Йәмғиәт
1 Август 2021, 06:30

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Республика Башлығы Радий Хәбиров тимер юл тармағында эшләүселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм уларға ышанысын белдерҙе.

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тимер юл тармағында эшләүселәрҙе һөнәри байрамы – Тимер юл хеҙмәткәре көнө – менән ҡотланы.

"Куйбышев тимер юлы – Рәсәйҙең мөһим транспорт артерияһы. Ул тиҫтәләрсә миллион тонна йөктө ташый, иҡтисадтың әһәмиәтле тармаҡтары эшен тәьмин итә, кешеләргә тәғәйен ергә уңайлы шарттарҙа барып етеү мөмкинлеге бирә, – тине Радий Фәрит улы. – Республикабыҙ тимер юлсылар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә, йөк ташыу күләме буйынса алдынғылар иҫәбендә. Беҙ бергәләп тимер юл инфраструктураһын үҫтерәбеҙ, Өфөләге вокзалды яңыртып ҡороуҙы дауам итәбеҙ. Ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ – Өфө тимер юл ҡулсаһы – тормошҡа ашып килә.

"Урал легендаһы", "Айғыр", тиҙ йөрөүсе "Орлан" кеүек яңы поезд маршруттары астыҡ, улар республика халҡы араһында киң танылыу яуланы. Баш ҡалабыҙҙан Көнбайыш һәм Көнсығыш экспрестарҙы башлап ебәрергә әҙерләнәбеҙ.

Алда – бик күп яңы, яҡшы пландар. Үҙебеҙҙең тимер юлсыларға, уларҙың яуаплылығына һәм юғары профессионаллегенә ышанам. Һөнәрегеҙ ысын күңелдән ихтирам тыуҙыра.

Тармаҡты үҫтереүгә һәм лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә күп йылдарын бағышлаған ветерандарға – айырым рәхмәт! Тупланған тәжрибә һәм йолалар яуаплы бурыстарҙы уңышлы үтәргә ярҙам итер, тип ышанам.

Бар күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, хеҙмәттә уңыштар теләйем!"

 

Фото: trainpix.org

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас