Йәмғиәт
2 Август 2021, 12:00

Десантсылар илһөйәрлек тәрбиәләй

Бөгөн Рәсәй десантсылары һөнәри байрамын – Хәрби-һауа ғәскәрҙәре ойошторолоуға 91 йыл тулыуҙы – билдәләй.

Десантсылар илһөйәрлек тәрбиәләйДесантсылар илһөйәрлек тәрбиәләй
Десантсылар илһөйәрлек тәрбиәләй

Бөгөн илдә десантсылар һөнәри байрамын – Хәрби-һауа ғәскәрҙәре ойошторолоуға 91 йыл тулыуҙы – билдәләй. Ошо сара айҡанлы баш ҡаланың “Волна” скверында хәрби хеҙмәтен үтәгәндә башын һалған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлегенә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

Сараны “Башҡортостандың махсус тәғәйенләнешле һәм десант ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ойошторҙо.

2 август – һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ветерандар өсөн тағы бер тапҡыр осрашыу, аралашыу форсаты. Күптәр был көндө тантанаға ғаиләләре менән килгән.

– Беҙ бөгөн һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы, бурысын үтәгәндә башын һалғандарҙы иҫләйбеҙ. Хеҙмәтен имен-аман үткәреп, бөгөн тормошта үҙ урынын тапҡандар ихлас аралаша, донъя мәшәҡәттәре арҡаһында күптән күрмәгән таныштарын осратып, һөйләшә. Десантсыларҙың күбеһе хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, дәүләтселекте нығытыуға ҙур көс һала. Үҙҙәренең хеҙмәте менән десантсы яугир генә түгел, хеҙмәт һөйөүсе, тыныслыҡты яратҡан кеше булыуын да иҫбатлайҙар. Күптәр үҫеп килгән быуынды тәрбиәләй, илһөйәрлек рухын үҫтерә. Бөгөн беҙ барыһын да ошо байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ, – тине, тантананы асып, “Башҡортостандың махсус тәғәйенләнешле һәм десант ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов.

– Бындай осрашыуҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам, сөнки уларҙа аралашыу мөмкинлеге бар. Беҙ тематик сараларҙы күп үткәрәбеҙ, һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ. Шулай ҙа бөгөн эшебеҙҙең төп йүнәлеше – башҡаларға ярҙам итеү. Пандемия ваҡытында ярҙамға мохтаж ветерандарыбыҙға, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ярҙам иттек. Аҙыҡ-түлек алып килдек, башҡа йомоштарын атҡарҙыҡ. Үҫеп килгән йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү ҙә мөһим. Шәхсән минең өсөн иһә 2 август – икенсе тыуған көн. Хәтерләйем, иҫләйем, – тине 106-сы гвардия һауа-десант дивизияһы ветераны Виталий Смирнов.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин сәләмләне.

– “Ҡанатлы пехота”ның тарихы менән ғорурланабыҙ. Һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт алдына ҡуйылған мәсьәләлрҙе еренә еткереп үтәне, юғары хәрби әҙерлек өлгөһө күрһәтте. Десантсыларҙың алмашына килгән йәштәр ҙә был йолаларҙан тайпылмай, иленә тоғро хеҙмәт итә. Ә әлеге көн миңә хәрби хеҙмәтем тураһында иҫләтеп тора һәм ғүмер буйына ошо ҙур ойошманың вәкиле булыуымды онотмаясаҡмын, – тине Рафаль Мәрҙәншин.

 

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас