Йәмғиәт
3 Август 2021, 07:42

Табиптар Бүрәт Республикаһынан ҡайтты

BashNews.BashNews.
Фото:BashNews.

Июнь айы аҙағында Бүрәт Республикаһында коронавирустың ҡотороуы һөҙөмтәһендә тулыһынса локдаун иғлан ителде. Хәлдең үтә ауырлығы билдәле ине, бындай кимәлдәге локдаун бары ошо төбәктә генә индерелде.

Башҡортостан табиптары пациенттарҙы ҡотҡарыу өсөн хәүефле  “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләне. Башҡортостан дәүләт медицина  университеты клини­каһы ординаторҙары һәм анестезиологтары, реаниматолог һәм инфекционистары теүәл бер ай буйы коллегаларына сирҙе еңеүҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы.  Илдең башҡа төбәктәренән килгән белгестәр ҙә эпидемиологик хәлде йомшартыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне.

– Беҙ бүрәттәр тамам өмөтһөҙлөккә төшкән минуттарҙа ярҙамға килдек. Һәр беребеҙ “ҡыҙыл зона”ла 280 сәғәттән алып 340 сәғәткә тиклем ваҡыт уҙғарҙы.  Был – бик ҙур һан, оло көсөргә­неш  һәм фиҙакәрлек талап иткән хеҙмәт, – тине  Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының табип-анестезиологы  Никита Здорик.

Читайте нас