

Яратып башҡарған хеҙмәт кешенең кешелеклеген дә, дәрәжәһен дә арттыра, тигән аҡыл эйәләре. Ысынлап та, эш – һөнәр генә түгел, әҙәм балаһының ғүмерлек үҙен асыу сығанағы, күңелгә рәхәтлек һәм ышаныс биргән йән аҙығы, ул һине биҙәй һәм үҫтерә.
Өр-яңы офоҡтар асҡанда
Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында донъя көткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар колхозда намыҫлы эшләгән Самат Вәли улы һәм уның хәләл ефете Шәһәрбикә Әхмәҙулла ҡыҙы, моғайын да, ошо мәңгелек ҡиммәттәрҙе балаларына биләүҙән һеңдерә алғандыр. Ғаиләлә сабыйҙар донъяға килеүе шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, биш баланы үҫтереп кеше итеүе, күңел йылыһын һәр береһенә тигеҙ өләшеүе, халыҡ араһында йөҙҙө ҡыҙартмаҫлыҡ итеп тәрбиәләүе анһат булмағандыр. Әле иҫән-һау булһалар, уларҙың икеһе лә балалары менән генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә ғорурланып, хеҙмәт һәм тәрбиә емештәренең уңышына шатланып йәшәр ине.
Бөгөн һүҙебеҙ донъяла иң кешелекле, кәрәкле һәм фиҙакәрлек талап иткән табип һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған Яппаровтар тураһында. Быйыл үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы,”Почет Билдәһе” ордены кавалеры Ғәли Самат улы – ошо династияның нигеҙен тотоп торған ныҡлы бағана, бөтә туғандары өсөн тырышлыҡ өлгөһө, нәҫелдәрендә һөнәри династияны башлап йөрөгән тәүге табип.
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ үҫмер яҙмышын һаулыҡ һаҡлау тармағы менән бәйләйәсәген күҙаллай. Шуға күрә уҡыуҙы тамамлау менән, уның алдында кем булыу, ҡайҙа белем алыу мәсьәләһе тормай, ул ышаныслы аҙымдар менән Башҡортостан дәүләт медицина институтына юл тота. 1974 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Күмертау ҡалаһында интернатура үтә һәм Йомағужа участка дауаханаһында табип-хирург булып эш башлай. Унда тырыш егетте үҙ итеп ҡаршы алалар, ул да тиҙ арала хеҙмәттәштәре менән аралашып, эшкә күнегеп китә. Берҙәм коллективтың хәстәрҙәре, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү, ҡатмарлы осраҡтарҙа дөрөҫ юлды һайлау, төрлө кимәлдәге бурыстарҙы үтәү ғәмәле менән йәшәй башлай. Институт тамамлап ҡына килгән йәш табиптың ойоштороу һәләтен тиҙ күрәләр, бер нисә айҙан һуң уға ошо дауалау учреждениеһына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар.
Хеҙмәт баҫҡыстары торған һайын текәрәк, яуаплыраҡ була бара. Районда “Йомағужа” һыу һаҡлағысы төҙөлөшө башланғас, был тарафтарға халыҡ күпләп ағыла, ауылда яңы дауахана һалыу зарурлығы тыуа. Бинаны төҙөү барышын контролдә тотоу, эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеү баш табип иңенә төшә. Яңы дауаханалағы заманса шарттар, уңайлыҡтар медицина хеҙмәттәрен яҡшыртыуға мөмкинлектәр тыуҙыра.
1989 йылда Ғәли Яппаровты, ҙур ышаныс күрһәтеп, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Күнегелгән эш кеүек тойолһа ла, барыһы ла яңы – кешеләр ҙә, бурыстар ҙа. Медицина учреждениеһын йыһазландырыу, хеҙмәттәштәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу, Хоҙайбирҙинда табиплыҡ амбулаторияһын булдырыу, белгестәр өсөн торлаҡ төҙөү һәм башҡа күҙгә күренмәгән төрлө мөһим эштәрҙе башҡарырға тура килә.
Коллективтың тырышлығы бушҡа китмәй, район дауаханаһы тиҙҙән республикала бөтә күрһәткестәр буйынса ла алдынғылар рәтенә сыға, учреждение тулыһынса белгестәр менән тулыландырыла. Һәр береһе вазифаһына ярашлылыҡҡа сертификат һәм квалификация категориялары ала башлай. Ғәли Самат улы районда беренселәрҙән һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса юғары категорияға эйә була. Уның етәкселегендә район дауаханаһы республикалағы бөтә медицина үҙәктәре һәм Башҡортостан дәүләт медицина институты кафедралары менән тығыҙ эшлекле бәйләнеш тыуҙыра. Юғары квалификациялы табиптар район белгестәренә үҙҙәренең эш тәжрибәһен тарата, килешеп, ярҙамлашып хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.
2000 йылдың яҙында Мораҡ үҙәк район дауаханаһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы үткәрелә. Етәкселек эшенә ваҡыттың күп өлөшөн сарыф итһә лә, Ғәли Яппаров яратҡан хирург эшен ташламай, ҡатмарлы операциялар яһай, дежурлыҡ итә. Ә 2004 йыл етәксе өсөн өр-яңы хеҙмәт офоҡтарын аса, эшмәкәрлегендә оҙайлы әһәмиәтле осор башлана – уны “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Дәртле-сәмле осор
Шифахана эшмәкәрлеге үҙенсәлекле һәм күп яҡлы, дауалау корпустарын һәм ашхананы тулыһынса үҙгәртеп ҡороу, ләм менән дауалау бинаһын бассейн һәм саунаһы, радон ванналары менән берлектә төҙөү кеүек ҙур эштәр ғәмәлгә ашырыла. Шифахана яңы дауалау һәм диагностика ҡорамалы, клиник һәм биохимик лабораториялар менән йыһазландырыла. Ял итеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, буш ваҡыттарын йөкмәткеле уҙғарыу маҡсатында кино, концерт, бейеү, бильярд, фитнес залдары, кафе һәм барҙар барлыҡҡа килә. “Яҡтыкүл” йыл һайын Мәскәү, Сочи, Өфө ҡалаларында үткән “Рәсәй шифаханаһы” форумында ҡатнашып, юғары күрһәткестәре өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар, дипломдар менән бүләкләнә. Мәскәүҙәге форумдарҙың береһендә Ғәли Яппаровҡа, тармаҡҡа индергән ҙур өлөшөн баһалап, “Шифахана-курорт эшенә тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшыралар.
2013 йылда тәжрибәле етәксе Йомағужа ауылындағы йәш инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән реабилитация үҙәгендә эш башлай. Хәҙерге ваҡытта ул психоневрология интернаты итеп үҙгәртеп ҡоролған. Эшенә мөкиббән бирелеп, ең һыҙғанып тотонмаһа ла, Ғәли Самат улы өсөн иң ҙур ҡиммәт ғаилә була. Ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзиә Тимерйән ҡыҙы менән бына тигән ике ул үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Икеһе лә, “Атанан күргән – уҡ юнған” тигәндәй, Ғәли Яппаровтың һөнәри юлын һайлап, ғаилә династияһын дауам итә. Улдары Рафаэль бына нисә йыл Республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса үҙәктең баш табибы вазифаһын уңышлы атҡарып килә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Григорий Аксаков ордены кавалеры.
Икенсе улдары Альберт Яппаров Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый һәм хеҙмәтен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында дауам итә. Цхинвалдәге фажиғәле хәлдәрҙән һуң Көньяҡ Осетия халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. “Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына – 20 йыл” миҙалына, министрлыҡтың Волга буйы төбәк үҙәгенең Почет грамотаһына, Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Әлеге ваҡытта медицина хеҙмәте майоры Республика наркология диспансерында эшләй.
Ғәли Самат улы өлкән ейәне Тимурҙың медицина юлын һайлауы, университеттың өсөнсө курсын уңышлы тамамлауы менән дә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Кем белә, бәлки, әле мәктәптә уҡып йөрөгән ике ейәне һәм өс ейәнсәре лә ошо ауыр, әммә кешелекле һөнәрҙе һайлар? Етмеш йыл ғүмер тарих өсөн һыу тамсыһындай ғына булһа ла, ул – кеше тормошонда һикәлтәле, ҡаҙаныштарға бай, дәртле-сәмле, сағыу осор. Иң ҙур байлығы – ғаиләһенең, яҡын туғандарының күңел йылыһын тойоп йәшәй.
Яҙмыштарын кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға арнаған Яппаровтарҙың тормош ҡатмарлыҡтарын лайыҡлы үтәсәгенә шик юҡ. Яуаплылыҡ тойғоһоноң көслөлөгө, ойоштороу һәләтенең юғары кимәле һәм һөнәрҙәренә тоғролоғо уларҙы һәр саҡ көтөлмәгән ауырлыҡтарҙан ҡурсалай. Хеҙмәт династияһының артабан да тәрән тамырҙар ебәрәсәгенә һис икеләнмәйбеҙ.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.