Был ваҡиғалар 1985 йылда булды. Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында телевизион фильм төшөрөү тураһында тәүге мәғлүмәтте мин Учалы районының Сәфәр мәктәбе пионер вожатыйы Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Ҡәлимованың хатынан алдым.
Ҡыҫҡаһы, ул үҙҙәренең ауылының ғорурлығы булған батыр егет Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлин (1923–1944) тураһында республика телевидениеһы аша тапшырыу булырға тейеш, тигәйне. Октябрь айы. “Өфө–Учалы” поезына ултырып, командировкаға киттек.
Тыуған йорт йылыһы
Герой Хәкимйән Әхмәтғәлиндең әсәһе Фәхерниса инәй Шәкирйән ҡыҙы (1895–1985) йортта яңғыҙы ғына тора. Өй һәйбәт һалынған, ишек алды иркен.
Ихата яҫы таштан буралған ҡойма менән ике яҡлап уратылған – метрҙан бейегерәк булған таш ҡойманың бөтә оҙонлоғо – илле-алтмыш аҙым, ә киңлеге ҡырҡ сантиметрҙан кәм түгел. Ҡайраҡ һоро таштарҙы таҫлап ҡына теҙеп һалынған ҡойма бик күптәнге, бер-ике урында ныҡ баҫылған, өҫтөндә урыны менән мүк, ваҡ үлән үҫкән, әммә бер осо эшләнеп бөтмәй ҡалған... Ҡыҙыҡ, таштан буралған ҡойма, һарай-гараж йәки келәттәр осраһа, быуат башында ҡалған әллә ҡасанғы замандарҙы уйлата. Колхоздар төҙөлгән осорҙа кешеләрҙең таш ҡоролмаларын боҙоп яңы ырҙын табағы, мал һарайы йә күпер төҙөткәндәр йәки, шул көйө тартып алып, күмәк хужалыҡ мөлкәте тип иғлан иткәндәр. Төҙөлөп бөтмәгән таш ҡойма был аулаҡ ишек алдында имен тороп ҡалған. Күрәһең, ул урам яҡтан күҙгә ташланмай йәки был йортта тыуған һәм йәшәп киткән кешенең исеме әлегә уны һүтеп-ташып алыуҙан ҡурсалай.
Машинанан өйгә ингәнсе дымлы һауа ҡурыштырҙы, өйҙөң йылыһы бөркөлгәс, кинәт күңелле булып китте. Ишектән ингәс тә уңға йәнә бер ишек бар, уның аша түр диуарҙан ҙур портрет ҡаршылай. Унан сибәр йөҙлө, үткер, аҡыллы ҡарашлы егет ҡарап тора. Был күҙ ҡарашын бер ҡасан да онота алманым. Тынысландыра ла, уйландыра ла торған матур ҡараш. Яңғыҙ ғына йәшәп ятҡан әсәй генәһенә ул портрет бик яҡшы йыуаныс-таяныс булғандыр. Ошо фотокарточка аша беҙ Хәкимйән Әхмәтғәлиндең инәһенең хәтерендә ҡалған бала саҡ һәм йәшлек тормошона инеп киттек (был яҡта әсәйҙе “инәй” тиҙәр, беҙ ҙә шулай өндәштек тә ҡуйҙыҡ).
– Әйҙүк, әйҙүк, өфөләр, һеҙҙе көтәбеҙ, нисек килеп еттегеҙ? – тип күгәрсен кеүек гөлдөрләп кенә торған тауышлы оло йәштәге Инәй менән ҡушҡул биреп күрештек. Өйҙә тәмле аш, бәлеш, ҡоймаҡ еҫе таралған. – Хәкимйәндең инәһе буламын. Бер үҙем ҡалдым, бабай китте теге яҡҡа (тәҙрә яғына ҡарап ҡайҙалыр ымланы, зыярат яғыналыр инде), ана ҡарап тора улым – миңә иптәш, – тип портретҡа күрһәтеп, шат һөйләнде ул. Күҙе күрә, ҡолағы ишетә, аяғы йөрөй, иҫе дөрөҫ – ҡайһылай ҙа бәхетле кеше, тип уйланым шул саҡ. Ә һуғышта һәләк булған улының хәсрәте?
Тиҙҙән беҙ, өҫ кейемдәрен һалып, ҡулдарҙы йыуып, түр яҡтағы һикегә менеп ултырҙыҡ. Ашъяулыҡҡа хуш еҫле сөсө икмәк таратып һалынған, ҡаймаҡлы тәгәстәр ҡуйылған, ярмалы картуф боҫлана... Юлдан килгән кешеләргә тағы ни кәрәк? Самауыры тызылдап ҡайнап ултыра, Инәй сынаяҡлап һөтлө сәй өләшә. Уның йәштәрсә теремеклегенә хайран ҡалып, тауыш-тынһыҙ ғына алдыбыҙҙағы тәғәмдәргә үреләбеҙ. Инәй оло бит инде (туҡһан йәш була!), һаман үҙаллы донъя көтә... Беҙҙең уйҙағы һорауға ул үҙе яуап бирә:
– “Хәкимйәнгә киләләр, телевидение килә”, – тинеләр. Килһендәр шул, тинем. Ана, мәктәпкә барырҙар, һәйкәлен күрерҙәр, музейын ҡарарҙар. Унда бөтәһе лә бар: кәртешкәләре, хаттары, грамоталары... Унда күлдәге менән фурашкаһын да биргәйнем әле. Һабантуйҙа йүгереп алған көрөшкәһен дә бирҙем дә ҡуйҙым. Һәйкәлен нимә тиерһегеҙ икән? Уны Хәкимйәнгә оҡшамаған, тигән булалар. Ярай, таш һын менән тере кеше бер түгел инде, оҡшамаһа, оҡшамайҙыр. Мин дә тәүҙә аптырап киткәйнем, улым шулай олоғайҙымы икән әллә, тип йөрәгем жыу итте. Шунан күҙем өйрәнде, һүрәт һымаҡ күрҙем дә ҡуйҙым. Һәйкәлгә ҡарағаным да юҡ ул. Уның янында сәскә күп, балалар күп, кеше күп. Мин шуларға ҡарайым...
Инәй һөйләй ҙә һөйләй. Беҙ тын ғына тыңлайбыҙ. Вожатый сәғәтенә ҡарап ымлай, мәктәптә балалар көтә, тимәксе... Инәй беҙҙең менән мәктәпкә барманы, арырмын, өйҙә көтәм, кискә тағы килегеҙ, тип оҙатып ҡалды.
Таш бурау борондан ҡалған
Ихатаға сыҡҡас, мин йәнә баяғы таш ҡойма хаҡында һүҙ ҡуҙғаттым. Инәйебеҙ, йөҙө асылып китеп, ҡоймаға барып таянды. Ул таштарҙы һыйпай, әле береһен, әле икенсеһен йыйырсыҡлы бармаҡтары менән һыпырғылай, ә йөҙөндә шәфәҡ нуры кеүек һағышлы ла, яҡты ла хәтер нурҙары уйнай.
– Таш ҡойманы беҙҙең яҡта элек байҙар ҙа, купистар ҙа буратҡан, кемеһе ҡойма, кем келәт, кем һарай эшләткән, күмәк кеше яллағандар, оҫталар булған. Хәкимйән дә эй салт, эшкә шәп булды. Ул бит колхозда тракторҙа эшләне. Сәфәрҙә “Октябрь” колхозы – бөтә ауыл иртәнән кискә хәтле шунда ҡайнай. “Армияға киткәнсе әллә нисә йөҙ труддин эшләп китәм, инәй, минең өлөштө һин алырһың”, – тиер ине. Тракторҙан көнө-төнө төшмәне, ер һөрҙө. Эй ҡабалана: “Ямғыр башланмаҫ борон һөрөп бөтөрәм, юҡһа, балсыҡ һабанға тығыла”, – тигән була. Төндә генә тауҙан арбаға таш тейәп ала, ҡайтып йәһәт кенә бушатып, өйгә лә кереп тормай, йәнә эшкә китә. Арыуҙың ни икәнен белмәне балаҡайым. Әллә арыһа ла, әйтмәнеме икән беҙгә? Хәкимйәнемдең ҡаһармандарса һәләк булғаны тураһында хәрби комиссариатҡа хәбәр ебәргәндәр, шунан беҙҙең өйгә комиссия килде. Өйөбөҙҙөң йәшәрлек түгеллеген күрҙеләр. Беҙгә бына шул йәшәп ятҡан өйҙө колхоз бирҙе, ә таш ҡойма төҙөлөп бөтмәгәйне.
Хәкимйәнемдән ҡала Закирйәнем дә бар бит минең. Шул улым теге иҫке өйҙән ғәзизем ташыған ташты ташып алып, теҙҙе был ҡойманы. “Инәй, һуғыш бөткәс, ихатаны уратып боронғоса таш ҡойма бурайыҡ”, – тигән булғайны Хәкимйән. “Алла бирһә, тип әйт, улым”, – тим. “Ярай, ярай, инәй, Аллаһы бирһә!” – тип көлөп ебәрҙе. Бирҙе бит мәүләм-хоҙайым, бына бит ул беҙҙең таш ҡойма. Матур ҙа, ышыҡ та... Был таш ҡоймаға Хәкимйәнемдең дә йән-тән көсө ингән...
Инәй һөйләй, ямғыр яуа... Мәктәпкә йүгереп тигәндәй барып еттек. Ишек алдындағы ағас рәшәткәле майҙансыҡта Хәкимйән Әхмәтғәлиндең бюсы тора. Алдына бик күп итеп баҡса сәскәләре – пәйғәмбәр тырнағы менән сынағас гөлө шәлкемдәре һалынған. Балалар һәр береһе үҙ баҡсаһынан килтергән сәскәләрҙер инде. Күктәге болоттар ергә һөйрәлеп тигәндәй, өҙлөкһөҙ ваҡ ямғыр һибәләтә, шуға күрә беҙ бала-сағаны күшектереп тышҡа алып сыҡмаҫҡа булдыҡ. Оператор үҙе генә һәйкәлде төрлө яҡлап төшөрҙө, ишек янында алтаҡтаға йәнәшә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, унда – “Был мәктәптә Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин (1923 – 1944) уҡыған” тигән яҙыу. Беҙ яуынға тамам күшегә башланыҡ та йәһәтләп мәктәпкә индек.
Мәктәп бик йылы ине. Төштән һуңғы дәрестәр бара, ике сменала уҡыйҙар, ауылда балалар күп, тимәк. Иҙәндәр тап-таҙа итеп йыуылған, ишек яғын буйлатып төрлө аяҡ кейемдәре теҙелгән. Ултырып кейенергә оҙон эскәмйәләр ҡуйылған.
Тура музей бүлмәһенә йүнәлдек. Директор һәм башҡа ҡунаҡтар беҙҙе шунда көтә ине. Ҙур булмаған бүлмә тәҙрәле. Уртала өҫтәл. Тирә-яҡтан быяла шкафтар теҙелгән, уларҙа төрлө экспонаттар ята. Оператор менән техник музей эсен төшөрөр өсөн ут ҡуя башланы, мин беҙҙе көтөп бер аҙ тулҡынланған һәм ҡыҙыҡһынып ашҡынған ҡарашлы бер нисә кеше менән таныша башланым. Башта үҙебеҙҙең йомошто әйттем, ниндәй жанрҙа эшләргә йыйыныуымды, ниндәй һорауҙар бирәсәгемде теҙҙем, ләкин уларға минең хәбәрем ҡыҙыҡ түгел ине, барыһы ла балалар һымаҡ һағайышып, оператор нисек камераны сығарып штативҡа беркетеп ҡуйғанды, микрофон әҙерләгәнде, ут лампаһын ҡайҙа йүнәлткәнде ҡыҙығып күҙәтте. Ҡайһылары һикереп тороп ярҙам итергә тырыша, саҡ тыйып, кире урынына ултыртырға тура килә. Ауыл кешеләренең самими ихласлығы һәр ваҡыт һоҡландыра мине. Сал сәсле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ине бында, кинокамера тигән замана ғәжәбен улар бик ҡыуанып ҡабул итте.
Халыҡ ут яҡтыһына һәм аппаратураға бер аҙ күнеккәс, төп эшкә – әңгәмәләргә күстек. Мин Хәкимйәнде яҡшы хәтерләгән ике кешенән әңгәмә алырға булдым. Сабирйән Әғлиуллин менән Сабирйән Таһиров тигән ағайҙар ине. Икеһе лә – һуғыш ветераны, 219-сы Идриц дивизияһының 3-сө удар армияһында бергә хеҙмәт иткәндәр. Улар камера алдында ҡаушаманы, герой тураһында иҫтәлектәрен ыңғай ғына һөйләп бирҙе. “Рәхмәт, Хәкимйәнде онотмайҙар, оноттормайҙар, ул – ысын герой, ә беҙҙең ауылдаштар араһында ундай батыр, сос егеттәр ифрат күп ине, улар барыһы ла героизм күрһәткән, ордендар алған...” – тиештеләр. Ҡалған ҡунаҡтарҙы музей фонында төшөрҙөк.
Бер апай (исемен онотҡанмын) үҙенең теләген белдерҙе: “Мөмкинме мин Хәкимйән ағай хөрмәтенә йыр йырлайым!” Йыр тигәндә, мин бер ҡасан да ҡаршы буласағым юҡ. Оҙон көйгә башҡорт йыры ағылды. Учалы яғының сағыу, тәрән тынлы күкрәк тауышы томандар аша ҡарап торған йыраҡ тауҙарҙы ошонда, музей эсенә саҡырғандай булды. Гүйә, шул Уралтау һырттары Хәкимйән тураһында хәтерләргә һәм уның һуғыш яланында янып көл булған хыялдары хаҡында тыңларға бында үрелеп ҡарай ине. Башҡорт йыры ниңә шулай моңло? Ил өсөн башын һалған, йәнен биргән ир-егеттең тыуған төйәгендә иркенләп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәү теләге үҙәк өҙгөс моң булып һеңгән уларға.
“Улым тураһында һөйләгеҙ”
Мәктәптә эш тамам булғас, беҙ яңынан Хәкимйәндең инәһе янына – Фәхерниса инәй өйөнә ашыҡтыҡ. Беҙҙең менән тағы бер нисә кеше барҙы, унда киске аш әҙерләнә ине, ләкин миңә Инәй менән һөйләшергә – төп интервьюны алырға кәрәк. Күмәк кеше йыш ҡына йә ҡамасаулай, йә киреһенсә... Һүҙ Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында барһа, әсәһе айырыуса йәнләнеп тыңлай, һөйөнә, нығыраҡ һый-хөрмәтте ҡайғырта башлай...
“Хәкимйәнде һөйләгеҙ, ә мин тыңлайым”, – ти ул. Һикелә йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй йәнә хәтирә йомғаҡтары һүтелде. Инәйҙең улының колхоз эшендә егәрле һәм иптәштәре араһында үткер, ҡыйыу булыуы, ундай егеттең ҡайҙа ла юғалып ҡалмауы, Хәкимйәндең ике орденлы өлкән сержант һәм Герой булыуы ғәжәп түгел, тиештеләр.
Киске аш, ғәҙәттәгесә, күңелле һөйләшеү, һый менән барҙы. Инәй, йола буйынса, һәр кемде оло ҡунаҡ һымаҡ күреп, нисек һыйланыуы, нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһынды, хәстәрләп ултырҙы. Ысынлап та, хужабикә ныҡ арығайны... Тулҡынланыу ҙа, уйланыу ҙа, йүгергеләү ҙә етерлек булғандыр. Ә минең иҫәпле генә бирелгән кинотаҫмам Геройҙың әсәһенә мотлаҡ етергә тейеш (бөтәһе ун биш минутлыҡ пленка, ун минуты – синхронға, биш минуты – дөйөм кадрҙар өсөн). Мин уның менән һөйләшеүҙе иртәгәгә ҡалдырмаҡ булдым. Оператор менән техник ошо йортта йоҡларға ҡалды, беҙ пионервожатый менән икенсе өйгә киттек.
Иртәнсәк иртүк кире килгәндә, өйҙә ҡоймаҡ еҫе таралған, Инәй ҙур һары ҡабаҡты мейес төбөнә ҡуйып, эсендә тары бутҡаһы бешергән ине. Йәнә һикелә ашъяулыҡ уратып ултырыштыҡ. Был юлы хужабикәнән рөхсәт алып, Рәмзилә үҙе самауыр янында сәй яһарға тотондо, ә Инәйҙе туғандары (улы, килене) һәм ейәндәре менән түргә ултырттыҡ.
Ниһайәт, әсә йөрәгендәге иҫтәлектәр телгә килде, ул улы тураһында һөйләй башланы. Һуңғы бер нисә көндә йөрәгендә йылдар буйы йыйылған һағыш уты дөрләп киткәндер, ахыры. Улының ҡайтмауына күнгәндер инде, ләкин һаман да тәҙрәнән урам буйлап килгән йәш ир кешене күрһә, “әллә Хәкимйәнме?” тигән уй кинәт кенә йәнен өтөп алыуын әйтте. Тик Инәйҙе иң әрнеткәне – улының башынан яраланыуы. “Ике көн ыңғырашып ятҡан, ти бит, үлә алмай интеккәндер инде балаҡайым”, – тип ҡат-ҡат уфтана ул. Кем дә булһа уны йыуатыр, юҡ, һыҙланмаған улың, яраһы ауыртмаған, тип әйтер тигәндәй, тыңлаусыларға мөлдөрәп ҡарап ала. Әсәнең йөрәгенә барып тейгән уҡ икән батыр улының яраһы.
Инәй менән балалары фотоальбом ҡарап та ултырҙылар, һәр осрашыу хаҡында ҡыуанып тәфсирләп һөйләне әсә: “Белореттан килде ун биш бала эйәрткән ике уҡытыусы. Мин баҡса утап йөрөй инем, ҡулымда үлән, аяҡта галош. Балалар мине күреп шаҡ ҡатты, әллә әбей күргәндәре юҡмы икән? “Ошолай буламы ни Герой әсәһе?” тиҙәр. Ошолай була, тинем, самауыр ҡайнатып сәй эсерҙем. Ишек алды тулы ҡаҙ үләне – ҡотороп күпереп ята, шунда балаҫ түшәп биргәйнем, ятып йоҡланы ла киттеләр. Уҡытыусылары ла, шоферҙары ла йоҡлай! Шунса арығансы ҡайҙа йөрөгән һуң былар, тим. Мәктәптә аҙна буйы ремонт яһағандар икән, шуға рәхмәт йөҙөнән беҙҙең Сәфәргә алып килгәндәр икән үҙҙәрен. Рәхәтләнеп ишек алдында ята былар, мин бер табаҡ мундирлы картуф, бер кәстрүл йомортҡа бешерҙем. Алай ҙа яңы әсе икмәгем бар ине. Ике тауыҡ һуйҙырып алғайным, ҡаҙанға аш һалдым. Үләндә һуҙылып ятып тороп туҡмаслы аш ашанылар. Эй ҡыуандылар. Тағы киләбеҙ, тиҙәр. Һәйбәт балалар. Бер малайҙары хас Хәкимйәндең үҙе генә инде, ул кәүҙәһе, ул сәстәре. Хатта күҙе лә оҡшаш. Тик йәш бала, бәләкәй малай... Шул балаға ҡарап, эй кинәндем, эстән генә инде, бер кемгә лә әйтеп булмай ундай нәмәне”.
Инәй үҙе лә һуғыш осоронда колхоз эшенән ҡайтып инмәй. “Ул замандағы эштең хәҙер яртыһы ла юҡтыр. Бер генә сәғәт тә буш торманыҡ – эш тә эш, бәхет булды ул яҡтан. Өй һайын тиерлек һалдатка, өй һайын биш-алты ваҡ бала, һәр кемдә “ҡара ҡағыҙ”ҙан ҡот осоу... Ни хәл итмәк? Ҡара сәүкә ише ябырылып килде “ҡара ҡағыҙ”ҙар... Йән хәсрәттәрен ҡара эш менән баҫтыҡ”. Мин Инәйҙең ошондай бер нисә йомро фекерен ғүмергә иҫтә ҡалдырғанмын, сөнки улар мине тетрәндергән, тапшырыуҙы монтажлағанда ла ҡат-ҡат тыңланған, аҙаҡ ҡылт итеп иҫкә төшөп, тормошта күп нәмәне аңларға ярҙам иткән...
144-се бейеклек ҡайҙа?
Өфөгә ҡайтҡас, “Исеме халыҡ телендә” тигән рубрика менән телетапшырыу әҙерләргә тотондоҡ. Режиссер Флүрә (Альмира) Сабирйән ҡыҙы Сафиуллина булды. Ул үҙе Учалы районының Сәфәр ауылыныҡы, етмәһә, Хәкимйән Әхмәтғәлин заты булып сыҡты. Шул хәтле тырышып һуғыш тураһында документаль кадрҙар ҡуйҙы ул, көйҙәрен ентекләп һайланы. Ниңә алдан белмәнем, командировкаға үҙем дә барыр инем, тип уфтанды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул осорҙа съемкаға редакторҙар ғына ебәрелә ине.
Фильмдың сценарийын яҙғанда, мин яугир егеттең хәл иткес һуңғы алыш барған көндә күңеленән генә Инәһе менән һөйләшеүен тасуирланым. Ярым аңын юғалтып, башының ауыртыуына түҙә алмайынса ҡанһырап ятҡанда, Инәһе уның күҙ алдына килә. Һалҡын айран менән тулы тәгәсен һуҙа ул улына. Хәкимйән бик ныҡ һыуһаһа ла, айранды ала алмай. Инәһе уны тауҙың ташлы ҡыртышын ҡаҙып яһалған окоп төбөнә һала, үҙәккә үттереп һыҙлаған башына һалҡын таш ҡуя, шунда улар ихаталағы таш ҡойманы хәтерләй, шуны бурарға хыяллана. Хәкимйән Инәһенә бер ҡыҙ тураһында ла әйтергә теләй, ләкин ояла, бары тик ул Ишембәт шишмәһе янындағы талға алһыу яулыҡ бәйләп ҡалдырыуын үтенә, ә теге һылыу үҙе Хәкимйәндең сәләмен таныясаҡ һәм яулыҡты алып ябынасаҡ, сөнки киске уйында улар икәү бейергә төшһә, һәр ваҡыт шул таҡмаҡ яңғырар ине: “Ал яулығым кемдәрҙә, иркәм, күңелем һиндәрҙә!..”
Хәкимйән Инәһенә 144-се бейеклек янынан үткән оло юлды күрһәтә, шул юлды бик ныҡ күҙәтеүен һорай, сөнки унан беҙҙең бик күп ғәскәрҙәр Көнбайышҡа, Германия яғына үтәсәк. Ә уның егеттәре дошманды был яҡтан ҡамап, ошо тау бейеклек таш ҡойма булып ҡалҡасаҡ...
Ошо фильмды әҙерләгән саҡта йыш ҡабатланған бер факт хәтеремә уйылып ҡалған һәм гел иҫемә төшә: Хәкимйән Әхмәтғәлиндең отделениеһы генштабтың ҙур стратегик планын тормошҡа ашырыуҙа бик мөһим роль уйнай. 1944 йылдың 19 июлендә был төркөмдө ут аҫтына ҡуйып, төп ғәскәрҙәр бөтөнләй икенсе яҡтан фашистың тылына үтеп инергә йыйына. Дошманды алдаштырып, бөтә иғтибарын ошо бейеклеккә йүнәлтергә, 144-се бейеклекте баҫып алырға һәм шунда нығынып ҡалырға бойороҡ килә. Ун бер егет ташлы-ағаслы ҡалҡыулыҡ башында ҡамауҙа тороп ҡала, шунан тороп немецтарға бер нисә урындан ут аса. Йәнәһе, бында күп көстәр барлығына ышандырырға тейеш була. Бейеклек миномет утына тотола, артынса йөҙәрләгән вермахт һалдаттары ябырыла. Улар мыжғып торған тараҡандай тауға үрмәләй... Әхмәтғәлингә рация аша ҡәтғи бойороҡ ҡабатлана: “Бейеклекте бирмәҫкә! Сигенергә ярамай, оборонаны төрләндерергә, дошман бөтә көсөн һәм иғтибарын һеҙгә йүнәлтергә тейеш!”
Бөйөк Ватан һуғышы фронты кадрҙарында штаб, фронт, карталар, алғы һыҙыҡ... Стратегик хәйләне тормошҡа ашырыу ҙур оҫталыҡ, аҡыл талап итә. Тап Әхмәтғәлиндең ун бер егете шундай тәжрибәле ҡорал һәм тактика маһирҙары, ике йыл буйы алғы һыҙыҡта йөрөгән, иҫ киткес ауыр һәм ҡатмарлы яуҙарҙы үтеп сыныҡҡан һалдаттар була – улар Курск дуғаһын, Смоленск яуҙарын һәм Балтик буйы бәрелештәрен күрә. Береһенән-береһе сая “һуғыш бүреләрен” штабта ла беләләр. Хәкимйән Әхмәтғәлин – үҙе ике орден, өс миҙал кавалеры, 1943 йылда партияға ингән, ротаның партбюро секретары. Тап ошо аҙ һанлы, әммә таштай тос йоҙроҡ-взвод ярҙамында генштаб тимер машиналар һәм ҡорос нервылар һуғышының башватҡысын ҡора. Һәм Әхмәтғәлин взводы һынатмай. Уларҙың берҙәм оҫта оборонаһына бәрелеп, һөжүм артынан һөжүм кире ҡаҡлыға. Ләкин көстәр тигеҙ түгел, ярҙам килеп етмәй. Башына мина ярсығы тейгән Хәкимйән, ҡанһырап тамам хәле бөткәс, иҫен юғалта башлай. Һушына килгән сағында ул егеттәргә яңы күрһәтмәләр бирә, тағы аңын юғалта. Йәй уртаһының эҫе ҡояшлы оҙон көнө иртәнән кискә хәтле ут ҡойоно аҫтында үтә. Миналар ярыла, пуля яуа. Егеттәр берәм-берәм кәмей...
Фильмдың кульминацияһы. ...Инәй кеше улының яраһын һуңғы тапҡыр үбә, кипкән ирендәрен әсе күҙ йәше ҡатыш айран менән сылата ла күҙҙән юғала. Улы хәҙер уны күрмәй.
Командир Әхмәтғәлин ғүмеренең һуңғы мәле етеүен һиҙә, һәм ул инде бер генә нәмәне аңлай: тотош фронттың алға китеүендә тап ошо бейеклек янындағы “бөкө” – фашистың көсө “тығылып тороуы” бик мөһим. Уны утҡа осҡан көйә күбәләгендәй әүрәтеп, бейеклек тирәһенә әйҙәргә кәрәк. Бығаса әллә нисә мәртәбә ауыр бәрелештәр кискән, ҡул һуғышына ингән, асыҡ атакаларға барған, мина яландарын үткән, бомба аҫтында ҡалған уҡсылар взводы һуңғы һулышына тиклем торорға тейеш. Ә командиры – Латвияның Рунданы ҡасабаһы янындағы 144-се бейеклектән өс мең ярым саҡрым алыҫта – сал Урал аръяғында тыуып үҫкән, инәһенең йорт ихатаһын таш ҡойма менән уратып бирергә вәғәҙә иткән изге күңелле Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлин: “помощник командира взвода 1-й стрелковой роты 375-го стрелкового полка 219-й Идрицкой стрелковой дивизии 3-й ударной армии 2-го Прибалтийского фронта!” Уға дүрт көн элек кенә 21 йәш тулған, ике йылдан ашыу һуғыш һөрөмө эсендә йөрөп, йөҙө ҡарайып ҡырыҫланған, взводындағы төрлө милләт егеттәрен бер дәһшәтле көс итеп туплаған тәжрибәле өлкән сержант. Ана улар – уның яуҙаштары, яраланған командирға өмөтләнеп ҡарай, хәлде һөйләп-кәңәшләшә... Урыҫтар, сыуаш, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, тажик, үзбәк, украин, татар һәм ул бер үҙе башҡорт... Сержанттар Андронов Василий Антонович, Сыроежкин Пётр Константинович, Чернов Матвей Степанович, ҡыҙылармеецтар Ашмаров Фёдор Иванович, Уразов Чутак, Тайгараев Тукубай, Абдулаев Урунбай, Шакуров Яков Савельевич, Шкураков Михаил Ермилович, Ҡарабаев Тишебай...
Документаль кадрҙар... Әхмәтғәлиндең взводы 144-се бейеклекте дошманға барыбер бирмәй. Ике көндән беҙҙең яңы көстәр был тиңһеҙ алыш барған ергә килеп еткәндә взводтан бер кем дә иҫән ҡалмай. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Андроновты һушынан яҙған килеш икенсе часть санитарҙары госпиталгә алып киткән була (ҡанлы алыш хаҡында ул бәйнә-бәйнә һөйләй), ә иҫһеҙ ятҡан Абдуллаев һөжүм мәлендә дошман ҡулына эләгә. Үзбәк егете Тишебай Ҡарабаев, иң көсөргәнешле мәлдә ҡурҡаҡлыҡ күрһәтеп, үҙ теләге менән әсирлеккә төшә. Уларҙың яҙмышы һуңынан билдәле була.
Генштаб үҙенең хәл иткес маневрына ҙур булышлыҡ иткән взводтың батырлығын баһаламай ҡалмай – “Хәкимйән Әхмәтғәлиндең төркөмөндәге бөтә 11 һалдатҡа ла Советтар Союзы Геройы исеме бирергә” тигән ҡарар 1945 йылдың 24 мартында килеп етә.
1952 йылдың 28 июнендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Т. Ҡарабаевҡа бирелгән Советтар Союзы Геройы исемен “нигеҙһеҙ бирелгән” тип ғәмәлдән сығара.
Исеме халыҡ телендә...
Сунуплява ауылында (Латвия) батыр взвод ерләнгән туғандар ҡәберлегенә обелиск ҡуйылған, Лудза ҡалаһында оҫта командир Хәкимйән Әхмәтғәлингә һәм уның саҡматаштай төркөмөнә һәйкәл бар, тыуған Учалы районының Сәфәр ауылы мәктәбе янындағы бюст Хәкимйән Әхмәтғәлингә арнала (авторы – Зилфәт Рәүеф улы Басиров), батыр хөрмәтенә Учалы ҡалаһында һәм ауылында, шулай уҡ Сәфәрҙең үҙендә матур урамдар исемләнгән.
Фильм аҙағында Инәй таш ҡойма буйлап йөрөй, эштән ҡытыршыланған ҡулдары, йыйырсыҡлы йөҙө кинәт шымарып-яҡтырып китә: тимәк, Улы иҫенә төшә. Улы хәҙер уның янында, һике тапҡырында түр стеналағы портреттан ҡарап көтөп тора. Ҡараштары матур, сабыр, тимәк, уның яраһы һыҙламай, тимәк, ул һауыҡҡан...
Аҙнала иң яҡшы тапшырыу, тигән баһаны алды эшебеҙ, уны бер нисә мәртәбә эфирға бирҙек. “Бына тигән эпик картина булған”, – тинеләр. Тик телевидение видеотекаһындағы фильм кемдер тарафынан юйылғайны, видеорулонға ҡытлыҡ заманда бер нисә мәртәбә ҡабатланған әҫәрҙе юйҙырып ташлау мөмкин тойолғандыр. Кинотаҫманың эш вариантын Сәфәр мәктәбе музейына Рәмзилә Ҡәлимова килеп алып ҡайтып китте. Мин уға бик тә рәхмәтлемен. Эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарырға тырышты ул.
Пленканы алырға килгәндә, Рәмзилә йәнә бер хәбәр әйтте: “Әлдә һеҙ килеп, Фәхерниса инәйҙе киноға төшөрҙөгөҙ. Ул вафат булып ҡалды. Туҡһан йәште уҙғайны, йөрәге туҙғайны. Ул дәүер кешеләренең бик һирәге был йәшкә етә...”.
Батыр улды үҫтергән Инәйҙең тәрән аҡыллы һүҙҙәре, матур хыялдары, фәһемле иҫтәлектәре беҙҙең күңелдәргә яғылып ҡалды. Мин шул терелткес сатҡылар буйынса бөтә осрашыуҙы, һөйләшеүҙәрҙе, кадрҙарҙы хәтеремдә тергеҙҙем. Сәфәрҙәге был өй хәҙер “Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндең йорт-музейы” тип атала. Унда ҡунаҡтар йыш була. Уларҙы Инәйҙең портреты ҡаршылай. Батыр улы Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин менән бергә ул да яңы дәүер кешеләренә ҡарап тора. Был йорттан һәр кемгә ғорур, өмөтлө нур бөркөлә. Ә ишек алдында таш ҡойма. Ул һаман да донъяға ышыҡ, һаман да беҙҙе һаҡлай, һаман да бурала... һымаҡ.
Сәрүәр СУРИНА.