Йәмғиәт
9 Август 2021, 14:45

Межгорье ҡалаһына нисә йәш?

Был урында элек ауыл булған...

Межгорье ҡалаһына нисә йәш?Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Межгорье ҡалаһына нисә йәш?

Межгорье – Башҡортостандағы иң йәш ҡала, быйыл уға бары 27 йәш тулды. Был урында элек ауыл булған, бары 1979 йылда эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә, ә 1995 йылда ҡала статусы бирелә. Ул йылдарҙа Урал тауҙары араһында ҡала төҙөү өсөн белгестәр илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйыла.

 

Олег Мартиросяндың  Ҡарасәй-Черкес республикаһынан килеп төпләнеүенә 30 йыл самаһы үткән. Әле ул республикала “Күн туп”, “Мини футбол – мәктәптәргә” программаларының кураторы булып тора.

 

– Ҡала минең икенсе тыуған илемә әйләнде. Тау, һауа Кавказдағына оҡшаған, шуға ла тыуған еремде һағынмайым. Бында мин ғашиҡ булдым, өйләндем, балаларым үҫә. Бында балаларҙы шөғөлләндерәм. Межгорье ҡалаһынан тыш тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым, – ти Межгорье ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсте һәм спорт секторы мөдире Олег Мартиросян.

 

Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вячеслав Калугин ҡала көнө менән Төҙөүселәр көнөнөң тап килеүенең бәйләнеше барлығын билдәләне.  

 

– Межгорье - йәш ҡала, әммә уның йолалары, ҡаҙаныштары һәм киләсәккә пландары бар. Алда етди бурыстар күп. Уңайлы һәм имен нигеҙле  ҡала тормошона берҙәм көс менән генә өлгәшә алабыҙ, – тине Вячеслав Калугин.

 

– Ҡала өсөн был байрам иң мөһиме. Нәҡ төҙөүселәр ҡаланы булдырҙы, уларҙың ҡулдары менән тарихы һәм уңыштары яҙылды, – тине “30-сы төҙөлөш идаралығы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Мансуров.

 

Байрам көндө ҡаланың етештереү алдынғылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

 

Урындағы мәктәптәр ҙә, ҡала ла спорт ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып тора.

 

 – Һуңғы йылдарҙа ҡалала социаль инфраструктура үҫешә, скверҙар төҙөкләндерелә, яңы балалар майҙансыҡтары, стрит-объекттар барлыҡҡа килә. Бында яҡшы спорт базаһы булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда бассейн төҙөләсәген белдерҙе. Бынан тыш, Межгорье бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнаша. Был – яңы заманса йәмәғәт киңлеген булдырыу мөмкинлеге. Үҫкән ҡалаға балалар үҙәктәре, яңы спорт секциялары кәрәк. Айырыуса, көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова.

 

 Ҡала халҡының ҡатнашыуы – конкурста еңеүҙәге төп критерийҙарҙың береһе. Межгорье халҡы Мәҙәниәт йорто эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙе һайланы. Майҙандар өйрәнелгән, архитекторҙар төҙөкләндереү проектын әҙерләгән. Еңгән осраҡта Межгорье проекты бойомға ашырыу өсөн аҡса аласаҡ.  

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Межгорье ҡалаһына нисә йәш?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас