+30 °С
Болотло


Өфө эргәһендәге Михайловка ауылында йәшәүселәр үҙ ихатаһында ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡан, тип хәбәр итә Bash.news.
Ул боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән мамонттың сәйнәү теше. Мамонттар уларҙы йәшәү дәүерҙәрендә алты тапҡыр алыштырған. Уның йәше плиоцен эпохаһы, йәғни беҙҙең быуатҡа тиклем бер нисә миллион йылдар элекке заман менән, тиңләнә.
Табышты хужалар үҙҙәрендә ҡалдырырға уйлай. Уны таҙартып, төҙәткеләп, уңыш килтереүсе талисман итеп һаҡларға теләктәре бар.
Фото:bashnews.ru