Йәмғиәт
30 Июль 2021, 07:15

“Туҙған кейем урынына яңыһын алырға мөмкин, ә тарих йөрәктә ҡала!..”

Булмышы менән тарихсы-педагог Айҙар Мәжитов ошондай фекерҙә.

Башҡорт тарихы йылы һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Бөрйән еренең эпостарҙа данланған Йылҡысыҡҡан күле ярында рухи азатлыҡ символы булған Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылған көндә символик рәүештә һәйкәлде һаҡлаған боронғо башҡорт яугире образын һынландырған реконструкция барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Хәтер һәм хөрмәт һағында тороу хеҙмәтен үтәгән Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире һәм Өмөтбай мәктәбе уҡытыусыһы Айҙар МӘЖИТОВ менән ошо данлы миссияһы һәм, ғөмүмән, уның тарихи йүнәлештәге эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айҙар Рәйес улы, Аҡбуҙатҡа һәйкәл янындағы реконструкция  үҙе байрамдың бер йәме булған­дыр, моғайын. Был идея һеҙгә ҡайҙан килде?

– “Аҡбуҙат” эпосы данлыҡлы “Урал батыр”ҙың дауамы булып тора. Бында Һәүбән батырҙың Нәркәс һылыу артынан Йылҡы­сыҡҡан күленә, йәғни Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына сумып, Аҡбуҙатты алып сығыуы тураһында бәйән ителә. Аҡбуҙаттың артынан хәҙерге башҡорт халҡының төп бренды булған башҡорт аттары ергә сыға. Мин һеҙгә бер ҙур серҙе асам: беләһегеҙме икән, баш­ҡорттарҙа мөғжизәле аттар бар, уларҙы толпар тип йөрөтәләр. Был ҡанатлы аттарҙың ике яҡ янбашында осҡос төҫлө тигеҙ генә ҙур миң бар. Һыуҙан сыҡҡанда уларҙың ҡанаттары ҡатып, арҡаһына йәбеш­кән, тиҙәр. Быны күптәр белмәй.

Ошо ҡанатлы толпарҙарҙы бер яҡтан бүреләр аңдыһа, икенсе яҡтан үҙҙәренә алып ҡайтыу ниәте менән ҡыҙыҡҡан ҡаҙаҡтар ҡороҡ­ларға ынтылған. Шулай итеп, халҡыбыҙ өсөн изге күл һаналған Йылҡысыҡҡандан ергә күтәрелгән Аҡбуҙат башҡорт халҡының төп бренды булған башҡорт атына башланғыс биргән. Был миф һаналһа ла, ғалимдар, иң тәүге аттар Урал ерендә эйәләш­терелгән, тип раҫлай. Шулай итеп, ҙур эш башҡарылды – Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйылды. Был Башҡортос­таныбыҙҙа эпик мифик затҡа ҡуйылған берҙән-бер һын-ҡомартҡы булып тора.

Һәйкәл былтыр асылырға тейеш ине, әммә пандемия арҡаһында изге ниәт килеп сыҡманы. Шунда уҡ Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етеш­тереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин: “Айҙар дуҫ, Аҡбуҙатҡа һәйкәл асҡан саҡта һин мотлаҡ боронғо башҡорт образында почетлы ҡарауылда тороп реконструкция яһарһың!” – тигәйне. Торҡа (шлем), һарғайта (кольчуга) бар ине – Баймаҡ археология музейының ҡомартҡылары ул, минең үлсәмгә тип махсус рәүештә эшләнгән. Кемдер уны: “Боронғо рус кейемдәре бит!” – тип әйтеүе мөмкин, ләкин ул Башҡортостан ере ҡурғандары табылдыҡтары өлгөһөнән сығып башҡарылды.

Тантанала тарихи башҡорт кейемендәге бер нисә егет менән һыбай сабып үтергә тейеш инек, әммә урындың тарлығы һәм көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында, аттарҙың сәбәләнеүе сәбәпле, бер малайҙы ғына атландырып, егеткә арнау йолаһы башҡарылды, ә мин үҙем боронғо ҡыпсаҡ башҡорто кейемендә хан заманындағы балта менән ҡоралланып, Аҡбуҙат һәйкәлен ҡарауыллап торҙом.

– Ғөмүмән, ошондай тарихи тергеҙеүҙәрҙе һеҙ йыш ойошто­раһығыҙ, әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Быға нисек тотоноп киттегеҙ? Улар нимәһе менән иҫтә ҡала?

– Геракл тураһында кино бар бит әле, “Геракл: начало легенды” тип атала. Шунда ул гел батырлыҡ ҡыла, ә янында йылъяҙмасыһы теркәп йөрөй. Бер ваҡыт Геракл алыш мәлендә саҡта яҙыусы янына яҡын килә. “Ни эшләйһең?” тигән һорауға ул: “Ниңә бөтә батырлыҡты һин генә башҡарырға тейеш, минең дә изге ғәмәл ҡылғым килә”, – тип яуап бирә. Ошо фекер миңә шул тиклем һеңеп ҡалды. Тарих уҡы­тыусыһы булараҡ, “Ни өсөн мин балаларға ҡасандыр кемдер яҙған китаптар буйынса тарихты һөй­ләр­гә тейешмен? Уның эсендә йөрөһәң, ҡыҙығыраҡ та, нығыраҡ та хәтерҙә ҡаласаҡ бит!” тигән уй мине “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи тергеҙеү клубына алып килде һәм, Аллаға шөкөр, Бородино менән Парижға тиклем барып еттем, дүрт тапҡыр Европаға сыҡтым, Калининград өлкәһендә “һуғыштым”, яҡташыбыҙ Алдар батыр эҙҙәренән “Азов походы”нда булдым.

2015 йылда Учалы районында Александр Матросов исеме менән танылған Шәкирйән Мөхәмәт­йәновтың батырлығының реконструкцияһын эшләнек. Шуныһы ҡыуаныслы: минең был күргән­дәрем, унда төшөргән видеоматериалдар флешкала йәки кәштәлә туҙып ятмай – уларҙы туранан-тура уҡыусыларымдың йөрәгенә еткерәм, шуға күрә тәрбиәләнеү­селәрем республика конкурстарында, эҙләнеү-тикшеренеү эштә­рендә еңә, призлы урындар яулай.

Парижға барып, Эйфель башняһын күреп ҡайтыуымды яҡташтар Магнитогорск ҡалаһына барып ҡайтҡандай ғына күрә лә ҡуя. Күҙ алдына килтерегеҙ: ниндәй контраст! Париждың иң билдәле һәм иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы, үҙенең конструкторы Эйфель Гюстав исемен йөрөткән һәм донъяға Францияның символы булараҡ танылыу яулаған башняны, Париж уртаһындағы Нотр-Дам-де-Пари ҡорамын күрерҙән ике көн алда ауылда көтөү көттөм! Ә башняның үренә менеп ҡарап торғандағы кисерештәремде әйтеп аңлатырлыҡ та түгел!..

– Ни өсөн эшләнә бындай тарихҡа әйләнеп ҡайтыуҙар?

 – Һәр реконструкцияның үҙенең маҡсаты була. Азов походында булғанда, мин Алдар батырҙың черкес менән алышын тергеҙергә уйланым. Унда бер төрөк бар ине, шуны янычар итеп сығарып, алыш ойошторорға ла булыр ине, әммә үткәнебеҙҙе белгән һәр кем: “Айҙар, һин ни эшләйһең? Ул янычар ҙа инде, черкес түгел бит!” – тип әйтәсәк. Йәғни ул тарихи дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине. Черкес таба алмау сәбәпле, янычарҙы саҡырып сығарырға намыҫым ҡушманы. Маҡсатыбыҙ – тарихты нисек бар, шул дөрөҫлөгөндә күрһәтеү. Ошо ҡағиҙәне тотабыҙ. Тиҙҙән Башҡортос­тандың ғалим-этнологы, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев менән башҡорт этен, йәғни маһмайын тергеҙеү эшен башларға торабыҙ.

– Быйыл ҡайҙарҙа булдығыҙ?

– Пандемия сәбәпле, быйыл бер ҡайҙа ла бара алманым. Беҙҙең егеттәр Липецк өлкәһенә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәренән шайморатовсыларға арналған “Тербунский рубеж. Жаркое лето 1942 года” тип аталған тарихи тергеҙеү сараһына барҙы, шунда минең дә бик ҡатнашҡым килгәйне. Озерки ауылы янындағы фестиваль 200 көн һәм төн тыуған ерҙәре өсөн көрәшеүселәргә арналған мемориаль комплекс янында барҙы. “Аҡбуҙат” ипподромында ветеринар булып эшләүсе Заһир Ураҙов тигән дуҫыбыҙҙың тырышлығы менән Илдар Шәйәхмәтов, Нәжип Ибраһимовтар хатта Башҡортостандан ат алып барып, унда лайыҡлы ҡатнашып ҡайтты.

Әйткәндәй, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында Темәстән 11 яугир булған. Быйыл 9 Майға 11 һыбайлы ҡатнашлығында парадҡа сыҡтыҡ. Ауылда ат һөйгәндәр күп – шуларҙың ярҙамында егеттәрҙе яугирҙәр итеп кейендерҙек. Мин үҙем 112-се дивизияның майоры Таһир Кусимов формаһында булдым. Урам буйлап тәүге тапҡыр һыбайлылар парады яһап, тау башындағы обелиск янында ике яҡлап теҙелдек. Бик матур һәм тетрәндергес күренеш булды. Киләсәктә лә был эште дауам итергә, алдағы йылда Баймаҡта ла боронғо башҡорт аттары менән ошондай тарихи тергеҙеү сараһы ойошторорға уйлайбыҙ.

– Идеялар ҡайҙан килә, һәм уларҙы тормошҡа ашырырға кемдәр ярҙам итә?

– Ғәмәлдә был бер ҙә идея ла, яңылыҡ та түгел ул, ни бары тарихтың, боронғолоҡтоң үҙе. Мә­ҫәлән, Ирәндек итәгендә Ханҡала тигән боронғо ҡаласыҡты табып, ошо хаҡта сығыш яһай баш­лағайным, Өфөнән, хатта Мәс­кәүҙән билдәле археологтарҙың эҙләп килеүе, мәрхүм тарихсы-ғалим, археолог Нияз Мәжитов, билдәле сәйәхәтсе Эрнст Мулдашев менән шул рәүешле таныш булыуым ҡыҙыҡһыныуымдың бушҡа булмауы тураһында һөйләй. Эрнст Мулдашевтың менгирҙарҙы эҙләүе, минең менгирҙар менән ҡыҙыҡһыныуым беҙҙе берләштерҙе лә инде. Шулай итеп юғары даирәләге фекерҙәштәр табыла.

– Бындай сараларға йөрөр өсөн бағыусыларығыҙ бармы?

– Ҡайҙалыр барам тиһәң, ете тупһа аша үтергә тура килә инде ул. Аллаға шөкөр, Темәс егеттәре гел бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, Баймаҡ районы хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙам итә. Дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре Румил Аҙнабаев теләктәшлек күрһәтә. Шулай итеп, ниәттәр ғәмәлгә аша инде. Ҡайҙалыр Европаға барабыҙ икән, дүртәр тәүлек юл йөрөгәндә ашау, һаулыҡ мәсьәләһе икенсе планға күсә, йәғни бөтөнләй ашамайбыҙ. Мәҫәлән, Александр Матросовтың ҡаһарманлығын ҡабатлап реконструкция эшләгәндә миңә: “Һеҙ беренсе һөжүмдә үк ҡолайһығыҙ һәм үлгән булып ятаһығыҙ”, – тип аңлаттылар.

Унда һәр кемдең үҙ роле бар. Шуны теүәл башҡарырға кәрәк. Мин амбразураның эргәһендә йығылдым. Уның эргәтирәһендәге ҡарҙы таҙартҡайнылар, әммә ҡара ер барыбер һыуыҡ. Шунда бер сәғәт яттым. Кино төшөрмәйбеҙ бит, дубль юҡ, шуға ҡыбырларға ярамай. Үҙем ятам, үҙем уйлайым: “Бында берәйһе һине мәжбүр итеп һалып ҡуйҙымы инде? Пневмония булып ҡуйһа!” Бындай сараларға йыш йөрөгәс, хәлде алдан белеп тораһың, шуға күрә йылы кейенгәнлектән генә бирешмәнем. Тарихи реконструкцияларҙың маҡсаты – таш яуһа ла дөрөҫлөктән тайпылмау. Кейемең шул осорҙоҡона тулыһынса тап килергә тейеш. Әгәр ҙә кадрға осраҡлы рәүештә генә пластик һауыттар эләкһә, был ҙур хилафлыҡ һанала.

– Төп һөнәрегеҙ – уҡытыусы, шул уҡ ваҡытта Темәс тарихтыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире лә...

– Эйе, мин 28 йыл тарихтан уҡыттым, “Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтау­лы исем бирҙеләр. Ошо осорҙа үҙемдең утынлыҡта (әйтһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, тигәндәй) шәхси музейымды булдырҙым, уны бик күп экспонаттар менән байыттыҡ. Был йәһәттән ҡатыным Сөмбөлдөң ярҙамы ҙур – ул 100 һумға ғына ошо экспонаттарҙы һатып ала.

Ауылдаштар килтерә, ишетеп ҡалһам, үҙем барып алам. Теләгән кеше инеп ҡарап сыға. Күптәр берәй сараға тип тарихи кейем һорап тора. “Мәргән уҡсы” бәйгеһенә гел егеттәрҙе кейендереп, уҡ-һаҙаҡтарым менән ҡоралландырып ебәрәм, сөнки туҙған кейем урынына яңыны алырға мөмкин, ә тарих йөрәктәрҙә ҡала.

Темәс музейында эшләү ҙур бурыс өҫтәй, сөнки ул беренсе баш ҡалабыҙ булған. Унда электән 17 милләт вәкиле һыйышып йәшәгән, сөнки был урын кешеләрҙе берләштереүсе төбәк һаналған. Бында ҙур баҙар урынлашҡан, рус, башҡорт мәктәптәре эшләгән. 1917—1921 йылдарҙа башҡорттарҙың Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшен сағылдырған милли хәрәкәттең үҙәгенә әүерелгән ошондай тарихи ер ул.

Музейҙа киләһе йыл ҙур реставрация эштәрен башҡарыу бурысы тора, шуны имен-аман атҡарып сығырға насип булһын инде. Йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, һаҡ, янғын хәүефһеҙлеге системаларын рәтләү – шуларҙың бөтәһен дә үҙгәртәсәкбеҙ. Бынан тыш, Зәки Вәлидиҙең бюсы саҡ ҡына ситкәрәк күсереләсәк, тирмә, ултырып һөйләшеү өсөн беседкалар ҡуйыласаҡ – ошо юҫыҡта күп эш көтә.

– Айҙар Рәйес улы, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрегеҙ киләсәктә лә эҙһеҙ үтмәһен, йәш быуын йөрәгенә юғары идеяларға юл ярһын, Темәс ерлеге рухи йүнәлештә артабан да байыһын, ә үҙегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яҡты уй-ниәттәрегеҙҙең һәр ваҡыт бойомға ашыуын теләйек! Йәнле һөйләшеү өсөн ысын күңелдән рәхмәт!

 

- Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.

Читайте нас