Йәмғиәт
3 Август 2021, 06:46

Һеҙҙе күрһәм, күңел йырлай, дуҫтарым!

Рәмилә менән Мөждәбә дәртле, ипле һәм уңған.

Мөждәбә Шәғәлин тыу­мышы менән Учалы районының Ҡоҙаш ауылынан. Егет Рәсүл ауылы мәктәбендә VIII класты тамамлағас, Учалы урта мәктәбендә уҡый, унан инде ҡалалағы СПТУ-ла механизатор һөнәрен үҙләштерә. Ата-әсәһе бәләкәйҙән малайҙа тәүәккәллек, сәмселлек, ныҡышмаллыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы тәрбиәләгән. Шуның өсөн дә үҫмер мәктәп йылдарында уҡ үҙе теләгән һөнәргә эйә булыу маҡсатын ҡуйған.

  – Армияла Польшала хеҙмәт иттем, – ти Мөждәбә Вәкил улы. – БМП-ға ултырттылар, механик-водитель булдым. Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡас та эшкә төштөм. 

Йәш егетте Көньяҡ Урал тимер юлының Учалы станцияһына вагондар ҡараусы-ремонтлаусы итеп алалар. Һынатмай һис тә, хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан һөнәренә тоғро ҡала.

Мөждәбә Шәғәлин һөйләүенсә, ул паркта вагондар теҙгән, поездар ҡаршылаған һәм оҙатҡан. Хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған, изге күңелле, эшһөйәр, тәжрибәле белгес Силәбе вагондар депоһы етәкселеге тарафынан күп тапҡыр Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Ул уҡырға бер ҡасан да һуң түгеллеген аңлап, Дыуан районында урынлашҡан Мәсәғүт педучилищеһына уҡырға ингән, белем усағын тамамлаған. Егет Ҡоҙаш ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Рәмилә исемле ҡыҙ менән таныша. Улар, бер-береһен оҡшатып, ике яҡта ла ҙур итеп туй үткәреп, бик матур ғаилә ҡора.

– Халыҡ ихлас, алсаҡ булғас, ситтә йәшәп алып китеү бер ҙә ҡыйын булманы, – тип үткәндәрҙе хәтерләй Дыуан районының Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән Рәмилә Ғәбделбасир ҡыҙы.

Бала сағынан ҡурсаҡтар менән уйнарға яратҡан ҡыҙ тәрбиәсе һөнәрен һайлап яңылышмай. Рәмилә ханым Учалы ауылында урынлашҡан 72-се балалар баҡсаһында 35 йыл тәрбиәсе булып эшләй. Яҡты йөҙөнән йылмайыу китмәгән, иғтибарлы, эшһөйәр ҡатынды кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә.

Шәғәлиндәр өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Вадим менән Наил, кәрәкле һөнәр һайлап, тормошта үҙ юлдарын тапты. Әлфиә менән Вадим өс бала тәрбиәләй. Килендәре – Илсеғол ауылы һылыуы, Учалы ауылының 72-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

Ҡыҙҙары Альбина иһә ғаиләлә тимер юлсылар династияһын дауам итеүе менән һоҡландыра. Ул – Көньяҡ Урал тимер юлының Шартымка станцияһында дежур. Ғөмүмән, Шәғәлиндәрҙең балалары эш урындарында һәр саҡ маҡтап телгә алына, ата-әсәләренең йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәй. Һәр береһе әллә күпме Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡтағыларға ярҙамсыл да, теләктәш тә.

Үҙ балаларыңды башлы-күҙле итеп, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөп, изге эштәрең менән халыҡ араһында ихтирам, абруй яулау – үҙе ҙур бәхет ул! Был һүҙҙәр Шәғәлиндәр ғаиләһенә лә ҡағыла.

 Рамай ҠАҺИРОВ.

 Учалы районы.

Читайте нас