Йәмғиәт
6 Август 2021, 07:15

Тынғыһыҙ булмышлы, тиҙәр

Һуңғы осор илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле бик ауыр үтһә лә, ул тормоштағы бихисап ғәмәлдәргә икенсе күҙлектән ҡарарға, ябай, әммә мөһим ҡиммәттәрҙе ҡабаттан баһаларға өйрәтте.

Шул уҡ табиптарҙы ғына алайыҡ. Улар күҙгә күренмәҫ дошман – коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына баҫты, кешеләрҙең сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлау өсөн көсөн һәм белемен йәлләмәне.

Пандемияға ҡарата оло быуын табиптарының да әйтер һүҙе бар. Оҙаҡ йылдар Ҡыйғы районында педиатр булып эшләгән хөрмәтле табип, хеҙмәт ветераны Анида Баһауетдинова фекеренсә, ҡәһәрле сирҙе фәҡәт вакцина ярҙамында еңергә мөмкин. “Элегерәк, беҙ эшләгән осорҙа ла төрлө ҡурҡыныс сирҙәр булды. Ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса, паротит һәм башҡа ауыр эҙемтәләргә килтергән сирҙәрҙән при­вивкаларҙы балаларға мотлаҡ ҡаҙайҙар. Сабый тыуып, дауахананан сыҡҡас, артабан нисәмә вакцина яһала – барыһы ла бала­ларҙы киләсәктә төрлө сирҙән, ауыр эҙемтәләрҙән ҡурсалау өсөн эшләнә. Ошо саралар әллә нисәмә сәләмәт быуын үҫеүенә булышлыҡ итте. Коронавирус иһә – тотош донъя өсөн һынау, әммә бығаса ла төрлө эпидемиялар күргән кешелек уны, һис шикһеҙ, еңеп сығасаҡ. Тик был хәлде тиҙләтеү өсөн вакцина яһау – мотлаҡ шарт. Шунһыҙ коллектив иммунитет булмаясаҡ”, – ти хөрмәтле табип.

…Ул – күпте күргән, күпте кисергән быуын вәкиле. Һуғыш осоронда тыуған, шул йылдарҙағы иң ауыр һынауҙарҙы үткәргән.

Атаһы Фәйез, заманына күрә, уҡымышлы, маҡсатлы кеше булған. Тик ғүмере кинәт өҙөлгән: береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын, төҙөлөп бөтмәгән өйөн ҡалдырып, 1944 йылда йөрәк өйәнәгенән кинәт вафат булған.

Етем ҡалған ғаилә йәйен ҡыуышта көн күргән, ҡышты күрше әбейҙең өйөндә үткәргән. Ике бала аслыҡтан вафат булһа, иң кесеһен алыҫ туғандары тәрбиәгә алған. Ҡалғандарын Түбәнге Ҡыйғы ауылы янындағы Оборона ауылында йәшәүсе олатайҙары үҙенә һыйындырған. Бына шулай, бәләкәстән ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған Анида үҫмер сағында уҡ табип булырға, кешеләрҙе дауаларға һүҙ бирә.

Ҡыҙ Түбәнге Ҡыйғы мәктәбенә йөрөп уҡый. Уның аяҡ кейеме лә бул­май. Инде уҡыуҙы ташларғамы, тип шиккә батҡанда, Майский ауылында ете йыллыҡ мәктәп асыла. Уҡытыусылар Гөлсөм һәм Ғәлләм Шәриповтар һәләтле ҡыҙҙы үҙҙәренә ала, уҡыуын дауам итергә мөмкинлек бирә.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамла­ғандан һуң, Анида Фәйез ҡыҙы Златоуст ҡалаһына юллана. Аҡса­һыҙлыҡ, билдәһеҙлек. Әле нығынып та өлгөрмәгән ҡыҙ балалар дауаханаһына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша. Ә киләһе йылға Златоуст медицина училищеһының киске бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған яғына юллана:  Үрге Ҡыйғы ауылында шәфҡәт туташы сифатында хеҙмәт юлын башлай. Артабан Башҡортостан дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында белемен камиллаштыра. 1970 йылда иһә йәнә үҙ районына балалар табибы сифатында ҡайта. Ҡыйғы төбәге өсөн был ҙур яңылыҡ һәм табыш була, сөнки бығаса бында бер ваҡытта ла балалар табибы булмаған, фәҡәт дөйөм пландағы белгестәр эшләгән.

Шулай итеп, Анида Баһауетдинова, Ҡыйғы районында педиатрия йүнәлешенә нигеҙ һалыусы, киләсәк быуындың сәләмәтлеген хәстәрләүсе белгес булараҡ, хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Уны ҡыйғылар ярҙамсыл, үҙ эшен яратып башҡарған, тәрән белемле, фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ ихтирамын яулаған табип тип  хөрмәт итә. Ул Үрге Ҡыйғы ауылындағы үҙәк район дауаханаһында 50 йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыға. Һис шикһеҙ, хеҙмәте менән ихтирам яулаған шәхестәрҙең береһе ул.

Анида Фәйез ҡыҙын бәхетле иткән тағы бер ғәмәл бар: күкрәгендә илһамлы йөрәк тибә. Хөрмәтле табип яҡташтарын яңғырауыҡлы, мәғәнәле шиғырҙары менән дә шатландыра, ул – тиҫтәгә яҡын йыйынтыҡ авторы.

Абруйлы табип үҙенең шиғырҙарында кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәй, шиғри юлдар аша кешеләрҙе алкоголизм, наркомания, тәмәке тартыу кеүек хәүефле сирҙәрҙән ҡурсаларға тырыша. Ижадында бихисап урынды ҡәҙерле һәм яҡын кешеләренә, тыуған яҡтың гүзәллегенә, халҡыбыҙҙың байрам-йолаларына бағышланған әҫәрҙәр биләй. Фәлсәфәүи уйланыуҙарға ла урын бар, бәғзе шиғырҙарында автор кешелек яһаған хаталар өсөн үкенес белдерә, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай. “Тыуған ергә гимн” тигән ижад емеше иһә яҡташтары өсөн – ҡәҙерле бүләк.

Анида Баһауетдинованы ҡыйғылар әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та белә. Ул, төп һөнәри бурыстарын башҡарыуҙан тыш, сирҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән дә бихисап эш алып барған, егерме йыл урындағы “Белем” йәмғиәтенә етәкселек иткән, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булған, ауыл советына депутат итеп тә һайланған.

Ғаиләһе менән дә бәхетле тәжрибәле табип. Тормош иптәше, РСФСР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Марат Ахун улы менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы уҡытып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Ҡыҙғаныс, бөгөнгө күркәм көндәрҙе Марат ағай ғына күрә алмай – ул 2005 йылда вафат булған.

Баһауетдиновтарҙың ҡыҙҙары Ирида әлеге көндә Вильнюс ҡалаһында йәшәй, дизайнер, журналист булараҡ билдәле. Айрат улы – философия фәндәре кандидаты, әсәһе кеүек, ижади булмышлы кеше. Айҙар – ветеринария фәндәре докторы, профессор. Йыр-моңға ғашиҡ, баянда уйнай.

...Бына ошондай күркәм булмышлы, йәшәйеше, ынтылыштары менән башҡаларға өлгө булырлыҡ фиҙакәр кешеләр бар арабыҙҙа.

 

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

 

Читайте нас