Йәмғиәт
3 Август 2021, 05:59

Һеҙ – Ватаныбыҙҙың ышаныслы ҡалҡаны!

Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны бәйләнеше” һәйкәле асылды. Уны тантаналы асыуҙа республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәй Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты, Рәсәй Геройы, генерал-майор Владимир Шаманов, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа рәсми кешеләр, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

 Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡунаҡтарҙы республика Етәксеһе Радий Хәбиров исе­менән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.

– Һауа-десант ғәскәре – һәр ваҡыт алдынғы һыҙыҡта, уларға гелән мөһим һәм ауыр бурыстар йөкмәтелә. Төп һыҙаттары – хеҙмәт сифаты, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, – тине Александр Геннадьевич. – Һәр төрлө операцияларҙа зәңгәр беретлы хәрбиҙәр гел алғы сафта. Төҙөлгәндән алып һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт иң мөһим хәрби операцияларҙа ҡатнашты. Халхин-голда япондарҙы ҡыйратыу, совет-фин яуы, Бөйөк Ватан һуғышы, Көнсығыш Европа, Афғанстан, Абхазиялағы бәрелештәр – шуға асыҡ миҫал. 1994 – 1996 йылдарҙа, 1999 йылда, 2004 йылда Һауа-десант ғәскәрҙәренең бөтә подразделениелары ла Төньяҡ Кавказ­дағы террорға ҡаршы опера­цияларҙың уртаһында булды. 89 десантсы Рәсәй Геройы исемен йөрөтә. Улар араһында Башҡортостан егеттәренең дә булыуы – айырыуса ғорурлыҡ. Мәҫәлән, генерал-майор Сергей Тулин, гвардия майоры Александр Достовалов һәм гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтте.

Александр Сидякин билдә­ләүенсә, һәйкәлдең “Десантсылар быуыны бәйләнеше” тип аталыуы осраҡлы түгел. Быуын һүҙе күпте һөйләй. Һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт ныҡлы традициялары менән дан тотто, оло хөрмәт ҡаҙанды. Уларҙың исеме илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә киң билдәле, абруйлы. Әлеге һәйкәл – үткән быуынға, һауа-десант ғәскәрҙәренең батырлығына, ҡаһарманлығына ҙур ихтирам билдәһе.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Геройы, генерал-полковник Владимир Шаманов һөйләүенсә, һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 91 йыл тулыуға бәйле тотош илебеҙҙә төрлө саралар үтә, шул иҫәптән Өфөлә һәйкәл асылды. Ул тарихты оноторға тейеш түгелбеҙ, тип билдәләне. Ошондай саралар үткәреп кенә илһөйәрлек нигеҙҙәрен нығыта алабыҙ. Генерал-полковник Владимир Шаманов Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинды илһөйәрлек өлгөһө итеп килтерҙе.

Рәсәй Геройы Михаил Калашниковтың ҡатыны Фәйрүзә Үзбәк ҡыҙы һәйкәлдең уникаллеген билдәләне, үҙенең ҡайһы бер хәтирәләре менән бүлеште. Фәйрүзә ханым һөйләүенсә, Михаил Тимофеевич Башҡортостанды яратҡан, Өфөлә бер нисә тапҡыр булған, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында икәүләп ял иткән ваҡытта Еңеү паркына ла килгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы яугире булараҡ, Михаил Калашников һәйкәлдәргә оло хөрмәт менән ҡараған.

“Әлеге һәйкәлдә һалдаттың Михаил Калашников эшләгән автоматты тотоп баҫып тороуы символик мәғәнәгә эйә, – тине Фәйрүзә Үзбәк ҡыҙы. – Михаил Тимофеевич, Ватаныма ҙур мираҫ итеп ҡорал ҡалдырам, тип гел әйтер ине”.

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин йыйылған халыҡҡа кәңәш-нәсихәттәр еткереп, милләт-ара татыулыҡҡа саҡы­рып, һәйкәл янында доға ҡылды, “Александр Невский” православие хәрби-патриотик клубы етәксеһе протоиерей Виктор Иванов та сауаплы эшкә үҙ фатихаһын бирҙе.

Һауа-десант ғәскәрҙәре подполковнигы Рифат Хужағәлиев киләсәк быуынға мөрәжәғәт уҡыны, унан өс ваҡыт капсулаһы 2055 йылға хәтлем тейешле урынына бикләнелде, ә асҡысы республикабыҙҙың Хәрби Дан музейына тапшырылды.

“Десантсылар быуыны бәйлә­неше” һәйкәлен асыу тантанаһы Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән тамамланды.

 Илдар АҠЪЮЛОВ.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас