҙың “Туйғансы ашама” тигән ҡағиҙәһенә таянып йәшәй. Ашҡаҙан 80 процентҡа тулған саҡта туҡланыуҙы туҡтатырға кәрәк, тигән фекерҙә улар. Ауыр аҙыҡты көндөң тәүге яртыһында ашарға, туҡланған һайын һауыт-һабаның бәләкәйерәгенә күсергә, йыш ашамаҫҡа һәм туҡланған ваҡытта ҡабаланмаҫҡа кәңәш итәләр.

Стрестарҙан һәм көсөргәнешлектән арыныу.

Бар оҙон ғүмерлеләр ҙә көн дауамында дуҫтары менән аралашыу йәки, проблемаларҙы онотоп, тирә-яҡты күҙәтеп алыу өсөн үҙҙәренә ҙур булмаған ял минуттары бүлә икән. Бындай тәнәфестәр кәйефте күтәрә, хәлде еңеләйтә, стресс арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник елһенеүҙәрҙең етди ауырыуҙарға әйләнеп китеүенән һаҡлай.

Заман мегаполистары шарттарында медитация ярҙамында ла мейегә ял биреп була. Бындай тәжрибәләр оҡшамаһа, күңелегеҙгә ятҡан шөғөл табып, проблемаларҙы онотоп, тулыһынса уға сумығыҙ.

Ҡояш – йәшәү сығанағы.

Никоя ярымутрауында йәшәүселәр ҡояшта күп була. Был һөйәктәрҙе һәм тотош организмдың сәләмәтлеген нығытыусы Д витаминының тупланыуына булышлыҡ итә. Д витамины етешмәгән осраҡта, остеопороз һәм йөрәк ауырыуҙары менән сирләү ихтималлығы арта. Даими ҡояш ванналары алығыҙ, ҡулдарығыҙҙы, аяҡтарығыҙҙы 15 минут ҡояш нурҙарында тотһағыҙ ҙа, организмығыҙ ошо элемент менән туҡланыр.

Дингә ышаныу.

Оҙон ғүмерлеләр, ғәҙәттә, дини кешеләр. Һеҙҙең ниндәй динде тотоуығыҙ мөһим түгел. Ғибәҙәтханаларға йөрөүселәр – күп осраҡта сәләмәт йәшәү рәүешен, файҙалы ғәҙәттәрҙе өҫтөн күргән кешеләр. Улар тормош асылы, йәшәү ҡиммәттәре тураһында уйлана, күңелдәре менән ял итә.

Аныҡ маҡсаттар.

Окинаваларҙы таң менән уянырға мәжбүр иткән тормош асылы уларҙы стрестарҙан һаҡлай, Альцгеймер, артрит, инсульт ауырыуҙарынан аралаған ҡалҡан булып тора. Иртә таңдан уянып, улар үҙ шөғөлө менән була. Үҙегеҙҙе яңы өлкәлә һынап ҡарарға ҡурҡмағыҙ, яңы маҡсаттар эҙләп табығыҙ. Билдәһеҙ, яңы өлкә мейе өсөн яҡшы күнекмә булып тора, айыҡ аҡылды, зиһенде һаҡлай.

Ғаиләм – ҡәлғәм.

Оҙон ғүмерлеләр тормоштарын ғаилә менән тығыҙ бәйләй. Мәҫәлән, Сардинияла йәшәүселәр өсөн иң ҡәҙерлеһе – ғаилә ҡиммәттәре. Ғаилә ағзалары бер-береһенән ғүмер буйы айырылмаҫҡа тырыша, йорттарын да йәнәш төҙөй.

Тикшеренеүҙәр шуны иҫбатлай: балалары менән бергә йәшәгән өлкәндәр ауырыуҙарға, стрестарға бирешмәй. Улар дөрөҫ туҡлана, бәхетһеҙ осраҡтарға һирәк тарый. Өҫтәл янында бергә туҡланыу, күмәкләп ял итеү ғаиләне берләштерә. Үҙегеҙҙең ғаилә йолаларын булдырығыҙ.

- Римма Солтанова.

Читайте нас