Йәмғиәт
30 Июль 2021, 14:45

Ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйылды

Быйыл Кузнецов затоны микрорайонында балалар баҡсаһын һәм биш квартал араларындағы юлдарҙы төҙөп бөтөрөргә тейештәр.

Ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйылдыВаҡытында тамамлау бурысы ҡуйылды
Ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйылды

Быйыл Кузнецов затоны микрорайонында балалар баҡсаһын һәм биш квартал араларындағы юлдарҙы төҙөп бөтөрөргә тейештәр.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов республиканың Торлаҡты үҫтереү фондына 10 авгусҡа хәтлем Кузнецов затоны микрорайонындағы квартал аралары юлдарындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Быға яуаплылар кәмселектәрҙе гарантия срогы осоронда тамамларға бурыслы.

Киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Рим Яҡупов һәм башҡалар ҡатнашты. Улар төҙөлөп ятҡан 260 урынлыҡ балалар баҡсаһын ҡараны.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас