Йәмғиәт
3 Август 2021, 15:30

16 ҡыҙ һәм малай 17 миллион үҫмергә бәхет өләшә

Сара Мәскәү ҡалаһында 2-3 август көндәре үтә.

16 ҡыҙ һәм малай 17 миллион үҫмергә бәхет өләшә16 ҡыҙ һәм малай 17 миллион үҫмергә бәхет өләшә
16 ҡыҙ һәм малай 17 миллион үҫмергә бәхет өләшә

 “Большая перемена” һәм “Твой ход” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар “Пушкин картаһы” реклама кампанияһын эшләүҙә авторҙаш була ала. Бынан ары 14 йәштән 22 йәшкә хәтлемге 17 миллион тирәһе мәктәп уҡыусыһы һәм студенты дәүләт бүлгән аҡсаға театр һәм музейҙарға барыу мөмкинлегенә эйә.

 

Сара Мәскәү ҡалаһында 2-3 август көндәре үтә, ойоштороусыһы – “Милли проекттар” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте.

 

Рәсәй күләмендә ойоштороласаҡ был проект 2021 йылдың 1 сентябренә планлаштырылған. “Пушкин картаһы” эйәләренә өс мең һум аҡса биреләсәк, быны улар тик мәҙәни учреждениеларға барыу өсөн тотона ала. Исемлектә дәүләт кенә түгел, ә шәхси музей һәм театрҙар ҙа бар. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан да был проектҡа ҡушыла, әле республикабыҙҙа был тәңгәлдә эштәр дауам итә. Мәҙәниәт усаҡтарына үҙең йәшәгән төбәктән айырмалы, илебеҙ буйынса сәйәхәт иткәндә лә барырға була.

 

Реклама кампанияһын булдырыуҙа 16 мәктәп уҡыусыһы һәм студент ҡатнаша, етәкселәре – журналистика, дизайн һәм коммуникациялар өлкәһендәге оҫталар.

 

Рәсәйҙә йәштәргә үҙҙәренең һәләтен асыу йәһәтенән бихисап проекттар бойомға ашырыла. “Россия – страна возможностей”, “Большая перемена”, “Твой ход” һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас