Йәмғиәт
4 Август 2021, 14:45

Спорт майҙансығын бөгөн танырлыҡ түгел

Алена Елхова һөйләүенсә, ул был мәктәптә 1989–1991 йылдарҙа уҡыған

Спорт майҙансығын бөгөн танырлыҡ түгелСпорт майҙансығын бөгөн танырлыҡ түгел
Спорт майҙансығын бөгөн танырлыҡ түгел

Октябрьский ҡалаһындағы 12-се урта мәктәптең спорт майҙансығы күптән яңыртылыуҙы көтә ине. Уға ҡарағы ла килмәй, футбол майҙаны буш, йүгереү һуҡмағында плитәләр ята.

Алена Елхова һөйләүенсә, ул был мәктәптә 1989–1991 йылдарҙа уҡыған, әммә шунан алып спорт майҙансығы бер ҡасан да ремонт күрмәгән.

Алена Елхованың (2020 йылдың 25 майында яҙылған) мөрәжәғәте Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән. Әйткәндәй, ошо мөрәжәғәт килгәндә Октябрьский ҡалаһы хакимиәте спорт майҙансығына капиталь ремонт үткәрергә уйлаған. Уны ҡарауы, был тәңгәлдә эштәр ваҡытында һәм тиҙ башҡарылмаған. Мәктәп спорт майҙансығына финанстарҙы 2021 йылда ғына йүнәлткәндәр.

Бөгөн иһә спорт майҙансығына капиталь ремонт эшләнгән. Бында хоккей ҡумтаһы, һикереү өсөн урын бар, тренажерҙар беркетелгән.

 

Фото: Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас