Йәмғиәт
3 Август 2021, 12:15

Уҡыусылар яңы спорт залында шөғөлләнәсәк

Ҡыуанысы менән мәктәп директоры Гөлнара Ҡаҙрасова уртаҡлаша.

Уҡыусылар яңы спорт залында шөғөлләнәсәкУҡыусылар яңы спорт залында шөғөлләнәсәк
Уҡыусылар яңы спорт залында шөғөлләнәсәк

Ҡариҙел районының Ҡараяр урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылында яңы спорт залында шөғөлләнәсәк. Ҡыуанысы менән мәктәп директоры Гөлнара Ҡаҙрасова уртаҡлаша.

  • Был көндө уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа түҙемһеҙлек менән көттө. “Һәр баланың уңышы” милли проектына ярашлы спорт залы йыһазландырылды. Хәҙер спорт залы яҡты, таҙа булып ҡалды. Тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар, яңы спорт йыһаздары ҡайтарҙыҡ. Тәү сиратта быларҙың барыһы ла балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә, - ти ул.

Ремонт эштәре республика Хөкүмәте ярҙамында башланған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Мәктәп директоры Гөлнара Ҡаҙрасова һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағына капиталь ремонт эшләү кәрәклеге күптән көнүҙәк мәсьәлә булған.

 

Фото Ҡариҙел районы хакимиәтенән алынды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас