Йәмғиәт
3 Август 2021, 06:43

Береһе өсөн береһе өҙөлөп тора

Район мәҙәниәт һарайының алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә менән Илшат Илмөхәмәтовтарҙы төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Береһе өҙҙөрөп гармунда уйнай, икенсеһе – моңло тауышлы һандуғасмы ни!

Илшат үҙе Мораҡтыҡы булһа ла, тамырҙары Бөрйән яҡтарына барып тоташа. Ябай аккомпаниатор булараҡ башлаған эше бәрәкәтле булды – мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһына тиклем үрләне. Зөлфиә иһә Мәләүездә тыуып үҫкән, әммә нәҫел-нәсәбе барыбер ҙә Күгәрсен менән бәйле. Данлыҡлы Тәүәкән яғынан ул. Бына шулай бер һыуҙы эсеп үҫкәс, бер-береһенә тартылғандыр ҙа инде ике йәш йөрәк.

– Беҙ Илшат менән район мәҙәниәт һарайына эшкә килгәс таныштыҡ, – ти Зөлфиә. – Тәүҙәрәк әллә ни иғтибар итмәйерәк йөрөнөм. Аҙаҡ, йәш булһа ла, хеҙмәттәштәр араһында һүҙе үтемле, үҙе абруйлы икәнен абайлап ҡалдым. Дуҫлашып киттек, һәм ул дуҫлыҡ хистәре һөйөү булып үҫте.

Илшатты яҡындан белгәндәр уны етди кеше булараҡ ҡылыҡһырлауым менән килешер. Һынсыл ҡарашлы, аҙ һүҙле, әйткән һүҙендә торған кеше. Зөлфиә уға арҡаланып ҡына йәшәй.

– Ғаилә тормошона ҡағылған бөтә мәсьәләләрҙе лә ирем үҙе хәл итә, – ти хужабикә. – “Шулай яҡшыраҡ булыр” – был ғаилә башлығы булараҡ Илшаттың һүҙе. Миңә терәк-таяныс та, кәңәшсе лә, балаларға өлгөлө атай ҙа.

Ысынлап та, уның кем икәнлеген, ниндәй атай, ғаилә башлығы булыуын балаларына, яҡындарына ҡарата мөнәсәбәтенән дә тойорға була. Ике ир бала атаһы булараҡ, малайҙарына талапсан. Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, еренә еткереп ҡуйырға, тиҫтерҙәре  менән дуҫ-татыу, иң мөһиме, ғәҙел булырға, иптәштәре менән яғалашып йөрөмәһәләр ҙә, үҙеңде һәм яҡыныңды яҡлай белергә өйрәтә Илмөхәмәтовтар.

– Малай булһалар ҙа, шөкөр, бик итәғәтле булып үҫеп киләләр, – ти Зөлфиә, улдары менән ғорурланып. – Кис ятһам да, иртән торһам да “бәхетле, тәүфиҡлы, аҡыллы, оҙон ғүмерле, иҫән-һау булһындар!” тип теләйем. “Бер-берегеҙҙе бер ҡасан да ташламағыҙ, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булығыҙ” тип тәрбиәләйбеҙ. Ҡул араһына инеп, өй эштәрендә булышалар. Йәй баҡсала, йорт эштәрендә ярҙам итәләр. Илназ атаһына утын да ярыша, ҡыш ҡапҡа алдын көрәп ҡуйыу ҙа уның иңендә. Һәр йәһәттән дә әүҙемдәр, был ҡыҙҙар эше тип ҡарап тормайҙар, иҙән дә йыуалар, гөл-сәскәһен дә ҡарайҙар, ашарға бешергәндә лә гел эргәлә.

Илназ Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡый, балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба, “Баян” класына йөрөй, ижади бәйгеләрҙә лә йыш ҡатнаша.

Азамат та, ата-әсәһенә оҡшап, йыр-моңға ғашиҡ, ҡушылып йырлаһынмы, башҡорт көйҙәренә үҙенсә тыпырлап бейеһенме – алма ағасынан алыҫ төшәме ни?!

Саф башҡорт ғаиләһе булараҡ, балаларында ла туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләй Илмөхә­мәтовтар.

– Ике баламдың да теле “әсәй”, “атай” тип асылды, – тип шатлана Зөлфиә Илмөхәмәтова. – Бер­гәләшеп башҡортса китаптар уҡыйбыҙ, “Башҡортостан” гәзитен, “Аҡбуҙат” журналын алдырабыҙ. Әлбиттә, олатай-өләсәй тәрбиәһе лә был тәңгәлдә баһалап бөткөһөҙ. Балалар ҙа улар тип өҙөлөп тора. Өләсәй әкиәттәрен тыңлап үҫеү бала күңелендә иң матур миҙгелдәр булып һаҡлана.

Ғаилә байрамдарында бер табынға йыйылғанда башҡортса ғына аралашабыҙ, халыҡ моңдарын тыңлайбыҙ, башҡорт йырҙарын йырлайбыҙ. Эштә лә, өйҙә лә бергә булыу ныҡ беректерә икән, бер-береңде хатта һүҙһеҙ ҙә аңлай башлайһың.

“Икегеҙ ҙә бер өлкә – ижад кешеһе булыу ауырлыҡ тыуҙырмаймы?” тигән һорауға яуап булды был. Күберәк Илшат тураһында һөйләүенән дә иренә ҡарата ихтирамын, матур мөнәсәбәтен тойорға мөмкин. Ғаилә башлығы ышаныслы булғанда ғына, уға тулыһынса арҡалана ала шул ҡатын-ҡыҙ. Әлбиттә, ирҙе ир иткән кеше – ул ҡатын-ҡыҙ. Юҡҡа ғына электән ир-атҡа ҡарап – ҡатынын, ҡатын-ҡыҙға ҡарап, ирен баһаламағандар.

Бәхет балыҡ түгел, ҡармаҡ менән тотоп булмай, тиҙәр. Ысынлап та, һәр ғаилә үҙенсә бәхетле, һәр беребеҙ бәхетен үҙенсә ҡорған. Шулай булғас, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Был йәһәттән юғарыла телгә алынған Илмөхәмәтовтар ғаиләһе – һәммәбеҙгә лә күркәм өлгө.

 Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

 Күгәрсен районы.

Читайте нас