Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2021, 12:30

100 меңгә - мини-трактор

Оҫта ҡуллы Рәүеф Дауытов үҙ ҡулдары менән ҡеүәте утыҙ ат көсөнә торошло трактор йыйған!

100 меңгә - мини-трактор
100 меңгә - мини-трактор

Башҡортостан кешеһе үҙ ҡулдары менән күп функциялы мини-трактор йыйған. Эш 100 мең һумға төшкән.

Дыуан районында йәшәгән Рәүеф Дауытов яһаған трактор бер нисә эште башҡара ала: тейәү, тырматыу, йөк ташыу, ер һөрөү. Уның ҡеүәте утыҙ ат көсөнә торошло.

"Трактор ныҡ ярҙам итә. Йәйен дә, ҡышын да. Техника булыуы яҡшы - үҙеңде лә ышаныслы тояһың", - ти механик.

Тракторҙы йыйыуға бер йыл ваҡыт киткән. Ҡайһы бер запас часын һатып алған, икенселәрен оҫта үҙе йүнәткән. Тракторҙың бер нисә тиҙлек режимы бар, һәр бурысты үтәүгә айырым рычаг ҡуйылған.

Урындағы халыҡ та ниндәйҙер эштәрен башҡартыуҙа ярҙам һорап Рәүеф ауылдаштарына мөрәжәғәт итәләр икән.

Бына шундай булдыҡлы, оҫта, өлгө алырҙай кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Афарин! Яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

Сығанаҡ: bash.news

Фото:bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: