

Елдән аҡса эшләргә ынтылыусылар хәләл аҡсаларын да елгә осороуҙары ихтимал.
Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Учалы ҡалаһында йәшәгән ир “ТИНЬКОФФ” рекламаһын күрә лә, күрһәтелгән сайтҡа керә, телефонын, паспорт мәғлүмәтттәрен ҡалдыра. Инвестор булырға йыйыныуы йәнәһе...
Оҙаҡламай уға шылтыраталар, алтын тауҙар вәғәҙә итәләр, бының өсөн граждандың өйөндәге компьютеры менән ситтән тороп интернет аша идара итеү мөмкинлеген биреүҙе һорайҙар. Ир ҡушҡанды үтәй. Һөҙөмтәлә уның исеменән Сбербанктан 1 миллион һум тирәһе кредит юллана һәм урлана. Учалы кешеһе хәҙер килем алыу түгел, бур өсөн бурыс түләйәсәк.
( Мәғлүмәт “Яйыҡ” гәзитенән алынды).
Фото: mordovmedia.ru