Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 21:45

Рәсәй финанс министры урынбаҫарына – Башҡортостан наградаһы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавровҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы.

Рәсәй финанс министры урынбаҫарына – Башҡортостан наградаһы
Рәсәй финанс министры урынбаҫарына – Башҡортостан наградаһы

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавровҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән бирелгән наградаға ул, Андрей Геннадьевич әйткәнсә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың финанс өлкәһен үҫтереүгә, ҡаҙнаны тотороҡло итеүгә индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды.

Шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев Башҡортостандың финанс министры Лира Иғдисамованы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Алексей Лавров дәүләт һәм муниципаль контракты һатып алыу ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне, республика министрлыҡтары һәм муниципаль органдарының финанс белгестәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: