Йәмғиәт
6 Август 2021, 07:44

12 районда 12 шишмә тәртипкә килтерелә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала шишмәләрҙе төҙөкләндереү әүҙем бара. “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһына ярашлы, 12 районда – Бишбүләктә, Бөрөлә, Дүртөйлөлә, Мишкәлә, Йылайырҙа, Краснокамала, Тәтешлелә, Ҡариҙелдә, Хәйбуллала, Архангелдә, Борайҙа һәм Күгәрсендә –  12 шишмә тәртипкә килтерелә.

– Йыл һайын беҙҙең министрлыҡ һыу ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү йәһәтенән байтаҡ сараны тормошҡа ашыра. Муниципаль район хакимиәттәренең ғаризаһы буйынса эшләйбеҙ. Төп маҡсат – халыҡты өҫтәмә һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеү. Быйыл 1195,7 мең һумлыҡ килешеү төҙөлгән, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. – 2007 йылдан, шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эш республика ҡаҙнаһынан финанслана башлаған мәлдән, Башҡортостанда 130 һыу сығанағы ипкә килтерелгән.

Әйткәндәй, шишмәләрҙе файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡты саф шишмә һыуы менән тәьмин итеү – министрлыҡ эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путин­дың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.

 

- Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Читайте нас