

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында республикабыҙ райондарының бизнес-шерифтары ҡатнашлығында онлайн-осрашыу ойошторолдо. Сараға Башҡортостандың Дүртөйлө, Миәкә, Ғафури һәм Борай райондары вәкилдәре йәлеп ителде.
Мәҫәлән, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Кашаева райондағы төрлө йүнәлештә алып барылған хәл-торош менән таныштырҙы. Ул М-7 “Волга” федераль әһәмиәткә эйә трассаһы янында алты юл яны сервисы объектын урынлаштырыуҙы тәҡдим итте. Икенсеһе – Зубиловтың Сауҙагәр йорто.
– Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы “Лукойл” һәм “Татнефть” ише эре инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итә, – тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Зубилов сауҙагәренең йорто иһә әҙ иғтибарҙы йәлеп итә. Әммә ҙур теләк булғанда, унан бынамын тигән ҡыҙыҡлы туристик тарих эшләргә мөмкин. Етмәһә, был йәһәттән потенциаль инвестор бар.
Миәкә районының бизнес-шерифы Зиннур Зыяҡаевтың сығышы иғтибарға лайыҡ. Һыйыр малдарының тиреһен эшкәртеү буйынса юл яны сервисы өсөн майҙансыҡ инвесторға оҡшарға мөмкин, ә Нарыҫтау эргәһендәге шифалы һыуҙы таратыу буйынса инвестор әлегә табылмаған.
Шулай уҡ Ғафури һәм Борай райондарының бизнес-шерифтары ла ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте.
Фото: Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы.