

Ошо көндәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһына Октябрьский ҡалаһынан Юленька Калашникованан түбәндәге йөкмәткеле хат килде. Ул юлдағы асфальттың насарлығына зарлана.
– Шул хәтлем ҡыҙғаныс, урамды төҙөгәндә юлға асфальт һалынған булған һәм ул бер нисә тапҡыр ремонтланған, – тип яҙған Юленька Калашникова. – Бәлки киләһе йылда был юлға ремонт үткәрелер.
Юленька Калашникованың хатына тиҙ арала яуап килде.
– Октябрьский ҡалаһындағы Герцен урамындағы тротуарға “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә ремонт эшләнде, – тип яуап биргән Октябрьский ҡалаһынан рәсми вәкил Анастасия Исавлина. – Фотоһын да һалабыҙ.
Фото: Октябьский ҡалаһы хакимиәте.