

Бөгөн Кушнаренко районының Муса Гәрәев исемендәге Первушин аэродромында II Бөтә донъя конгресын һәм "Асыҡ күк" авиация һәүәҫкәрҙәренең 15-се Бөтә донъя слетын ябыу тантанаһы сағыу авиашоу менән тамамланды.
Башҡортостанда үткән сара илдең утыҙ төбәгенән 200-гә яҡын пилотты йыйҙы, ул өс көн дауамында барҙы. II Бөтә донъя конгресында һәм "Асыҡ күк" авиация һәүәҫкәрҙәренең 15-се Бөтә донъя слетында ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең дөйөм ҡулланылыштағы авиация федерацияһы президенты Сергей Миңлеғолов сәләмләне.
"Өфө өсөн бындай авиация байрамдарын үткәреү матур йолаға әйләнде. Ошондай саралар ярҙамында беҙ граждандар авиацияһының онотолған төрөн тергеҙеп үҫтерәбеҙ. Дөйөм ҡулланылыштағы авиация байрам сараларын ғына үткәрмәй, ә алыҫ райондарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барыуҙа ла ярҙам күрһәтә, реклама сәфәрҙәре ойоштора, пилоттар әҙерләү, йәштәр араһында һөнәри эш алып барыу менән дә шөғөлләнә. Киләсәктә бындай слеттарҙы Калуга һәм Омск аэродромдарында ла үткәрергә йыйынабыҙ", - тине Сергей Миңлеғолов.
Сараның һуңғы көнөндә 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм Мәрҙәншин да ҡатнашты.
Авиация конгресын ябыу тантанаһының иң сағыу биҙәге Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төшөрөлгән самолеттарҙың авиашоуы булды. Унан һуң пилоттар аэродром ҡунаҡтары менән аралашты, фотоға төштө.
Олег Яровиков фотолары.