

“Бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны ҡасан һәм нисек алырға мөмкин?
Зәйнәп.
Өфө ҡалаһы”.
– Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина белдереүенсә, 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ғаризаларҙы июль уртаһынан ҡабул итә башланылар. “Аныҡ дата асыҡланды һәм был хаҡта ҡарар булды. Августа түләүҙәр бирелә башлаясаҡ. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә”, – тип хәбәр итте Ольга Баталина Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Йәмәғәтселек советы кәңәшмәһендә.
Бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны дәүләт хеҙмәттәре йәки күп функциялы үҙәктәр, Пенсия фонды бүлексәһе, социаль яҡлау органдары аша алып була. Ҡалған эште дәүләт атҡара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында һөйләгәндә, үрҙә әйтелгән түләүҙәр тураһында ла белдергәйне.
Шулай итеп, ғаиләләрҙә 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге йәки мәктәп йәшендәге балаларға 10-ар мең һум аҡса бирелә. Был быйыл беренсе класҡа барасаҡтарға ла ҡағыла.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.