Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2021, 20:30

Хоккейсы булырға теләйһеңме?

“Салауат Юлаев” хоккей клубының махсуслашҡан спорт мәктәбе 2015 һәм 2016 йылдарҙа тыуған малайҙарҙы ҡабул итә. Һайлау тестары Өфө ҡалаһының Спорт һарайында (Зорге урамы, 41) уҙғарыласаҡ.

Тестарҙа ҡатнашыу өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе, тәндең ҡорһаҡ өлөшөнә УЗИ һөҙөмтәһе, хоккей уйынына ҡаршы күрһәтмәләр булмауы тураһында табиптан белешмә, баланың 3х4 үлсәмендәге ике фотоһы кәрәк.

Ҡабул итеү комиссияһының эш графигы: дүшәмбенән алып йомаға саҡлы иртәнгә сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем. Вакансиялар һаны – 240 урын.

Фото: https://hcsalavat.ru сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: