Йәмғиәт
3 Август 2021, 06:05

Өфөгә “Еңеү поезы” килде

sevastopolfm.rusevastopolfm.ru
Фото:sevastopolfm.ru

Өфөлә “Еңеү поезы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән” исемле күсмә күргәҙмә туҡталды. Поезда урынлашҡан экспозицияларҙы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Өфө тимер юлы вокзалында ҡарау мөмкинлегенә эйә.

 Нимә ул “Еңеү поезы”? Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, донъялағы күсмә составтағы беренсе иммерсив инсталляцияны үҙенең эсенә алған поезд ул. Бер нисә вагонды үҙ эсенә алған, инеү бушлай, тик алдан https://поездпобеды.рф адресы буйынса теркәлергә генә кәрәк. Ҡунаҡтарҙы тимер юл вокзалының үҙәк залында көтәләр, артабан ирекмәндәр оҙатыуында поезға йүнәләһең, ә унда гид ҡаршы ала.

Һәр вагон ниндәйҙер теманы сағылдыра. Мәҫәлән, тәүге вагондағы тыныс тормошҡа көнләшеп ҡарамау мөмкин түгел. Унда олоһо ла, кесеһе лә күренә. Тамаҡ ялғаусылар ҙа, шахмат уйнаусылар ҙа, бала имеҙеүсе йәш әсәләр ҙә бар. Үҙ-ара көлөшөүҙәр йәки шаярышыуҙар, бер-береңә ихлас мөнәсәбәт, ҡыҫҡаһы, бында бәхетле тормош тантана итә.

Артабанғы вагон һуғыш осорон сағылдыра. Бында тулыһынса яралылар йыйылған, күрәһең, госпиталгә юлланаларҙыр. Уларға тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел. Улар макет йәки маникен булһа ла, шул тиклем ысын кешеләргә оҡшатып эшләнгән. Һалдаттың күп ҡан юғалтыуҙан йөҙө ап-аҡ, етмәһә, биттәре ныҡ һурығып киткән. Яралының торорға ла хәле юҡтыр, тәҙрәгә таянып саҡ ултыра. Башы тотошлайы тиерлек бинт менән бәйләнгән сержанттың ҡараштары алыҫҡа төбәлгән. Яугирҙең күңеле менән һаман да яу яланында дошманға ҡаршы көрәшеүен тойомлау ҡыйын түгел. Ә санитаркалар һәр яралының эргәһендә тиерлек. Һәммәһе лә тик бер генә нәмә – фашистарҙы тиҙерәк еңеү тураһында уйлай. 

Һуғыштан һуңғы осор ҙа ысынбарлыҡҡа тап килтереп эшләнгән.

– “Еңеү поезы” тураһында “Башҡортостан” республика гәзитенең сайтынан уҡып белдем, – тип һөйләй Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Карпова. – Әле беҙ бында 22 баланы алып килдек. Ике уйламай малайҙар һәм ҡыҙҙар менән баш ҡалаға юлландыҡ. Тарихты үҫеп килеүсе йәш быуын тәрән белергә тейеш, совет иленә Еңеү килтереүсе батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Әсирҙәр вагоны бигерәк тә йөрәктәрҙе тетрәтә. Унда махсус кейем кейгән һалдаттар аслыҡтан интегә, уҫал немец овчаркаларының өрөүенән ҡолаҡтар тона, ҡыҫҡаһы, был урындан йәһәтерәк сығып китеү тураһында уйлайһың.

2021 – Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы. Шуны күҙ уңында тотоп, сараны ойоштороусылар күргәҙмәне дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы осоронда еңеүгә тос өлөш индергән ғалимдар, дөрөҫөрәге, фән эйәләренең ғилми асыштары менән байытҡан. Унда 140 тирәһе мультимедиалы өҫлөктөң, 50-нән ашыу видеопро­екторҙың, 18-гә яҡын видеостенаның булыуы – шуға асыҡ миҫал.

Ирина һәм Радик Солтановтар Бүздәк районының Бүздәк ауылынан килеп еткән. Йәш ғаиләнең һүҙҙәренә ҡарағанда, экспозициялар менән күҙ йәштәренә ирек ҡуймайынса танышыу мөмкин түгел. Ә Өфө районы Булгаков лицейының уҡытыусыһы Полина Гилева билдәләүенсә, “Еңеү поезы” үҫмер күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләй. Ул 15 уҡыусы менән килгән.

Бер һүҙ менән әйткәндә, вагондағы күренештәр уйландыра, һағышландыра, хатта илата ла. Машинист Лидия Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тулы хәбәр еткерә. Уның прототибы – фронтҡа мылтыҡ, патрон кеүек һуғыш кәрәк-ярағы ташыған Елена Чухнюк. Бай экспозиция былтыр Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә ойошторолған. Төрлө осор ҡараштарын берләштереп, авторҙар ваҡыт машинаһы төҙөгән, ҡунаҡтарҙы шул ҡәһәрле йылдарҙа һуғыш һуҡмағынан сапҡан поезға күсереп ултырта.

“Еңеү поезы” баш ҡалабыҙҙа 3 авгусҡа хәтлем булды.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас