Йәмғиәт
3 Август 2021, 06:45

Урланған ҡыҙ яҙмышы

Балыҡлыкүл ауылында Ғәтиә менән Бәхтиғәни Байтимеровтар ғаиләһендә бишенсе бала донъяға килгән. Мулла уға Әҡлимә тип исем ҡушҡан. Уның атаһы Бәхтиғәни Ғәлиәскәр улы – һуғышта ҡатнашҡан яугир-һалдат. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, ул саҡтағы бөтә ауырлыҡты күреп, үҙ башынан кисереп үҫә ҡыҙ.

Әҡлимә ауылда VII класты та­мамлағас, ике йыл Талбазы ауыл хужалығы мәктәбендә агроном һө­нәренә уҡый, артабан “Яҡты­күл” колхозында үҫемлекселек тармағында эш башлай.

Элек ҡыҙ урлау егетлек һаналды. Клубҡа сыҡҡан ҡыҙҙы Ҡуш­күл ауылы егеттәре Миңға­рифҡа кәләшлеккә урлай. Был эш еңел генә барып сыҡмай, балыҡлыкүлдәр ҙә төшөп ҡалған­дарҙан түгел. Ауыл егеттәре менән ситтәр араһында ҙур ғына бәрелеш булып ала. Шулай ҙа Ҡушкүл егеттәре көс һәм йылғырлыҡ менән алдыра, уйлаған ниәттәрен башҡарып сыға. Миңғариф буласаҡ кәләшенә электән күҙ һалып йөрөгән була.

Әйткәндәй, Миңғариф та Ғәйниә менән Ғәлихужа Дилмөхә­мәтовтар ғаиләһендә бишенсе бала. Һылыуҡайҙы өйөнә алып ҡайтҡан саҡта, ул әсәһе менән генә торған, апайҙары – кейәүҙә, туғаны Миңвәли Ленинград ҡалаһында (хәҙер – Санкт-Петербург) әрмелә хәрби хеҙмәттә булған.

Төп йортта йәш кәләште буласаҡ ҡәйнәһе Ғәйниә апай һәм күршеләре әҙерләнеп көтөп торған. Матур һүҙҙәр әйтеп, йылы ҡаршы алғас, Әҡлимә кәләш булырға ризалығын бирә.

Әҡлимә менән Миңғариф Дилмөхәмәтовтар 55 йылға яҡын бик матур ғүмер юлы үтә. Әҡлимә Бәхти ҡыҙы Ҡушкүл ҡатындары менән бергә икенсе бригаданың ялан эштәренә йәлеп ителә. Сөгөлдөр утайҙар, ырҙын табағында эшләйҙәр. Әҡлимә Николаевка ауылындағы һарыҡ фермаһында ла һынатмай, ҡыш бәрәстәр ҡарай. Ҡыҫҡаһы, ул колхозыбыҙҙа үҙен алдынғы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. 35 йыл стаж менән “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға.

Ә Миңғариф Ғәлихужа улы колхозыбыҙҙа бригадир ярҙамсыһы, бригадир, унан һуң төҙө­лөштә, артабан чабан, конюх булып эшләй. Пенсия йәшенә етһә лә, халыҡ унан һарыҡ фермаһына мөдир булып барыуын һорай, сөнки фермала ҡатмарлы хәлдәр килеп сыға. Ике йыл эсендә ауылдашыбыҙ унда тәртип урынлаштыра, бәрәс үлеү, урлашыу кеүек күренештәрҙе туҡтата. Колхоз һабан­туйында 45 йыл колхозда хеҙмәт стажы булған хөрмәтле хеҙмәт ветеранын бүләктәр биреп, хаҡлы ялға оҙатыу тантанаһы була.

Әҡлимә менән Миңғариф Дилмөхәмәтовтар, биш балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара, Рәйсә, Миңғәле, Миңйәр, Рәсилә һәм Зәлифәне башлы-күҙле итә. Бөгөн Әҡлимә апайҙы балалары ғына түгел, 10 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре матур эше, күркәм тормошо, тырышып уҡыуы менән шатландыра. Инәй ҡыш балаларында йәшәй, яҙ етеү менән Ҡушкүлгә, тыуған йортона ашҡына, уны һағынып ҡайта. Унда барыһы ла ҡәҙерле һәм яҡын уға. Ағинәй балалары менән бәрәңге, йәшелсә ултыртып, уларҙы ҡарап, ут күршеләре менән бер-береһенә терәк булып донъя көтә. Яҡта­шыбыҙҙың һаман да теремек булыуы, хәтеренең шәплеге шатландыра.

 Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ.

 Ауырғазы районы.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас