

Башҡортостаныбыҙҙың һәр мөйөшө бер ниндәй сит илгә алмаштырғыһыҙ иҫ киткес, ғәжәйеп матур. Дәүләкән районы ла унда айырым бер урынды биләй. Бындағы тәбиғәт һоҡланғыс, ни тиһәң дә, халҡыбыҙҙың ижад ынйыларының береһе булған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын бүләк иткән ер ул! Ошо данлыҡлы Асылыкүлдән алыҫ түгел, тау-урмандар менән уратып алынған ышыҡ ерҙә урынлашҡан Ҡоръятмаҫ. Бында үҙҙәренең тарихи үткәндәренә, тыуған яғының киләсәгенә, халҡы, тотош иле яҙмышына битараф булмағандар йәшәй: эшкә уңғандар, үҙҙәренең милли йолаларын онотмайҙар, ял итеүгә әүҙемдәр.
Һәр ауылдың мәҙәниәт усағы ул – клуб. Ҡоръятмаҫтағы мәҙәниәт йортонда иһә 190 урынлыҡ тамаша, репетициялар залы, китапхана урынлашҡан. Өҫтәүенә, бында иркен спорт залы, урамда балалар майҙансығы бар. Йәнең теләгән шөғөл менән кинәнеп шөғөллән генә!
Ауылдағы мәҙәниәт йортонда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йыр, бейеү, ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталығын арттыра, камиллаштыра. Йыр-моңға һәләтле Динә Ғәләүетдинова, Зөбәржәт Шәймөхәмәтова, Гөлшат Шәйхетдинова, Хәтифйән Солтановтан тыш ауылдағы бер мәҙәни, байрам сараһы ла үтмәй, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Улар һәр ялды, байрамды матур, халыҡ күңелендә яҡты хәтирә булып ҡалырлыҡ итеп үткәрергә күнеккән. Башҡаса мөмкин дә түгел!
“Асылыкүл ынйылары” халыҡ фольклор ансамбле – Ҡоръятмаҫтың сағыу бер биҙәге. 15 тирәһе кеше шөғөлләнә унда. Улар урындағы милли йолаларҙы, йыр-моң, бейеү өлгөләрен халыҡҡа еткерергә ынтыла. “Элек Алға ауылы клубына йөрөй инем. Хәҙер ике йыл инде бындамын”, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәрбиҙә Хәбибрахманова.
Ҡоръятмаҫтар “Уңған ҡулдар” түңәрәгенә лә йөрөргә ваҡыт таба. Уларҙың ҡул эштәре менән ауылдағы мәҙәниәт йортонда танышырға мөмкин. Хариса Ҡадирова һуҡҡан аҫалы балаҫ ғәжәйеп матур. Гөлнур Шәмсетдинованың семәрләп сигелгән эштәре, Хариса Ҡадированың бәйләнгән әйберҙәре һәм бындағы башҡа ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
Тағы шуныһы үҙенсәлекле: “Асылыкүл ынйылары” ағзалары йыр-моң менән шөғөлләнеп, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем сығыш яһап ҡына ҡалмай, бер-береһенә хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итә. “Фольклорҙа ғына түгел, эштә лә бергәбеҙ”, – ти улар.
Ауыл таланттары бында төрлө байрамды бергәләшеп үткәрә. Мәҫәлән, ауыл юбилярҙарын тәбрикләү, йолаларҙы ҡайтанан тергеҙеү кеүек изге эштәр атҡарыла. Әйткәндәй, өлкәндәргә эйәреп балалар күпләп бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.
Ауыл ағинәйе Гөлсирә Вәлиуллина бешергән сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлештәр телеңде йоторлоҡ! Ҡатын, 76 йәше тулып уҙһа ла, милли ашамлыҡтарыбыҙҙы бешерергә оҫта. Баҡтиһәң, ул Дәүләкән ҡалаһында үткәрелгән Бауырһаҡ байрамында ҡатнашып, еңеү яулаған икән. Юҡҡа ғына Гөлсирә инәйҙе туй һайын килен күстәнәсенә бауырһаҡ бешерергә йөрөтмәйҙәр.
Һәр ауылдың йөҙөн билдәләр бына ошондай уңғандар була. Ҡоръятмаҫтағы “Асылыкүл ынйылары” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары ла күңелебеҙҙә йылы тойғолар ҡалдырҙы. Уларҙың сығыштары, ҡаҙаныштары хаҡындағы яҙмалар киләсәктә лә гәзитебеҙ битен йәмләр, моғайын.
- Айһылыу НИЗАМОВА.