

Улар күптәрҙе һоҡландырырлыҡ, хатта көнләштерерлек матур пар ине. Мәктәптә башланған дуҫлыҡ тора-бара ялҡынлы мөхәббәткә әүерелде. Йәмил менән Диана институтты тамамлап, диплом алыу менән өйләнешкәс, бер кем дә ғәжәпләнмәне.
Зәңгәр күҙле, үткер телле, йөҙөнән йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп торған егетте кем үҙ итмәһен, һәр ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, ышаныслы булғаны өсөн ихтирам менән ҡаранылар. Диананы яратҡаны йылмайыу балҡыған йөҙөндә, уға әйтелгән һәр һүҙендә, ҡылығында сағыла. Ә бит һөйгәне сағыу сибәр ҙә түгел, студент тормошонда әүҙемлек күрһәтеп, төрлө сараларға ла ҡыҫылып барманы. Моңһоу ҡарашлы, баҫалҡы, ҙур күҙҙәре магниттай үҙенә тартҡан ҡыҙҙы Йәмилдең үлеп яратыуы һәр кемгә билдәле ине. Тыныс холҡо, аҡыллы фекер йөрөтөүе менән Диана иптәштәре араһында абруйлы булды. Бәхәс тыуһа, нимәнелер хәл итергә кәрәкһә, тап уға мөрәжәғәт иттеләр, уның тәҡдименә таяндылар. “Ғәҙеллек илсеһе” тип йөрөттө дуҫтары уны, принципиаль, аныҡ һүҙле булыуына ишаралап.
Йорттарын йәмләп, ҡыҙҙары Дилбәр донъяға килгәс, тормоштары тағы ла түңәрәкләнгәндәй, яңы буяуҙар менән балҡығандай тойолдо. 16 йыл ғүмер шулай “һә” тигәнсә елеп уҙҙы ла китте...
Бына ете йыл инде ҡатынының Йәмилде мәңгелеккә ташлап китеүенә. Көтмәгәндә ауыр сирҙән, һулыған гөл төҫлө хәлһеҙләнеп, йәшәүҙән төңөлә барған ҡатынына нисек ярҙам итергә белмәй аҙарынған ир табиптар әйткәндең бөтәһен дә эшләргә тырышты. Тик сир барыһынан да көслөрәк, аяныслыраҡ булып сыҡты. Яҙҙың йәмле көндәренең береһендә Диана менән мәңге хушлашырмын тип кем уйлаһын! Донъяның йәме, аш-һыуҙың тәме китте... Ҡалайтаһың, тереләргә йәшәргә тырышырға кәрәк. Ҡыҙы ла яйлап әсәһен юғалтыуға күнде, “мотлаҡ табип буласаҡмын” тигән һүҙендә ныҡ торҙо, мәктәпте тамамлау менән медицина институтына уҡырға инде.
Бушап ҡалған фатирҙа Йәмил йәм тапмай, ваҡытын күберәк эшендә үткәрергә тырышты. Предприятиеның техник бүлеге етәксеһе вазифаһы мәшәҡәтле, күп ваҡыт талап итә. Ошо бурысты уны сыбалсыҡ уйҙарынан бер ни тиклем арындырҙы. Коллективтағы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ, ирҙең зәңгәр күҙҙәренә моңһоулыҡтың мәңгегә оялауы, үҙенә йомолоуы, көләс йөҙҙәрҙең етдиләнеүе менән килешә алмайынса, уны төрлөсә әүрәтергә, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйларға, иғтибар менән солғарға тырышты. Йәмил, уларҙың үҙенә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәтен баһалаһа ла, береһенә лә өҫтөнлөк бирмәне.
Бер саҡ ул, тыуған көндө билдәләүҙе артыҡ өнәмәһә лә, хеҙмәттәштәренең һүҙен йыҡмай, уларҙы кафеға байрам итергә саҡырҙы. Бик күңелле ултырҙылар, хатта Йәмил дә элеккесә асылып китте. Хеҙмәттәше Светлана үҙен өйгә оҙатыуҙы һорағас, сәбәп-фәлән эҙләп, баш тартып маташманы. Ярайһы ғына күңелләнеп алған ҡатын эс серен бушатырға тартынманы, уның тураһында кем нимә уйлай, теҙҙе лә һалды. Йәмил үҙенең “сухарь”, “һуҡыр бүкән”, “эре бәрәңге” икәнен белде, тирә-яғындағы ҡайһы бер гүзәл заттың уның иғтибарына зар-интизар булыуын, иғтибар көтөүен ишетте. Бына һиңә кәрәк булһа! Ысынлап та, “һуҡыр бүкән” икән шул, эргә-тирәңдә һине энәһенән-ебенә саҡлы тикшерһендәр ҙә, шуны белмә, күрмә, имеш! Рәхмәт инде Светланаға, күҙҙе асҡанына.
Хеҙмәттәшен оҙатып ҡуйып, ҡайтырға йүнәлгәс, супермаркеттан сыҡҡан ҡатындың пакеттары өҙөлөп китеп, ҡыҙыл алмаларҙың асфальт юлға сәселгәнен абайлап, ир машинаһын туҡтатырға мәжбүр булды. Икәүләп алмаларҙы йыйып бөткәндән һуң, эйелгән баштарҙы күтәргәс, йылмайышып, бер-береһенә ҡарашып көлөшә башланылар.
– Эй рәхмәт инде һеҙгә, ярҙам иттегеҙ! Бындай уңайһыҙ хәлгә ҡалғаным юҡ ине әле, – тип ҡатын ҙур ҡуңыр күҙҙәрен иргә төбәне. Йәмил баҙап ҡалды, был төпһөҙ күҙҙәрҙе, таныш ҡарашты ҡайҙа күргәнен иҫенә төшөрөргә тырышты.
Ҡатындың ҙур пакеттарын өйөнә илтеп ҡуйырға булды. Алыҫ булмай сыҡты Асияның йәшәгән йорто. Иртәгә тыуған көнө икән, балалары, әсәһе ҡунаҡҡа киләсәк. “Ҡотлайым байрамығыҙ менән! Ә бөгөн минең тыуған көнөм”, – тигәс, ҡатын бер аҙ ышанмаған төҫ менән Йәмилгә ҡараны. Уныһы балаларса бер ҡатлылыҡ менән кеҫәһенән паспортын сығарҙы: “Юҡ, шаяртмайым, ысынлап та, бөгөн минең тыуған көнөм!” – тине ир, шатланып. “Әйҙәгеҙ, улай булғас, иртәгә тыуған көндө бергә үткәрергә килегеҙ”, – тип саҡырҙы уны Асия.
Өйгә ҡайтҡас, Йәмил төпһөҙ, берсә моңһоу, берсә йылылыҡ бөркөлгән ҡарашты тағы ла күҙ алдына килтереп, бындай оҡшашлыҡҡа шаҡ ҡатты. Хас та ҡатыны Диананың ҡарашы кеүек, шуға таныш булып тойолған да инде. Йәмил Асияның тыуған көнөнә ҡатыны яратҡан аҡ раузалар гөлләмәһен алып килде. Ул үҙен элеккесә ышаныслыраҡ, дәртлерәк тойҙо, ҡайҙалыр юғалған йылылыҡ тойғолары, энергия ҡайта башлағандай...
Иғтибарлы хеҙмәттәштәре лә етәкселәренең тормошондағы көтөлмәгән үҙгәрештәрҙе һиҙмәне түгел, күҙҙәре баҙлап янған, көләс йөҙөнән йылмайыу китмәгән, шаяртырға әүәҫ хужа өсөн шат ине улар. Ҡатын-ҡыҙ затынан йәшереп буламы, улар иң күҙәтеүсән, һиҙгер йән эйәләре бит. Һығымтаны тиҙ яһанылар – начальник ғашиҡ булған!
– Йәмил, һине миңә Хоҙай юҡҡа ебәрмәгәндер, – тине Асия яңыраҡ һөйләшеп ултырғанда. – Ирем менән аварияға эләккәндән һуң яйлап иҫемә килгәндә, тап һиңә оҡшаған кешене яҡты коридор башында күреүемде хәтерләйем. Бергәләп ерҙә сәселеп ятҡан алмаларҙы йыйғанда, һине танып, аптырауҙан көлдөм дә көлдөм. Рәхмәт һиңә...
Йәмил уның ни өсөн рәхмәт әйтеүен аңламаһа ла, был һүҙҙәр ҡанатландырҙы, күңеленә май булып яғылды. Илле йәшең тулып килгәндә яңы тормош башлау өсөн бик кәрәкле, ҡәҙерле һүҙҙәр...
- Динә Арыҫланова әҙерләне.