Йәмғиәт
3 Август 2021, 06:57

Һинең иғтибарға, йәш белгес!

Яңы эшкә урынлашҡандар нимә хаҡында белергә тейеш?

“Йәш белгес” тигән төшөнсә төрлө закондарҙа, килешеүҙәрҙә йыш ҡулланыла. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 70-се статьяһында был хаҡта түбәндәге аңлатма бирелгән: дәүләт аккредитацияһы булған ойошмала белем алған һәм эшкә яңы урынлашҡан кеше ул – йәш белгес. Әммә төп шарт хаҡында оноторға ярамай: диплом алғандан һуң беренсе йылда уҡ эшкә урынлашыу фарыз, сөнки тап ошо ваҡытҡа тиклем генә хеҙмәткәр, ҡануниәткә ярашлы, йәш белгес тип һанала.

 Ауыл хужалығы

 Йәш белгестәр төрлө өлкәләрҙә эшләй, әлбиттә. Әммә бөгөн беҙ бер нисә тармаҡ хаҡында яҙырға булдыҡ. Мәҫәлән, ауыл хужалығындағы йәш аграрийҙарға ярайһы уҡ ҙур ярҙам күрһәтелә. Ул 35 йәше тулмаған, аграр профилле юғары йәки урта махсус белем биреү ойошмаһын тамамлаған, ауыл хужалығы тармағына эшкә килгән һәм унда алты айҙан кәм эшләмәгән ҡыҙҙарға һәм егеттәргә бирелә. Был сумманың күләме – 500 мең һум.

Үрҙә күрһәтелгән ярҙамдан файҙаланыу өсөн нимәләр хаҡында белергә кәрәк? Шулай итеп, белем биреү йортон тамамлаған белгес ҙур һорау менән файҙаланған һөнәр эйәләренең береһе булырға тейеш. Был исемлек республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫлана. Әле уға түбәндәгеләр ҡарай:

Урта махсус белем: агрономия; электрлаштырыу һәм ауыл хужалығын автоматлаштырыу; зоотехния; ветеринария; ауыл хужалығын механизациялау; автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы; бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит; иҡтисад һәм пред­приятиеға идара итеү (аграр етештереүҙә).

Магистратура: агрономия; үҫемлек сеймалынан туҡланыу аҙыҡ-түлектәре; малсылыҡ аҙыҡ-түлектәре; аграр инженерия; зоотехния; иҡтисад.

Бакалавриат: 2 пункт + аграр химия һәм аграр ер өйрәнеү; баҡсасылыҡ; һыу биологик ресурстары һәм аквакультура; ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы; транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы файҙаланыу.

Үрҙә әйтелгән ярҙамдан файҙа­ланған белгес аграр сәнәғәт комплексы предприятиеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Әгәр йәш белгес эштән үҙ теләге менән китә икән, уға аҡсаны бюджетҡа кире ҡайтарырға тура киләсәк.

Республика буйынса лимит та бар: юғары һәм урта профессиональ белемле белгестәр менән йылына 70 килешеү төҙөлә. Бынан тыш, йәштәр эшкә барған ойошмаға ҡарата ла талап бар: ул ауыл ерендә урынлашырға һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештерергә, ваҡытында ҡуйылған нормативтарҙан кәм булмаған һалымдарҙы һәм эш хаҡын түләргә, көрсөк процесында булмаҫҡа тейеш һәм башҡалар.

Йәш белгес үрҙә әйтелгән ярҙамдан файҙаланыу өсөн эш биреүсеһенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Ул үҙ сиратында үҙаллы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына документтарҙы ебәрергә бурыслы. Бының өсөн диплом күсермәһе һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе эшкәртеү өсөн яҙма рөхсәт кәрәк.

Был ярҙам төрө хаҡында тулыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 июлендәге 305-се “Башҡортостан Республикаһындағы аграр сәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамын күрһәтеү тәртибе тураһында (2020 йылдағы үҙгәрештәр менән)” ҡарарында танышырға мөмкин.

Медицина

 Ауыл ерендә эшләгән фельдшер­ҙарға һәм табиптарға ла дәүләт ярҙамы ҡаралған: ауыл еренә йәшәргә күскән һәм биш йылдан кәм түгел унда эшләргә теләгән фельдшерҙарға һәм табиптарға күрһәтелгән ярҙам сараһы “Ауыл табибы” тип атала.

Шулай итеп, фельдшерҙарға, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары акушерҙарына һәм шәфҡәт туташтарына – 500 мең һумдан 750 мең һумға тиклем (ауыр барып етерлек урындарҙа эшләгән өсөн);

табиптарға 1 миллион һумдан 1,5 миллион һумға тиклем (ауыр барып етерлек урындарҙа эшләгән өсөн) аҡса ҡаралған.

Әйткәндәй, Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн дүрт федераль һәм республика программаһы эшләй. 2021 йылға барлыҡ программалар буйынса ла дөйөм лимит бар: 303 табип һәм 40 фельдшер, йәнә йыраҡ һәм ауыр барып етерлек урындарға йәшәү һәм эшләү өсөн күсергә әҙер 83 табип һәм 10 фельдшер. Улар үҙаллы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына документтарын тапшыра. Ғаризалар бүленгән аҡса тамамланғанға тиклем ҡабул ителә.

Бының өсөн кәрәкле документтар:

а) ғариза;

б) паспорт күсермәһе һәм нөсхәһе;

в) хеҙмәт килешеүе һәм хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе һәм (йәки) СЗВ-ТД формаһы буйынса теркәлгәндең хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәре;

г) мотлаҡ пенсия страховкаһы таныҡлығы йәки персонификация­ланған иҫәп системаһындағы теркәлеүҙе раҫлаған документ;

д) табиптар өсөн – юғары медицина белеме, фельдшерҙар, акушерҙар һәм медицина шәфҡәт туташтары өсөн урта махсус медицина белеме тураһындағы документтар;

е) шәхси иҫәп реквизиттары күрһәтелгән документ.

Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 23-сө йорт адресы буйынса рес­публиканың Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығының кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: +7(347)218-17-29.

Яңы эш башлаған белгестең дәүләт ярҙамынан ваҡытында файҙаланыуы – үҙе бәхет. Шуға ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дырмаҫҡа тырышығыҙ, йәштәр! Тәүәккәлләгән – таш ярған, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас