

Бөгөн республиканың ике районында - Әлшәйҙә һәм Ғафуриҙа "Урындағы. Сифатлы. Үҙебеҙҙеке" проектының тәүге йәрминкәләре үтте.
Красноусолда уҙған сарала төбәктең 18 предприятиеһы һәм 58 шәхси хужалығы, шул иҫәптән фермер хужалыҡтары, икмәк һәм ит етештереүселәр үҙ тауарҙарын һатыуға алып сыҡты. Ғафури халҡы өсөн шулай уҡ миҙгелле емеш-йәшелсә, бал, ит, һөт, балыҡ, икмәк продукциялары тәҡдим ителде, яңы ашлыҡ, бесән, һалам да ситтә ҡалманы.
"Үҙем Өфөлә йәшәйем, Ғафури - тыуған яғым. Йылдар үткән һайын тыуған ер үҙенә тарта, район йәрминкәләренә лә гел киләбеҙ. Ит, һарымһаҡ, йәшелсә, шифалы үләндәрҙе ҙур теләк менән һатып алам. Хаҡтары ҡыйбат түгел, өҫтәүенә сифатлы", - ти Лилиә Сәлихова.
Сарала шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәктәге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов, отставкалағы полковник Динар Ғилметдинов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡатнашты.
Сара барышында халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтелде, "Сәләмәтлек поезы", коронавирустан прививка эшләтергә теләүселәр өсөн мобиль вакцинация пункты эшләне. Шулай уҡ йәштәр, балалар өсөн төрлө ярыш, уйын, күңел асыу майҙансыҡтары ойошторолдо.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар танылған йырсы Радик Юлъяҡшиндың сығышын тыңлап кинәнде, район һәүәҫкәрҙәренең бай йөкмәткеле концертын ҡараны.
Фото: "Башинформ".