

“Башҡорт балы – беҙҙең иң танылған брендтыр, моғайын. Уны бар донъяла беләләр. Бер яҡтан, ғорурланыу өсөн сәбәп, әлбиттә, ләкин, икенсе яҡтан, бында беҙҙең бер ниндәй ҙә хеҙмәтебеҙ һалынмауын аңларға тейешбеҙ. Тәбиғәттән шулай ҡушылған, тарихи йәһәттән шулай булған.
Беҙҙә балды мул йыйыу өсөн уңайлы шарттар бар. Илдә йүкә урмандары буйынса беренсе урынды биләйбеҙ, бал бирә торған 300-гә яҡын үҫемлек үҫә. Улар араһында дарыу үләндәре лә бик күп. Был байлыҡҡа лайыҡлы булырға ла кәрәк. Уны заманса технологияларҙы ҡулланып, һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу, тулыландырыу шарт. Беҙ тармаҡты ҡабул итеп алғандан сифатлыраҡ итеп киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәһендә.
Ысынлап та, күптән инде халҡыбыҙҙың төп брендтарын тәшкил иткән башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы кеүек, башҡорт балы ла тотош донъяла киң танылыу тапты. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәр унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай.
Әбйәлил районында умартасылыҡҡа иғтибар йылдан-йыл көсәйә. Үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңел ҡушыуы буйынса мәшғүлдәрҙең артыуы районда ҡортсолоҡто үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хәйер, уларҙың умарталары һап-һары сәскәләргә күмелгән көнбағыш баҫыуы янында үҙе бер серле һәм әкиәти “утрау”ҙы хасил итә. Был өлкәнең “һөнәрселәре” һәм “өйрәнсектәре” менән беҙгә яҡындан танышырға, бер аҙ ҡорттарҙан таланырға ла тура килде.
“Райондың бар умартасылары ла тәүге дәресте унан алды”, – тинеләр ҡортсолоҡ буйынса уҡытыусылары Мәҙинә Ибраһимова хаҡында. Ысынлап та, төбәктә билдәле умартасыларҙың береһе, ҡортсолоҡ тармағына 40 йылға яҡын ғүмерен арнаған, республика умартасылары конкурсында бер нисә тапҡыр абсолют чемпион исемен яулаған был ҡатынды төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Умартасыларҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән ул. “Райондың бөтә умартасылары ла ҡортсолоҡ буйынса тәүге һабаҡтарҙы Мәҙинә Рәсих ҡыҙынан алды”, – тип әйтеүҙәре юҡҡа түгел. Районда уны “Пчелка” тип тә йөрөтәләр.
– Бер көн күршемдең бәләкәй генә ҡыҙы: “Һине телевизорҙан күрһәттеләр”, – ти. Баҡтиһәң, “Пчелка Майя” йәнһүрәтен ҡараған икән, – тип көлә Мәҙинә ханым. – Шулай итеп, балалар өсөн дә мин – “Пчелка”.
Исеме есеменә тап килгәс, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы ҡушаматына һис тә үпкәләмәй. “Пчелка” тип әйтеүҙәрендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, сөнки ул бал ҡорто кеүек үҙен йәлләмәй эшләй, бурысын еренә еткереп башҡара. Уның был кәсепте үҙ итеүе – ҡыҙыҡлы бер тарих.
– 1985 – 2000 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығында Стәрлетамаҡ район-ара берекмәһенең умартасылыҡ буйынса зоотехнигы булып эшләнем. Ул йылдарҙа Әбйәлилдә алты меңгә яҡын ҡорт күсе иҫәпләнә ине. Умарталыҡтар хужалыҡтарҙың һәр бригадаһында, һәр бүлексәһендә тип әйтерлек бар. Эш йәнле, күңелле барҙы, бал ҡорттары уңышты мул бирҙе. 1989 йылда “Урал” совхозынан Рәйес Әхмәтовтың 3 мең 222 килограмм бал тапшырыуын, йыл һайын бер умартанан 15 – 22-шәр килограмм бал алыуҙы, район буйынса 18 – 20 тонна бал етештереүебеҙҙе әле лә хәтерләйем, – ти тәжрибәле умартасы. – 90-сы йылдарҙа Өфөләге умартасылыҡ буйынса агентлыҡ институтҡа ҡушылғас, райондарҙа зоотехник вазифаһы бөтөрөлдө, колхоз-совхоздар ҙа аҡрынлап юҡҡа сыҡты. Аҙаҡ хужалыҡтарҙағы умарталар ҙа бөттө. Мин эшһеҙ тороп ҡалдым...
Ҡыҫҡартыуға эләккән Мәҙинә Рәсих ҡыҙы бер аҙ юғалып ҡала: Өфөгә эшкә саҡырыуҙарын да ҡабул иткеһе килә, күптән түгел үҙ көсө менән төҙөп сыҡҡан хан һарайылай донъяһын ҡалдырып китеү ҙә йәл. Ете ҡат уйлап, бер тапҡыр киҫергә өйрәнгән ханым тыуған яғында ҡала. “Ниндәй эш башларға, ҡайҙа барырға?” тигән һорауға яуап та тиҙ табыла: ниңә үҙем белгән шөғөлдө дауам итмәҫкә, умартасылыҡҡа ныҡлап тотонмаҫҡа, тигән ҡарарға килә.
Йүнсел ҡатын, күп тә үтмәй, дөрөҫ юл һайлағанына төшөнә. Тәүҙәрәк умартасыларҙы кәрәкле инвентарь менән тәьмин итеү эшен башлай, яңы умарта тотоусыларға ярҙам итә, эш серҙәрен өйрәтә. Йыл һайын республика умартасылары конкурсында Әбйәлил ҡортсоларының призлы урын яулауында геройымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур: ул бәйгеселәрҙе шәхсән үҙе әҙерләй, бар яҡлап ярҙам күрһәтә, хатта ярышҡа ла үҙе алып бара. Мәҙинә Рәсих ҡыҙының да уңыштары юҡ түгел, бер нисә йыл рәттән тәүге урындарҙы яулай, өс тапҡыр абсолют чемпион була. 2016 йыл уның өсөн бигерәк тә иҫтәлекле: республика умартасылар конкурсында икенсе урынға лайыҡ була һәм “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциацияһы президенты Филипп МакКейбтың шәхсән бүләгенә лайыҡ була. Уның автограф ҡуйған махсус кейемен умартасы ҡәҙерләп һаҡлай.
“Ҡортсолоҡ буйынса үҙ эшегеҙҙе асырға теләгегеҙ бармы?” тигән һорауыма уңған ҡатын, йылмайып: “Юҡ! – тип яуапланы. – Ни өсөн тигәндә, умартасылыҡ менән байлыҡ туплайым тип түгел, ә күңелеңде биреп, сәләмәтлек, кәсеп тип шөғөлләнһәң генә, нәҙекәйбилдәр һине аңлай һәм хәстәрлектәреңә мул уңыш менән яуап бирә. Күптәр “бал ҡорто тотам” тип килә лә, бер-ике умартанан нисә килограмм бал сығасаҡ, тип йөҙәтә башлай. Уларҙың нәфсеһен тойған ҡорттар бал йыймай, аҙаҡ тегеләр башлаған эшен ташларға мәжбүр була. Мин ҡортсолоҡ менән эш башларға йыйыныусыларға һәр саҡ иҫкәртә киләм: “Бал ҡорттарын яратырға, уларҙы аңларға, тыңлай белергә өйрәнегеҙ. Аҙаҡ балды ҡалаҡ тултырып ашай алырһығыҙ”.
Татлы балды ашауы ғына рәхәт, уны булдырыу өсөн ете ҡат тиреңде сығарып, төн йоҡоңдо йоҡламай эшләргә кәрәклеген беҙ үҙебеҙ ҙә умартасылыҡта булып, бал ҡорттарынан сағылып, ҡортсоларға улар кеүек эшләргә кәрәклеген аңлап, был кәсептең, ни тиклем мауыҡтырғыс булыуына ҡарамаҫтан, мәшәҡәте лә күплеген күреп ҡайттыҡ.
Бал ҡорто бигерәк наҙлы, шуға күрә уларҙы тәрбиәләүҙә наҙ һәм хәстәрлек талап ителә. Шунһыҙ мөмкин дә түгел! Шулай уҡ сабыр, түҙемле булғанда ғына бал ҡорттары менән дуҫлашырға мөмкин. Табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етерлек. Яңы сәскәгә төрөлгән көнбағыш баҫыуы янында төрлө төҫтәге умарталар бер-бер артлы һаҡта торған һалдаттарҙай теҙелеп киткән. Бында хужалыҡ менән килешеү нигеҙендә шәхси кешеләрҙең умарталары урын алған. Барлығы 300-гә яҡын умарта иҫәпләнә. Мәҙинә Рәсих ҡыҙы умарталарын ҡарау менән бер рәттән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе башҡаларға ла ярҙамлаша.
Ун биш йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, Асҡар ауылында йәшәгән Ғаяз Абдрахманов әле булһа кәңәш һорап уҡытыусыһы Мәҙинә Ибраһимоваға мөрәжәғәт итә.
– Хәтерләйем: ул ваҡытта районда умарта тотоусыларҙың һаны бик аҙ ине. Кемдер: “Ана, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы менән кәңәшләш һуң”, – тигәс, “Пчелка Майя”ны эҙләп киттем. Аҙаҡ унан ике умарта һатып алып ултырттым. “Өйрәнсек” булараҡ “Һөнәрсе”нән һәр ваҡыт белмәгәнемде һорайым, үҙе килеп өйрәтеп китә. Шулай итеп, яйлап ҡортсолоҡ серҙәренә төшөндөм, йылдан-йыл умарталар һанын да арттырҙым. Бөгөн 15-тән ашыу умартам бар, бик матур итеп тәүге балды һығып та алдыҡ. Йыл ҡорораҡ килеүгә ҡарамаҫтан, уңыш яҡшы, – ти әңгәмәсем.
Ҡортсо Ғаяз Абдрахманов белдереүенсә, иң күп балды улар 2013 йылда, районды һыу баҫҡан ваҡытта алғандар. Күптәр, бал ҡорттарына һыу кәрәкмәй, ямғырҙың яуыу-яумауы уларға тәьҫир итмәй, тип тәрән яңылыша. Нәҙекәйбилдәрҙең нисек итеп һыу эсеүен күреү – үҙе бер мөғжизә. Ә ямғырҙан һуң уларҙың нисек итеп рәхәтләнеп осоуҙарын күҙәтеү бигерәк мауыҡтырғыс.
Һуңғы йылдарҙа бал ҡорто тотоусылар арта, тинек. Һөҙөмтәлә умартаны ҡайҙа ултыртыу буйынса ла һорауҙар күп тыуа. Был йәһәттән районда эш етди ҡуйылған: бер нисә төркөм ҡортсо бергәләшеп, умарталарын бер урынға ҡуя, уны даими рәүештә һаҡлай, сөнки күрше Магнитогорск ҡалаһы кешеләре Кавказ, Карпат яҡтарынан килтерелгән ҡорттарҙы ҡуллана. Әгәр ҙә улар төбәктәге урта рус ҡорттары менән бергә ҡушылһа, “ситтән килеүселәр” был ҡорттарҙы талай башлай. Һөҙөмтәлә бал булмай, икенсенән, бал ҡорттарының генофондына ла ҡурҡыныс янай. Тармаҡтың табышлы булыуын иҫәпкә алғанда, умартасылар араһында үҙ-ара көнләшеү, үсләшеү кеүек хәлдәр ҙә осрай. Умарталарҙы тайыштабандар ғына түгел, кешеләр ҙә емереп йәки түңкәреп китә…
– Бал ҡорттары бигерәк аҡыллы, зирәк бит, – тип һоҡланыуын йәшерә алмай тәжрибәле умартасы Мәҙинә Ибраһимова. – Мине иң ғәжәпләндергәне – көн-төн эшләүҙәре, бал йыйыуҙары. Сит ҡортто шунда уҡ үҙ өйөнә индермәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт халҡының брендына әүерелгән шифалы балды сауҙаға сығарыу буйынса ла ҡаршылыҡтар юҡ түгел. Һәр кем уны баҙарға алып сығып йәки өйөндә һата алмай. Ҡайҙалыр күмәртәләп тапшырһаң, был осраҡта уның хаҡы баҙарҙыҡына ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ. Бал ҡорттарының сирҙәрен дауалау маҡсатында төрлө препараттар ҡулланыу ҙа балдың тәменә ҙур йоғонто яһамай ҡалмай. Был тәңгәлдә Мәҙинә Ибраһимованың – үҙ фекере.
– Мин ҡорттарҙы тәбиғи ҡарау яғындамын, шунда ғына сифатлы бал алырға мөмкин. Күптәр ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға шәкәр ҡуйып ҡалдыра, ә мин бер ваҡытта ла балға шәкәр ҡушмайым, ҡорттарға ла бирмәйем. Бал ҡорттары – шундай һиҙгер һәм нәзәкәтле бөжәк, улар еҫте бик тиҙ айыра. Тәмәке тартҡан, араҡы эскән кешене яҡын юлатмайҙар, шулай уҡ бензин һәм хушбый еҫтәрен дә үҙ итмәйҙәр. Таҙа йөрөгәндәрҙе, изге уйлыларҙы ғына ярата бал ҡорттары. Ана, үҙегеҙ күрҙегеҙ, ауырыған ҡорттар янына һарымһаҡты иҙеп һалып сыҡтыҡ. Фән менән шөғөлләнеүселәр был тәңгәлдә үҙҙәренең химия ҡушылған махсус препаратын тәҡдим итә-итеүен, әммә беҙ уны ҡулланмау яғында, – ти тәжрибәле умартасы.
Әле был серле “утрау”ҙа һәр көн тиерлек бал һығыу башланған. Умартасылар үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек эшләүен дауам итә. Ә беҙ уларҙы – бал ҡорттары кеүек тырыш, эшсән булғандарҙы – һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
- Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.