Йәмғиәт
6 Август 2021, 08:08

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар

Ҡорт саҡҡанда беренсе ярҙам

Ҡорт саҡҡан урынды баш бармаҡ йә иһә һуҡ бармаҡ менән һыпырып, пинцет менән йәки һығып ҡаяуҙы алып ташлайҙар (былай эшләгәндә ағыулы резервуарҙы һытырға ярамай, сөнки күп осраҡта ағыу тире аҫтына эләгә). Шешеүҙе кәметеү өсөн ағыуҙы яранан һығып сығаралар, сағылған урынды тупраҡ менән һыпырырға ярамай, организмға инфекция индерергә мөмкин.

Яраға нишатыр спирты йәки календуланың спиртлы төнәтмәһен һөртәләр. Ҡаяуҙы алғас, яраға 10 процентлы календула иретмәһе, спирт-ректификат һәм вазелиндан торған май ябалар. Сағылған урындан өҫтәрәк 30-40 минутҡа жгут быуалар һәм һыуыҡ һалалар.

Ныҡ ағыуланғанда — күп итеп һыу эсерергә һәм медикаменттар (димедрол, супрастин, тавегил — шуларҙың береһен) һәм йөрәк дарыуҙары (валокордин, кордиамин, Зеленин тамсылары) ҡабул итергә. Ауыр хәлдә тәнгә адреналин, преднизолон (60 мг, бик ауыр хәлдә – 100 мг) уколы ҡаҙарға кәрәк.

Әгәр ҙә ҡулда дарыуҙар булма­һа, сағылған урындың ауыртыуын кәметеү өсөн халыҡ саралары бар. Яраға бал, бәпембә, һарымһаҡ йә­ки һуған һуты, шыйыҡ валидол, спирт, сей картуф, яңы ғына өҙөл­гән юл япрағын ябалар һәм бәләкәй генә дозала баллы араҡы (5 г бал һәм 50 г араҡы) эсергә мөмкин. Ауыр ағыуланған хәлдә яфаланыусыны яҡындағы медпунктҡа йәки дауаханаға оҙаталар.

 

Бал ҡортоноң ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары

 

Умарталар елдәрҙән ышыҡ, ҡоро, бал бирә торған үҫемлектәргә бай, аҙыҡ базаһы етеш, ҡорттарға карантин ауырыуҙарҙан имен тормош тәьмин иткән ерҙәрҙә урынлаштырыла.

Улар шоссе һәм тимер юлдар­ҙан 500 метрҙан, юғары көсөргәнеш линияһынан 400 метрҙан, малсы­лыҡ торлаҡтарынан, ҡоролмаларҙан – бер саҡрымдан, күрше умарталыҡтарҙан – өс, кондитер һәм химия сәнәғәте предприятиеларынан биш саҡрымдан алыҫыраҡ ултырырға тейеш. Умарта­лыҡтарҙы кәртәләп алалар йәки, территорияһын уратып, бал бирә торған ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултырталар, ә буш ятҡан урындарҙы йыл һайын һөрөп, үҫемлек сәсәләр.

Бер умарталыҡта умарталар бал бирә торған үҫемлектәрҙең күплегенә ҡарап урынлаштырыла, әммә 150 бал ҡорто ғаиләһенән күп ҡуйылмай. Умарталарҙың араһы 3-3,5 метр тирәһе булыу мотлаҡ. Ҡорттар аҙашып осмаһын өсөн, умарталарҙы бер-береһенә яҡын итеп ултыртмайҙар, кейәһе алдындағы ярты метр ерҙең үләнен ҡырып ташлайҙар ҙа ҡом һибәләр. Умарталыҡтың биләмәһен тип-тигеҙ итеп тигеҙләйҙәр, артыҡ-бортоҡ әйберҙәрҙән таҙарталар, ваҡыт-ваҡыт үләнен сабып, йыйып алалар, үлгән ҡорттарҙы, сүп-сарҙы яндыралар.

Ҡорт ғаиләләрен төҙөк, төрлө төҫкә (аҡ, зәңгәр, күк, һары) буялған, номерҙар һуғып, ҡаҙыҡтарға йәки 30 сантиметр бейеклегендәге тимер ҡалҡытмаға ултыртылған умарталарҙа тоталар.

Ҡорттарҙы ҡышлауҙан йә ҡар аҫтынан сығарған көндә үк умарталыҡта һыу эсергес (һуғарғыс) ҡуя­лар, шулай уҡ үлсәүҙәге умарта, дезинфекциялау майҙансығы булдырыу, һыу ағыу өсөн өҫтө ябыҡ соҡор ҡаҙып, бәҙрәф ҡуйыу хәйер­ле, һаҡлыҡтағы умарталар (тик дөйөм ғаилә һанынан 10-15 проценттан да кәм түгел), кәрәҙҙәр һәм яһалма балауыҙ булырға тейеш. Былар бөжәктәр, кимереүселәр инә алмаған махсус ҡоро бинала һаҡлана. Элек файҙаланылған умарталар, бал ҡыуғыстар, умартасы ҡоралдары, шулай уҡ бал һала торған һауыттар, феләктәр һатып алһағыҙ, улар ҙа ентекләп дезинфекциялана.

Һәр умарталыҡтың ветеринар-санитар паспорты булырға тейеш. Был ветсанпаспорт нигеҙендә умарталыҡты күсереп йөрөтөү, ҡорттарҙы һәм продукцияны һатыу хоҡуғына рөхсәт бирелергә тейеш.

 

Ауырыуҙар хаҡында ҡыҫҡаса белешмә

 

Ауырыуҙарҙы уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре буйынса ике төркөмгә: йоғошло һәм йоғошһоҙ­ҙарға бүләләр. Йоғошһоҙ ауырыуҙар бер ғаиләнән икенсеһенә күсмәй.

Йоғошло ауырыуҙар бал ҡорто организмына ҡуҙғытҡыс килеп эләгеү арҡаһында башлана. Был ауырыуҙар сирле ғаиләләрҙән һауҙарына күсә. Сир, ҡуҙғытҡыс төрөнә ҡарап, йоғошло һәм инвазион ауырыуҙарға бүленә (һуңғыһы хайуан паразиттарынан зарарланыуҙы аңлата). Инфекцион ауырыу ҡуҙғытҡыстары — үҫемлектәрҙәге микроорганизмдар: бактериялар, бәшмәктәр, вирустар, риккетсиялар. Бактериялар бактериаль ауырыуҙар — Америка һәм Европа сереген, бәшмәктәр аскосфероз, йәғни эзбизлы үрсем кеүек микоздарҙы, вирустар иһә ҡапсыҡлы үрсем кеүек вируслы ауырыуҙы, вируслы биҙгәктәрҙе барлыҡҡа килтерә.

Инвазион ауырыуҙар иң ябай талпандар, гельминттар бөжәктәр тәьҫирендә барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, иң ябай йән эйәләре протооздар (нозематоз — йоғошло эс китеү), талпандар — арахноздар (акарапидоз, варроатоз) кеүек сирҙәрҙе тыуҙыра.

Ауырыуҙарҙың ҡуҙғытҡыстары бөжәк организмына төрлө юлдар менән: тире япмаһы аша (бәшмәктәр), эсәктәр һәм ҡарын аша (Америка һәм Европа сереге, нозема, вирустар) үтеп инә.

Инфекцияның төп сығанағы – ауырыу бал ҡорто ғаиләһе. Сирле ҡорттар шайыҡ һеләгәйе, тиҙәк мас­саһы менән, трахея һәм тын алғыстар аша тышҡы мөхиткә, ә ауы­рыу инәләр күҙәнәктәргә һа­лынған йомортҡалар аша ҡуҙғытҡыстар бүлеп сығара. Ауырыу бал ҡорто ғаиләһенән кәрәҙҙәр, бал, һитә, умартасы ҡулланған ҡорал­дар һәм шулай уҡ умарта үҙе инфекция сығанағы булып хеҙмәт итә. Бал ҡорттарының ауырыуҙары тураһында Ивний Шафиҡовтың «Бал ҡортоноң наҙы бар» тигән китабында бик ентекләп яҙылған. Әле һеҙҙе бал ҡортта­рының бары тик үтә ҡурҡыныс һәм Башҡортостанда йыш осрай торған ауырыуҙары менән генә таныштырмаҡсыбыҙ.

 

Талпан ауырыуы (варроатоз)

 

Бал ҡорттарының ҡурҡыныс инвазион ауырыуы ул. Ҡарышлауыҡтарҙы, ҡурсаҡтарҙы, өлкән эшсе ҡорттарҙы, эре ҡорттарҙы зарарлай. Ауырыуҙы Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтерә (ғалим Эдвард Якобсони ошо талпанды тапҡас, уның исемен ҡушҡандар). Уны тәү башлап 1960 йылда Ҡытайҙың көньяғында белеп ҡалалар. Быға тиклем варроа талпаны бал бирә торған ҡорттарҙы зарарламаған. Әммә 1904 йылда тәүге тапҡыр Ява утрауында ҡырағай һинд ҡорттарының паразиты булараҡ һүрәтләп яҙыла, тик ул яңылыш браула (ҡорттар бете) тип ҡабул ителә. 50-се йылдар аҙаҡтарында – 60-сы йылдар баштарында был талпандың яңы расаһы барлыҡҡа килә. Ул бал йыя торған ҡортта йәшәүгә яраҡлаша. Беҙҙең илдә был талпан тәүге тапҡыр 1964 йылда Приморье крайының Лесозаводск районында бер умарталыҡта асыҡлана. Приморье һәм Хабаровск крайҙары умарталыҡтарында йылдам тарала башлай, ә унан Себер, Урал умар­талыҡтарына ла барып етә, элекке СССР-ҙың Европа өлөшөн солғап ала. Башҡортостан умарталыҡ­тарында талпан (варроатоз) 1974 йылда тарала башлаған.

Ауырыу ғаилә ҡорттары тәнендә талпандарҙы ябай күҙ менән дә күреп була. Инә талпан һорғолт төҫтә була. Оҙонлоғо һәм киңлеге 1,1x1,8 мм самаһы, тары орлоғоноң көбөнә оҡшаш. Ата талпан һөт кеүек аҡ төҫтә, оҙонлоғо һәм киңлеге – 1,0x0,9 мм, йәғни улар инә талпандарға ҡарағанда ике тапҡырға бәләкәйерәк. Талпан­дарҙың бөжәктәрҙән айырмаһы шунда: уларҙың дүрт пар аяғы бар.

Инә талпан йәй бал ҡорто ояһында ике-өс ай, ҡыш биш-алты ай йәшәй, оянан тыш алты-ете көн, үлгән эшсе ҡорттар, бал ҡорттары тәнендә һәм ҡурсаҡтарҙа 11—16 көн, ә көпә ҡуйылған үрсемдә 40 көнгә тиклем түҙеп йәшәй ала. Үҫемлектәр сәскәһендә талпандың инәһе биш тәүлеккә тиклем йәшәй, ул бал ҡорттарына йәбешергә һәләтле.

Талпандар кәрәҙ күҙәнәктәрендә өлкән ҡарышлауыҡтар менән бергә үрсей, унда улар күҙәнәктәрҙе көпләгәндән алда инеп ҡала. Инә талпан, 4 – 8-әр бик бәләкәй генә йомортҡа һалып, уларҙы күҙәнәктәрҙең стенаһына беркетеп ҡуя. Әре ҡорт күҙәнәгенә инә талпан йомортҡаларҙы бал (эшсе) ҡорто күҙәнәгенә ҡарағанда, 16 –20 тапҡырға күберәк һала. Йомортҡалар инә ҡорт ояһына ла (көбөгә) һалынырға мөмкин.

Талпан инәһенең күкәйҙән сы­ғып өлкән формаға тиклем үҫеше 8–9 көн дауам итә, атаһының – ете көн. Уларҙың парлашыуы ҡорттар күҙәнәктәрҙән сыҡҡанға тиклем ике-өс көн алда үтә. Ата талпандар парлашҡандан һуң оҙаҡламай үлә. Аталанған инә талпандар күҙәнәктәрҙән йәш ҡорт менән бергә уның тәненә йәбешеп сыға. Ҡорттарҙың ҡарышлауыҡлы күҙәнәктәренә талпан инәләре варроа менән зарарланған ҡорттар ҡарышлауыҡтарҙы ашатҡан саҡта эләгә.

Талпандың инәләре эшсе ҡорттарҙың һәм әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарына, ҡурсаҡтарына зыян яһай, уларҙың молимфаһы (ҡаны) менән туҡлана. Ә балды улар ашамай. Талпан бигерәк тә әре ҡорт үрсеме менән бергә күҙәнәктә көслө үрсей. Быны шуның менән аңлатып була: талпандар әре ҡорттар үрсеменә өҫтөнлөк биреүсән, сөнки был үрсемдәрҙең үҫеше (24 көн) бал ҡорто (21 көн) һәм инә ҡорт үҫешенән (16 көн) оҙағыраҡ дауам итә.

Көҙөн, күҙәнәктәрҙән һуңғы үрсем сыҡҡас, талпандар ҡорттарға күсә, эш ҡорттарының тәнендә ҡышлап яҙға етә.

Ауырыуҙың төп билдәләре. Талпан менән ныҡ зарарланған умарталыҡтарҙа умарталарҙың ҡорттар осоп килеп ултыра торған таҡталарында, улар алдындағы ерҙә лә эш ҡорттарының, әре ҡорттарҙың үлеп ятҡан ҡурсаҡтарын, үҫешеп етмәгән, ауырыу ғаиләләр ояһынан тышҡа сығарып ташланған йәш ҡорттарҙы күрергә мөмкин. Күп­селектә зарарланған ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар үлә. Ҡорттар уларҙы тышҡа сығарып ташлап өлгөрмәй, эстә ятып ҡарая, серей.

Ҡорттар күҙәнәктәрҙән ваҡ ҡына, зәғиф, үҫешеп етмәгән ҡанатлы, ҡайһы саҡта хатта ҡанатһыҙ ҙа булып сыға, шунда уҡ ҡолап төшә. Көҙ һәм ҡышлау осоронда ҡорт ғаиләләре бик ныҡ тынысһыҙлана, ҡуҙғыған хәлдә була, ҡорттар умартанан осоп сыға ла үлә. Яҙғы-йәйге осорҙа ғаиләләр көсһөҙләнә, үрсемдең япмаһы тишкеләнгән була. Әгәр ҙә талпан менән бөтөнләй көрәш алып бармаһаң, ул сағында ҡорттар ғаиләһе, ғәҙәттә, көслө зарарланғандан һуң ике-өс йыл эсендә үлә.

Диагнозды умарталарҙан әре ҡорттар ҡурсаҡтарын күпләп сығарып ташлауға, ҡорттарҙың күпләп ҡойолоуына һәм ҡорттарҙа, үрсемдә, умартаның сүп-сарында тере талпандар булыуға ҡарап ҡуялар.

Көрәш саралары һәм дауалау. Талпандарға тәьҫир итеү буйынса ҡорттарҙы талпан ауырыуынан дауалау ысулдары зоотехник, физик, термик һәм химик алымдарға бүленә. Былар комплекста ҡулланылғанда, юғары дауалау һөҙөмтәһе бирә. Бал ҡорттарын талпандан дауалау өсөн 200 төрҙән ашыу дарыу ҡулланалар, тик улар талпандарҙың үҫешен тотҡарлаһа ла, тулыһынса юҡ итеп бөтөрмәй. Көслө ғаиләләр тиҙерәк һауыға. Бөгөнгө көндә өс дарыу: апифит, апистан, бипин иң йоғонтоло һанала.

Апистан – сит илдән индерелгән дарыу, уны ҡулланыу бик ябай. 10 процент әүҙем матдәле (флувалинат) оҙонса киҫәк формаһында сығарыла. Апистандың һөҙөмтәлелеге – 99,0 – 99,5 процент. Оҙонса киҫәктәрҙе ояның ике яғына, өсөнсө һәм дүртенсе рамдар араһындағы йөрөү юлына, йәнәш кәрәҙҙәр араһына 30 тәүлеккә элеп ҡуялар. Бал йыйыу осоронда уны ҡулланмайҙар.

Бипин – 0,25-0,5-1-2-3 мл  күләмле ампулаларға һалынған. Күберәк 1 мл ампулала һатыла. Бер ампулалағы дарыуҙы (1 мл) 2 литр таҙа, тондоролған һыулы һауытта иретәләр, ныҡлап болғатып ҡатыштыралар. Бал ҡорто ғаиләһен эшкәртеүҙе бөтә үрсем сығып бөткәс, көҙ, һауа темпе­ратураһы 0 градустан алып ±5 градусҡа тиклем булғанда, йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы ҡорттарға 10 миллилитр күләмдә шприцтан һиптереү юлы менән үткәрәләр. Бер умартаға, көнөнә ҡарап, 60 —100 мл иретмә ҡулланыла, йәғни 2 литр иретмә 20 — 25 ҡорт ғаиләһен эшкәртеүгә етә. Иретелгән дарыуҙы әҙерләгән көндә үк ҡулланалар. Артып ҡалған иретмәне һаҡламайҙар, шуның өсөн уны таныш-белеш һәүәҫкәр умартасыларға шул уҡ көндә тотонорға биреүегеҙ яҡшы булыр. Арта­банғы эшкәртеүҙе ете көндән һуң үткәрәләр.

 - Рафиҡ НОҒОМАНОВ, Әмир ИШЕМҒОЛОВ. “Умартасы кәңәштәре” китабынан.

Читайте нас