Йәмғиәт
10 Август 2021, 11:15

Ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар йөҙ меңдән ашыу шәхси ихатала булған

1 августан республикала башланған ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа 100 меңдән ашыу шәхси ихатала иҫәпте алғандар тип хәбәр итә Башстат.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар йөҙ меңдән ашыу шәхси ихатала булғанАуыл хужалығы иҫәбен алыусылар йөҙ меңдән ашыу шәхси ихатала булған
Ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар йөҙ меңдән ашыу шәхси ихатала булған

1 августан республикала башланған ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа 100 меңдән ашыу шәхси ихатала иҫәпте алғандар тип хәбәр итә Башстат.

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.

«Республикала 800-ҙән ашыу ауыл хужалығы ойошмаһын, 4 мең крәҫтиән-фермер хужалығын һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 2,4 меңгә яҡын баҡсасылыҡ ширҡәтен һәм 677 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк», — ти Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары Илдар Заһиҙуллин.

Ошо иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер участкалары һәм уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләр майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә. Шулай уҡ мал һаны иҫәпкә алынырға тейеш. 

1 августан 16-һына тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары электрон төрҙәге тикшереү бланктарын үҙ аллы тултыра ала, тик бының өсөн электрон ҡултамға булырға тейеш.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ – быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһаласаҡ.

 

Фото: svetochnews.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас