

Үрге Тәтешле ауылы үҙәгендә урындағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре йәрминкә үткәрҙе. Район хакимиәте сараға күберәк кеше йәлеп итеү маҡсаты менән балалар майҙансығы ойошторҙо, йәштәр спорт майҙансығында шөғөлләнде. Йәрминкәгә килгән район халҡы алдында популяр йырсы Элвин Грей йырланы.
Йәрминкә бик бай булды. Мәҫәлән, балды ғына утыҙҙан ашыу умартасы тәҡдим иткән.
“Бөгөнгө йәрминкәгә сәскә, йүкә, ҡара бойҙай алып килдек. Ошо ваҡытта кеше кәрәҙ балын яратып ала. Бындай йәрминкәләр танһыҡ. Былтыр пандемия арҡаһында бер-беребеҙ менән осрашманыҡ. Ә тап ошондай сараларҙа аралашып, тәжрибә уртаҡлашып өлгөрәбеҙ”, - ти Тәтешле районының ауыл хужалығы идаралығы зоотехнигы Илдар Булатов.
“Урындағы етештереүселәргә үҙ продукцияһы һатыу, миҙгелендә яңы балды тәмләп ҡарыу ике яҡ өсөн дә отошло. Йәрминкәлә район халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа магазиндағынан осһоҙораҡ хаҡҡа сифатлы аҙыҡ-түлек алып ҡыуанды. Ә концерт менән бала-сағалар өсөн уйындар күңелде күтәреп ебәрҙе”, – ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.
Сара күңелле концерт менән тамамланды. Элвин Грейҙан һуң билдәле артистар сығыш яһаны.
“Бындай саралар кешеләрҙе берләштерә, халыҡтар дуҫлығын нығыта. Осрашып, аралашып, күңел асырға форсат тыуа. Тәтешле районы иһә минең өсөн яҡын, бында дуҫтарым күп”, - ти Элвин Грей.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте.