Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2021, 15:00

“Рухиәт” - ижадсыларға ҡеүәт

Ойошма яҙыусы, драматург, журналистарға, сәнғәт эшмәкәрҙәренә һ.б. сит ил проекттарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.

“Рухиәт” - ижадсыларға ҡеүәт
“Рухиәт” - ижадсыларға ҡеүәт

Өфөлә Рухиәт исемле коммерцияға ҡарамаған яңы ойошма барлыҡҡа килде. Мәҙәни-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм туризм үҙәгенә ғилемле, сит ил компанияларында эшләү тәжрибәһе булған белгестәр тупланған.

Ойошманың төп маҡсаты - республикала һәм унан ситтә башҡорт мәҙәниәте, теле, тарихы буйынса заманса проекттар эшләү, сит илдәрҙә хеҙмәт практикалары (стажировка), мәҙәни-мәғариф алмаш итеү. Ойошманың төрлө сит ил компаниялары менән (Google, Bosсh, Bayer, Nestle, Limak, Saudi Aramco, Procter & Gamble һ.б. ) хеҙмәттәшлеге компаниялар менән килешелгән йүнәлтмә буйынса эшләнә һәм саҡырыусы иҫәбенә ҡаплана.

Ойошма ижади һөнәрмәндәргә (яҙыусы, драматург, журналистар, төрлө сәнғәт әһелдәре һ.б.) сит ил проекттарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, урындағы ижади төркөмдө, команданы йәки айырым белгесте сит илдәрҙә үткән ҙур проекттарға, фестивалдәргә, конкурстарға теркәү, уның ҡатнашлығындағы документаль оҙатыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Бөгөн ойошманың Төркиә, Индонезия, Германия кеүек илдәр менән ныҡлы килешеүҙәре бар һәм ошо илдәргә проекттар буйынса юлланыу өсөн мөмкинлек асыҡ.

Әйткәндәй, яңы ойошма белгестәре Өфөлә үткән Бөтә донъя фольклориадаһында сит ил делегациялары менән әүҙем эшләне, тәржемәселәр киң мәғлүмәт сараларына тәржемәгә йәлеп ителде. Август айында иһә улар Төркиәнең Анталия ҡалаһында уҙасаҡ “Lets Share” мәҙәниәттәр фестиваленә саҡырылды.

Мәғлүмәттәр менән "Рухиәт" ойошмаһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә танышырға мөмкин, һорауҙарҙы  [email protected] электрон адресына йәки 89273340063 телефоны аша бирергә була.

Фото: "Рухиәт"тең "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас: