

Ғаилә – ул йылы усаҡ. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таяныс булыр тип өмөт итә. Ғаиләләге татыулыҡ ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул хәтлем ҡыҙыуыраҡ тойола. Был йәһәттән ҡаланың ҡырыҫ шарттарына бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул ҡеүәтен һәм күңел йылыһын һалғандар бихисап арабыҙҙа. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Әҙилә менән Рөстәм Батталовтар, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ауырлыҡты бергә күтәреп, шатлыҡҡа ла бергә һөйөнөп ғүмер итә.
– Кәңәшмәлә Әҙиләнең сығышы йөрәгемде әсир итте, – тип һөйләй ғаилә тарихы тураһында Рөстәм. – Был ҡыҙҙың һылыулығына, тәрән аҡылына хайран ҡалдым.
Ғашиҡтар алдында ниндәй кәртәләр бар? Егет ҡыҙҙың йөрәген нисек тә яулап алырға тигән маҡсат ҡуя һәм мораҙына ирешә. Ғөмүмән, бындай парҙар хаҡында “улар бер-береһенә тап килгән” тиҙәр. Шулай итеп, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе баш белгесе, Стәрлетамаҡ һылыуы Әҙилә Сираева менән Рөстәм Батталов ҙур сарала таныша. Ике йәш йөрәк, бер-береһенә ғашиҡ булып, ныҡлы, рухлы башҡорт ғаиләһен барлыҡҡа килтерә.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, сығышы менән Федоровка районының Ишмөхәмәт ауылы егете Рөстәм үҫмер сағынан уҡ төрлө яҡлап үҫешергә тигән маҡсат ҡуя. З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тарих факультетында уҡыған сағында уҡ 32-се Стәрлетамаҡ урта белем биреү мәктәбенә социаль хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Уҡыуҙы яҡшы тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡтың махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә директор урынбаҫары булып хеҙмәт юлын башлай.
Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт, тиҙәр бит. “ТАУ НефтеХим” компанияһында начальник урынбаҫары булып эшләп ҡарағандан һуң, Рөстәм төплө белем ала һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына тоғро ҡала, өлкән уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Хәҙер ул белем усағында персоналға идара итеү хеҙмәтен етәкләй. Иң мөһиме – хеҙмәткә ҡарата талапсанлығын, яуаплылыҡ тойғоһон егет үҙенең улдарында ла тәрбиәләргә тырыша. Бөгөн ғаиләлә Әмир һәм Кәрим исемле улдар үҫеп килә.
Ошо ике сабыйҙа инде хәҙер Батталовтарҙың бөтә тормош мәғәнәһе. Кәрим әле иҫ белә башлаған, өлкән улдары Әмир иһә, бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан, үҙе бик теләп көрәш менән шөғөлләнә. Шулай уҡ инглиз телен өйрәнеү, ял көндәрендә йөҙөү менән мауыға.
– Бала тәрбиәләү – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт, – тип һүҙгә ҡушыла Әҙилә лә. Бигерәк тә ир баланы тәрбиәләүҙә атай кеше өлгө булып тора. Заман ҡыйынлыҡтарына, ҡала ығы-зығыһына ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөт менән бағабыҙ.
– Минеңсә, бала тәрбиәләү кирбес һалыу менән бер, – тип дауам итә тәрбиә алымы хаҡында ғаилә башлығы. – Әҙ генә икенсе нәмәгә әүрәп киттеңме, кирбес тигеҙ генә һалынмай, ситкә ауа башлауы ихтимал. Үҙебеҙҙең балаларҙы шулай уҡ хеҙмәт аша тәрбиәләргә тырышабыҙ. Элек-электән беҙҙә лә бит хеҙмәткә ҡарата хөрмәт тәрбиәләнеләр, шуға күрә баҡса һатып алдыҡ, төрлө йәшелсә, еләк-емеш ултыртып, унда балалар менән бергәләшеп эшләйбеҙ. Иң мөһиме – атай-әсәй үҙ миҫалында балаларына күркәм тәрбиә бирә.
Атай-әсәй өлгөһө, әлбиттә, хеҙмәт тәрбиәһендә генә сағылмай, Батталовтар балалары менән туған телдә генә аралаша. Улдарын киләсәктә ҡалала милли рухты һаҡлап килгән белем усаҡтарының береһе – Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияға уҡырға бирергә теләйҙәр.
– Беҙҙең ғаиләлә балаларҙа Тыуған илгә, туған телгә һөйөү, кешелекле булыу, ололарға ҡарата ихтирамлылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, – ти Батталовтар.
Улай ғына ла түгел, малайҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләү үҙе бер айырым программаға һалынған. Был етди психологик, этник, фәнни эш тә, аралашыу, быуындар араһындағы бәйләнеш аша ғәмәли күренеш тә һымаҡ. Мәҫәлән, киләсәк быуындарҙың “Тамырҙарыбыҙ, йәғни туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр?” тигән һорауына аныҡ ҡына яуап табыр өсөн, бынан ике йыл самаһы элек Рөстәм Батталов үҙенең китабын яҙа башлаған. Ысынлап та, нәҫел ағасы көслө, ҡеүәтле, тармаҡлы, тармаҡтары суҡ ботаҡлы булһын өсөн, тарихи хәтерҙең, традицияларҙың, йолаларҙың һаҡланыуы, йәшәүе мотлаҡ. Унда туғандары Батталовтар, Тимерәевтәр, Моратовтар тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Киләсәктә был китапты Кәрим менән Әмир ҙә уҡыясаҡ.
Балаларға яҡшы тәрбиә биреү нигеҙендә, һис шикһеҙ, оло быуындың ошо тәрбиә эшендә ҡатнашыуы, аҡыллы кәңәштәре, һабаҡтары, һамаҡтары тигәндәй, алыштырғыһыҙ өлөш булып тора. Был йәһәттән Әҙилә менән Рөстәм бәхетле: Кәрим менән Әмир янында Әҙиләнең өләсәһе Ләлә Ғәзизова йәшәй. Уны ғаилә ағзалары “рухи остазыбыҙ” тип йөрөтә.
– Бергә уйнап та алабыҙ, кәрәк икән, барыһын да шелтәләйем, малайҙар түгел, ата-әсәһе лә туған телендә өндәшмәһә, ишетмәйем дә, – тип серле йылмая Ләлә Абдулла ҡыҙы был ғаиләләге роле хаҡында. Өләсәй, олатайҙар менән бергә йыйылышып, аш-һыу әҙерләү, тышта күңелле мәшәҡәттәргә күмелеү, күмәкләшеп эшләү, бар ғаилә менән ултырып һөйләшеү – үҙе бер байрам.
Батталовтар әйтеүенсә, ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе, ата-әсә – уның тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Был һоҡланғыс башҡорт ғаиләһе ҡала тормошонда ла, йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем, рухлы, шул уҡ ваҡытта бала тәрбиәләүгә лә үҙенсәлекле ҡараш булдырған.
Башҡаларға үрнәк, матур пар булып, балаларын имен-аман үҫтереп, бәрәкәтле, матур ғүмер кисерергә насип булһын уларға.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.